Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
10 Сентябрь , 16:38

Сихырсы бәхетһеҙлектән ҡотҡарырмы?

- Бәхетһеҙлектән ҡотолорға ярҙам ит. Улар минең ярлы башыма бер-бер артлы төшөп тик тора. Йортом янды, ҡатыным ташлап китте...

Сихырсы бәхетһеҙлектән ҡотҡарырмы?
Сихырсы бәхетһеҙлектән ҡотҡарырмы?

Ҡара урман төпкөлөндә сихырсы йәшәгән. Уның кешеләргә бәхетһеҙлек ебәреү йәки, киреһенсә, бәхет ҡайтара белеү һәләте булыуы хаҡында имеш-мимеш йөрөй. Сихырсынан халыҡ ҡурҡа, әммә бик мохтаж саҡта ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бер заман үтә ҙур мохтажлыҡ менән бер крәҫтиән килә.

Сихырсы:

- Ниңә килдең? – һорай.

Крәҫтиән башын эйеп ҡурҡып ҡына:

- Бәхетһеҙлектән ҡотолорға ярҙам ит. Улар минең ярлы башыма бер-бер артлы төшөп тик тора. Йортом янды, ҡатыным ташлап китте...

- Ярай, — ти сихырсы, – минең артымдан бар.

Ярлы ир ҡурҡыуынан үҙе лә аңламайынса сихырсы артынан бара. Уны сихырсы урманда ҡыуаҡлыҡҡа алып китә һәм юғала.

Көн буйына крәҫтиән урманда аҙашып йөрөй. Кискә табан ғына яланға сыға. Крәҫтиән ҡояш байығандағы алтын күк йөҙөн күрә һәм иҫән булыуына шатлана.

"Эй, ҡулдарым-аяҡтарым теүәл. Тимәк, яңы йорт төҙөйәсәкмен һәм ҡатын да табырмын, — ти һәм ауылға йүгереп ҡайтып китә. Ҡайтышлай ҡаршыһына сихырсы осрай. Крәҫтиән ҡатып ҡала, ә сихырсы йылмайып:

- Бәхетһеҙлектән яҙмыш һәр ваҡыт сығыу өсөн ишек ҡалдыра икәнен аңлағанһың, тип өмөтләнәм. Тик был ишекте бөгөн урман шырлығынан сығыу юлын эҙләгән кеүек ныҡышмал эҙләргә кәрәк.

 
Автор:
Читайте нас: