Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Ғибрәт
13 Июня , 07:02

Сәйер юлдар

Оҙон юлға сыҡҡанда ҡайһы ваҡыт айыҡ аҡыл менән аңлатып булмаҫтай ваҡиғалар була. Мәҫәлән, башҡа үлсәмгә эләгеүең бар. Кемдәрҙер өрәктәр (приведение) ҡорбанына әүерелә. Бындай хәлдәрҙең ни сәбәпле күҙәтелеүен ғалимдар ҙа аңлата алмай. Ә бына ғәҙәттән тыш хәлдәргә юлығыусылар күргәндәрен ваҡытлы матбуғат битендә, зәңгәр экрандар аша бик теләп һөйләй. Иҫән ҡалғандары, әлбиттә...  

Сәйер юлдарСәйер юлдар
Сәйер юлдар

Сәбәпһеҙ фажиғә

Юлдарға бәйле сәйер хәлдәр тураһында һүҙ алып барғанда, Европа һәм Бөйөк Британия тикшеренеүселәре төрлө йылдарҙа төҙөгән ғәжәйеп исемлеккә мөрәжәғәт итмәй мөмкин түгел.

1929 йылда Германияла ҙур тиҙлек менән йөрөү өсөн махсуслашҡан “мәңгелек” машина юлдары төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан милли ҡарар ҡабул ителә. Иң беренсе булып Бремен һәм Бременхэвен араһында төрлө тиҙлектә барыу мөмкинлеге булған күп һыҙатлы юл төҙөлә. Төндәрен ул махсус терегөмөшлө лампалар менән яҡтыртыла. Был лампалар томанда ла, ямғыр йәки ҡар яуғанда ла юлды айырым асыҡ күрергә мөмкинлек бирә. Ул ваҡытта донъя кимәлендә ваҡытлы матбуғатта был юлдарҙың сифатлы һәм хәүефһеҙ булыуы тураһында яҙып сығалар. “Бында таныҡлығы булған водителдәр генә түгел, руль бора белгән үҫмер малай ҙа елдереп йөрөй ала!” – тип яҙып сыға урындағы гәзит тә.

1930 йылдың 7 сентябрендә юлдың 239-сы саҡрымында ҡурҡыныс фажиғә була. Ҡояшлы аяҙ көндә туғыҙ машина юл ситенә төшөп китә. Әйтерһең дә, күҙгә күренмәҫ бер көслө ел уларҙы алып ташлаған. Бер ниндәй ҙә бәрелешеү булмай, хәрәкәткә бер нимә лә ҡамасауламай. Ике ир, бер ҡатын, ете йәшлек ҡыҙ бала һәләк була. Тағы ла һигеҙ кеше ауыр йәрәхәт ала.

Юл ваҡиғаһын тикшереү өсөн килгән белгестәр фажиғәгә тарығын водителдәрҙән һорау ала башлағас, сәйер хәлдәр күҙәтелеүе мәғлүм була. Улар әйтеүенсә, 239-сы саҡрымға тиклем барыһы ла тәртиптә була. Тик был юл билдәһе артта ҡалғандан һуң күңелдәрен билдәһеҙ бер ҡурҡыу биләп ала һәм юл өҫтөнә  нефть кеүек ниндәйҙер шыйыҡлыҡ түгелгәндәй тойғо тыуа. Өҫтәүенә, юл ҡайҙалыр юғарыға күтәрелгәндәй, күккә тоташҡандай була. Унан һуң инде күҙ алдын томан ҡаплай, юл бөтөнләй күренмәй башлай...

Шоферҙарҙың һәм пассажирҙарҙың барыһы ла: “Ҡулдарығыҙҙы теҙеегеҙгә һалығыҙ!” – тигән ҡәтғи әмер ишетә. Уларҙы тикшереүсе табип һәм психолог Франц Кюнц бер ни тиклем ваҡыттан һуң: “Мин психик ауырыуҙар белгесе булараҡ, бер юлы барлыҡ водителдәр аҡылдан яҙғандыр, тип уйлайым. Юғиһә, юғары тиҙлектә барыусыларҙың барыһының да һөйләшкәндәй машиналары менән идара итеүҙән туҡтауын нисек аңларға? Юлдың был ҡыҫҡа ғына өлөшөндә аварияларҙың даими күҙәтелеүе (был фажиғәнән һуң да бер нисә тапҡыр үлемесле хәлдәр була) уның аҫтында, бик тәрәндә магнит тулҡындарының ғәҙәттән тыш күп бүленеүе менән бәйле,” – тип яҙып сыға.

Бер нисә йылдан һуң машиналарҙың һәләкәткә осраған өлөшөндә юлды ремонтларға булалар. Ер аҫтында борон күмелгән кеше һөйәктәре табыла. Шуныһы ла ғәжәп: юл төҙөгән саҡта уларҙы күреүсе булмай. Бәлки иғтибар итмәйҙәрҙер. Һөйәктәрҙе яҡындағы зыяратҡа алып барып ерләйҙәр.

70 йылға яҡын тыныс ҡына “хеҙмәт иткәндән” һуң, 2003 йылдар тирәһендә юл тағы ла элеккесә үлем сәбәбенә әйләнә башлай. Ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең тикшереүе, камералар ярҙамында ғәҙәти булмаған хәлдәрҙе эҙләү ҙә һөҙөмтә бирмәй. Хатта астрологтар, экстрасенстар ҙа аңлатма таба алмай.

Хәрби осоусы һәм профиссонал мотошыуыусы Гюнтер Бак 239-сы саҡрымда булған юл фажиғәһенән мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Матоциклда сәғәтенә 60 км тиҙлек менән генә барған саҡта уны ниндәйҙер көс уны юл ситенә алып ташлай. Ә уға тиклем күҙгә күренмәҫ боҙҙай һалҡын, бирсәткә кейгәндәй тойолған ҡулдар унан рулде тартып ала. Ярай ир ҡуйы үлән үҫкән урынға барып төшә һәм үлемесле йәрәхәт алмай. “Ситкә осоуым бәхеткә булды. Сөнки унан алда ғына алдымда утлы упҡын хасил булғайны. Шок хәленән сыҡҡас, үрелеп шул урынға ҡараным. Әммә унда бер ниндәй соҡор ҙа, ут та юҡ ине. Ғәҙәттәгесә, тегеләй-былай машиналар йөрөп тора,” – тип аңлатма бирә ул аҙаҡ.

 

Замок һәм өрәктәр

Европаның күп кенә юлдарында бер үк төрлө сәйер хәлдәр күҙәтелә. 1971 – 2006 йылдарҙа Британияның Милли телевидениеһы “Бөйөк серҙәр күләгәһе” тип аталған тапшырыу сығара. Унда йыш ҡына Сомерсет графлығы аша үтеүсе Чармут-Маркамбилэйк юлында төшөрөлгән ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы күрһәтеп, тамашасылар “күңелен күрәләр”. Бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөкләндерелгән юл урта быуат осоронда уҡ һалынған була. Элек был юл аралығында яңғыҙ юлға сыҡҡан һыбайлы егеттәр, йәйәүле һуғышсылар юҡҡа сыҡһа, әлеге заманда бындай хәлдәр һирәкләп булһа ла машиналар, хәрби техника менән булып тора икән.

Ғәҙәттән тыш ҡурҡыныс хәлдәр бер төрлө үҫеш ала. Улар барыһы ла тәүлектең ҡараңғы, томанлы ваҡытында була. Йөрөүселәр ҡаршыһында кинәт кенә киң соҡор менән уратып алынған ҙур замок пәйҙә була. Баштарына: “Яңылыш икенсе юл менән китеп, аҙаштыҡмы әллә?” – тигән уй килә. Тик уны-быны аңларлыҡ ваҡыттары ҡалмай, сөнки шул графлыҡта үрсетелгән ҡара үгеҙ (бәлки уға оҡшаған йән эйәһелер) кинәт кенә машина ҡаршыһына килеп сыға. Ҡапыл тормозға баҫҡас, машина орсоҡтай урынында әйләнә башлай. Иҫән ҡалған шоферҙарҙың күрһәтмәһе бер төрлө: “Лампа яҡтыһында ғына абайлап ҡалдыҡ: асфальт өҫтөнә ҡара боҙ ҡатламы түшәлгән ине,” – тиҙәр. Ә бит ҡайһы бер ваҡиғалар йәй миҙгелендә була! Улар әйтеүенсә артабан тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәлдәр була: шыршы байрамында яндырылған бингаль уты кеүек машина яна башлай. Сыҡҡандар – ығып өлгөрә, өлгөрмәгәндәр – утта вафат була. Был нимәне аңлата һуң? “Машиналағы кешеләр ҡәтғи тыйылған урында, элеккесә әйтһәк, теге донъяла булған. Ә ул йәшәү өсөн яратылмаған. Унда тамуҡ уты бар. Тик теге донъя кешеләрҙе һәр ваҡытта ла ҡабул итмәй. Бер нисә секунд ҡына булып өлгөрәләр, юғары көс уларҙы кире ҡайтара. Унда булыусыларҙы “тере мәйет” тиҙәр,” – тип аңлатма бирә немец физигы Гюнтер Радхау.

Уның менән кемдәрҙер килешмәй. Тик сәйер ваҡиғаларҙың дауамы ла бар бит әле. 2013 – 2021 йылдарҙа һарай ҡаршыһында “боҙлауыҡҡа” эләгеп тә иҫән ҡалған 18 кеше аҙаҡтан вафат була. Һау-сәләмәт ирҙәргә, ҡатындарға суд-медицина экспертизаһы бер төрлө диагноз ҡуя – аҡҡанлылыҡ (рак крови). Был осраҡлы тап килеүме әллә ысынлап та сәйер ваҡиғаның ҡурҡыныс аҙағымы?

Юғарыла һөйләп үткән ғәҙәттән тыш күренештәргә фәнни аңлатмалар юҡ. Билдәһеҙлеккә алып барыусы юлдарға килгәндә, улар рәсми яҡтан магнит тулҡындары бүленеше киҫелгән – икенсе төрлө әйткәндә, ғәҙәттән тыш тип һаналған урындарҙан үтә. Ер шарын өйрәнеүсе Рәсәй ғалимы Владимир Обучев та: “Ер ҡабығының хәрәкәте баш мейеһенә йоғонто яһап, төшкә лә инмәҫ хәлдәрҙе күҙгә күрендерә,” – тип әйткән.

 

Рәсәйҙә лә яманаты сыҡҡан юлдар бар.

  1. Лыткарино ҡалаһы янындағы Үлем юлы. Юл ситендә үлемесле авариялар булған урындарҙы билдәләп ҡуйылған күп һанлы обелисктар, плита, ҡәбер веноктары һәр кемде хайран ҡалдыра. 1989 йылда йөк машинаһы туй тантанаһына юлланған машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә йәш кәләш вафат була. Уның өрәге йыш ҡына юлға сыға, тип тә һөйләйҙәр. Хатта интернет селтәрендә видеояҙмалар ҙа бар.
  2. Мәскәү – Ростов трассаһының 666-сы саҡрымы. Иблис һаны менән билдәләнгән урынды “Холодный Яр” тип атайҙар. Йылдың күп осоронда ҡуйы томан, болот ҡаплай, ярым ҡараңғылыҡ хөкүм һөрә икән. Аварияларҙың күпселеге шул сәбәпле була, тип аңлата белгестәр.

3. Темрюк – Краснодар – Кропоткин трассаһының Елизаветинская станцияһы янында Ҡарғалған юл бар. Бында көнөнә бер нисә авария булып тора икән. 2016 йылдың йәйендә генә бер тәүлек эсендә 13 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, яңы юлды боронғо зыярат аша һалғандар һәм һөйәктәре өҫтөнән машиналар йөрөүгә ҡаршы йәндәр шулай ризаһыҙлыҡ белдерә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас