Ҡасандыр бер яҙғы көндә, муйылдар сәскә атҡанда төп-төҙ һынлы һылыу егет булып ике туған ағайым армиянан ҡайтты. Ул саҡта мин үҫмер йәштәрҙә инем. Һалдат күрергә туғандар йыйылды. Кис ауыл йәштәре эргәһенә клубҡа сығып китте ағай. Шунда 18 йәшлек Ә. исемле ҡыҙ осраған. Оҡшатҡанмы, белмәйем, оҙатып барған ҡыҙҙы. Беҙҙең ауылдың уртаһында тау һымағыраҡ күтәрем ер бар. Шунда менеп ауылға ҡарап торғандар. Һүҙҙән-һүҙ сығып, егет ҡыҙҙы кәләш итеп алам тип ысҡындырған. Был ҡайҙан белә тиһегеҙме? Ауылда сер һаҡлап буламы ни, тын алышыңды шунда уҡ ишетеп-һиҙеп торалар...
- Ошо тау башында өй һалһаң, сығам һиңә кейәүгә! - тигән был ҡыҙ.
Кем белә, бәлки шаяртып та әйткәндер. Йәшлек бит. Көҙгә ағайым шул урында ата-әсәһе ярҙамында өй төҙөп бөттө, кәләш әйттерҙе. Һәүетемсә йәшәнеләр, ике ҡыҙ, бер малай тыуҙы.
Ҙурайып килгән ошо малай, өй эргәһендә сана шыуып йөрөгәндә фажиғәгә тарыны. Йылға ярында үҫкән ағасҡа бәрелеп һәләк булды бала.
Ике ҡыҙ ситтә уҡынылар. Мин дә ағайым менән еңгәйемдең тормошонан алыҫайҙым, ҡырҙа йәшәнем.
- Ошо тау һәләк итте баламды ла, мине лә, күрәлмайым тауыңды! - Йөрәктән ауырыған еңгәй ағайыма ошондай үпкә һүҙен әйтеп, бик иртә үлеп китте.
Бер аҙҙан ағайым яңынан өйләнгән тип ишеттем. Байтаҡ йәшәнеләр бергә. Бер күргәндә ағай хатта йәшәреп киткәндәй тойолдо, тимәк, тормоштары ыңғай барған. Тик тәҡдир үҙенсә хәл итте уларҙың яҙмышын. Ағайым тағы яңғыҙ ҡалып, ҡәҙер күрмәй генә донъя ҡуйҙы.
Яңыраҡ ауылға юлым төшкәйне. Туғай буйлап яҙғы һауаны һулап йөрөнөм. Тау башында һерәйеп буш торған, ҡасандыр ағайым һалған өй янына мендем. Үткәндәрҙе уйланым. Ағайымды иҫләп күңелем тулды.
Нишләп ташлаштылар икән икенсе еңгәй менән? Ҡана, барып хәлен беләйемсе, ауыл осонда ғына йәшәй, алыҫ түгел.
Барҙым. Күрештек. Ғибрәтле тарих һөйләне миңә еңгәйем:
"...Мин уны йәшләй оҡшаттым, яратҡанмындыр ҙа. Ағайың башҡаға өйләнгәс, ауылға ҡайтмаҫ хәлгә етеп ситкә сығып киттем. Тормошҡа сыҡтым, уңманым. Олоғайған атай-әсәйемде ҡарарға кәрәк ине, ҡайтырға тура килде. Яҙмыш беҙҙе шулай осраштырҙы. Бәхетле булдым егерме йыл, уны ла бәхетле итергә тырыштым. Һәр көндө бергә ҡыуанып ҡаршыланыҡ, шатланып оҙаттыҡ...
Бер мәл ныҡ ауырып киткәс, район үҙәгенә дауаханаға һалдылар. Ҡырҙа йәшәгән ҡыҙҙарҙың береһе ҡайтып төштө. "Был донъя атай-әсәйҙеке, тимәк, беҙҙеке. Бындағы бер нәмәгә лә ымһынма. Үҙ өйөңә ҡайт, беҙ атайҙы үҙебеҙгә алабыҙ, йортто һатабыҙ!" - тине.
Илай-илай ҡайтып киттем. Ағайыңа әйтмәнем, ҡайғыртаһым килмәне, ни тиһәң дә, балалар уныҡы бит. Ә ул бер ҡайҙа ла китмәй ҡалған ғүмерен йонсой-йонсой яңғыҙы йәшәне. Кемдер аңланы, кемдер аңламаны беҙҙе. Күрше-тирәләр йәлләп ашатып-эсереп сығаралар ине. Һуңынан насар еҫ аңҡытып, бысраҡ йөрөй башлағас, саҡырмай ҙа башланылар...
Ә өй, үҙең күрәһең, һаман тора. Һатманылар ҙа, ҡайтмайҙар ҙа. Ағайыңа ауыр саҡта терәк була алмағаным өсөн йөрәк һыҙламаған көнөм юҡ. Ташлап ҡайтып дөрөҫ эшләнемме-юҡмылыр, шул тиклем үкенесле. Аңламайым, ҡыҙҙарға ни өсөн беҙҙе айырырға кәрәк булғандыр?.."