Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
13 Ғинуар 2018, 13:06
Ҡоҙоҡ. Поэма
Ҡоҙоҡ, ҡоҙоҡ. Иҫке ҡоҙоҡ.Бөткән тимәгеҙ туҙып.Ташламайыҡсы уныТарих битенән һыҙып.
I
Көн буйына мәж килеп,
Ҡолономдо эҙләнем.
Тапмағас, уны әрләп,
Ниҙәр генә теҙмәнем
(Ахырыһы, түҙмәнем).
Килеп инде ҡәйнешем
Ҡолон кеүек юртаҡлап.
Күбекләнгән ауыҙы
Ашҡыныуҙан шул саҡлы.
Ҡолоном ҡайтты тиеп,
Ҡапыл тертләп ҡуймаһам...
Үҙе лә ҡолон инде,
Төплө генә уйлаһаң.
– Иҫке ҡоҙоҡ эсенә
Төшкән, – тине, – Йондоҙоң.
Их, башҡа бәлә генә
Булмағайы дуңғыҙың.
Ауылдың иң осонда
Бар иҫке генә ҡоҙоҡ...
Уңайлы осраҡ түгел
Һөйләргә ваҡыт һуҙып.
Күршеләрҙе әйҙүкләп,
Баҫырау, арҡан алып,
Ашыҡтым шунда табан,
Өмөткә арҡаланып.
Ул соҡорҙоң барлығы
Күренмәй ҙә алыҫтан.
Тороп ҡалған окоптай
Үлемесле алыштан.
Тирә-яғын дегәнәк,
Ҡаҙаяҡ баҫып бөткән.
Көн ҡыҙыуына һыуы
Буйырап, һаҫып бөткән.
Унда ҡолоном тора
Күҙҙәрен мөлдөрәтеп.
Шүрәлегә оҡшаған,
Уйлама көлдөрә тип.
Көлә торған саҡмы ни?
Ҡотҡарыр кәрәк малды.
Урман ҡыҙыра торғас,
Хәл дә самалы ҡалды.
Ярай әле күршеләр,
(Киң булһын ризыҡтары).
Аҙмы күрһәтеп тора
Был тормош “ҡыҙыҡтар”ын.
Арҡан менән ҡолондо
Уңға-һулға тартабыҙ.
Этләй торғас мәхлүкте,
Талып китә арҡабыҙ.
Сығып етте тигәндә,
Арҡан китте өҙөлөп.
Беребеҙ ҡолап ятты
Баҫырауға һөҙөлөп.
Суп итеп килеп төштө
Ҡолон тағы ҡоҙоҡҡа.
– Белмәйгеҙ, – тип, – эш рәтен, –
Алды берәү ҡыҙып та.
Һүҙләшер ваҡыт түгел,
(Аңлай уны һәммәбеҙ).
Батып бара ла баһа
Күҙ алдында кәмәбеҙ.
Йәнә сара күрәбеҙ
Ялғап өҙөк арҡанды.
Этләнә торғас, тәки
Сығарҙыҡ бит тарпанды.
Ҡолон хаҡында оҙаҡ
Бәйән иттем, туғаным.
Шуға йылҡыға бәйле
Хәбәремде туғарам.
Бөгөн мине борсота
Ҡыйланған иҫке ҡоҙоҡ.
Ошо хаҡта ниәтем
Һөйләргә ҡыҙып-ҡыҙып.
II
Ҡоҙоҡ, ҡоҙоҡ. Иҫке ҡоҙоҡ.
Бөткән тимәгеҙ туҙып.
Ташламайыҡсы уны
Тарих битенән һыҙып.
Борон ул ауылымда
Берҙән-бер ҡоҙоҡ булған.
Элек тә кешеләргә
Йәшәүе “ҡыҙыҡ” булған.
Борон ауылым халҡы
Бер ҡоҙоҡтан һыу эскән.
Һүҙ йөрөй: һыу алырға
Зөһрә ҡыҙ айҙан төшкән.
Юлсылар бында туҡтап,
Киткән һыуһын ҡандырып.
Һыу эйәһен ололап,
Көмөш тинлек ҡалдырып.
Башҡорто ла, урыҫ та
Һыу алған бер ҡоҙоҡтан.
Әкиәт ҡоя тимә,
Һөйләмәйем ҡыҙыҡтан.
Бөгөн ошо ҡоҙоҡтоң
Бер кемгә кәрәге юҡ.
Ҡортлай башлаған һыуы,
Ауылдың йөрәге юҡ.
Боронғолар ҡоҙоҡто
Аманат итеп ҡаҙған.
Ҡулдағы эсәр һыуҙы
Әйләндерәбеҙ һаҙға.
Иртәгә унда балаң
Төшөүе мөмкин ҡолап.
Бер аҙ шағир һүҙенә
Һалһағыҙ ине ҡолаҡ.
Ҡоҙоҡто беҙҙән башҡа
Килеп таҙартмаҫ яттар.
– Ҡоҙоғоңа төкөрмә! –
Талып бөттө яңаҡтар.
Эсәр һыуын бысратыр
Бары илһуяр тиле.
Башҡортостан тупрағы –
Сылтыр шишмәләр иле.
Еремә көрәк төртһәм,
Шишмәһе сығып бара.
Уның серле моңдары
Күңелгә сумып бара.
Таҙларға, кәртәләргә,
Уйымдан арыныу юҡ.
Үҙ ҡойомдо таҙлайым,
Уртаға ярылыу юҡ.
III
Ҡоҙоҡ, ҡоҙоҡ. Иҫке ҡоҙоҡ.
Бөткән тимәгеҙ туҙып.
Ташламайыҡсы уны
Тарих битенән һыҙып.
Эх, ниндәй генә сүп-сар
Ултырмаған төбөнә.
Тут ҡаҙаҡ килеп сыҡты
Эләгеп эт себенә.
Ат башындай ҡомартҡы
Ятҡан икән ҡоҙоҡта.
Был ҡаҙаҡ әле булһа
Ярарлыҡ хужалыҡта.
Боронғо ҡалсыҡты
Тотоп торған был ҡаҙаҡ.
Был ҡаҙаҡтың йәштәше
Яһағандыр уҡ-һаҙаҡ.
Ҡоҙоҡ соҡоған һайын,
Тәрәнәйә уйҙарым.
Ауырһынам уйымда
Буйлап Иҙел буйҙарын.
Күл-йылға төптәренә
Күпме сүп-сар ултырған.
Быны белмәмеш булып,
Һалышмайыҡ һуҡырға.
Шишмәләр таҙалығы –
Күңелдең таҙалығы.
Үҙебеҙҙең ҡаҙаҡҡа
Үҙебеҙ ҡаҙалабыҙ.
Бына тут көрәк башы
Килеп сыҡты ҡоҙоҡтан.
Күпме ҡәбер ҡаҙып, кем
Уны ялға оҙатҡан?
Балыҡ кеүек ялтырап,
Килеп ятты усыма
Боронғо көмөш аҡса,
Хистәр өҫтәп хушыма.
Тик сүптән тормай икән
Сүплек тигәнең, ҡәйнеш.
Ҡомартҡы ла сүплеккә
Ташланып ҡуя имеш.
Ярыҡ шешәләр ята
Һаман да хәүеф янап.
Береһенә ҡырҡылып,
Бармағым алды ҡанап.
Был шешәнең хужаһы
Гүр эйәһелер күптән.
Араҡы шешәләре
Ерәнесерәк сүптән.
Урап үт, тормошоңда
Әгәр уны осратһаң.
Сүп булырҙан алда ул
Халыҡ аңын бысрата.
Шешә ярсығы кеүек
Күпме яҙмыш ватылған.
Яҙмышҡынамы, уға
Тотош ҡәүем һатылған.
Ҡоҙоҡ, ҡоҙоҡ. Иҫке ҡоҙоҡ.
Бөткән тимәгеҙ туҙып.
Ташламайыҡсы уны
Тарих битенән һыҙып.
Тир түгәм, килер тиеп
Бер ваҡыты таҙарыр.
Ил алдында йөҙөбөҙ
Тағы күпме ҡыҙарыр?
Ленин башы туҡылған
Значек табылды шул саҡ.
Иҫкә төштө пионерға
Алынған бәхетле саҡ.
Тоноҡ ҡоҙоҡҡа бағып,
Уйҙар болғанды хәтәр.
Терелеп китте миндә
Аҡлы-ҡаралы хәтер.
Төшөп киттем дә баһа
Мин хәтер ҡоҙоғона.
Данлы, шаулы тарихлы
Йәшәйеш “ҡыҙығы”на.
Хәтер төбөндә ятҡан
Урағы, сүкеш башы.
Уралға һеңеп батҡан
Ирәмәлдең аҡ ташы.
Туп шартлауына күсте
Аттарҙың сабыштары,
Шайморатов бойроғо,
Сәлимәкәй һағыштары.
Салауат бығауының
Ишетелде сыңдары.
Рәмиҙең һыҙланыуы,
Әлмөхәмәтов моңдары.
Киң, иркен баҫыуҙарҙа
Комбайн тауыштары.
Париж сәхнәләрендә
Йомабай алҡыштары.
Мин хәтер ҡоҙоғона
Сумғандан-сума барам.
Етәр! Ебәр! Ҡотҡарығыҙ,
Хәрмәтле ата-бабам!
Башҡорт ҡанын эсеүсе
Ҡандалалар күп унда.
Бабич мандолинаһы
Кеүек моңдар юҡ бында.
Бабич! Бабич!
Ниндәй табыш!
Ниндәй юғалтыу!
Ау!
Башҡорт ауылдарының
Көлдәре осоп ята.
Тәфтиләүҙәр бал-майын
Күнәкләп һоҫоп ята.
Бөгөн дә ҡоторона
Тәфтиләүҙәр дауылы.
Үртәлмәй генә бөтә
Күпме башҡорт ауылы.
Баш бүре яраһынан
Һарҡыған ҡанын ялай.
Сит моңдар, ят тауыштар
Рухыбыҙға оялай.
Төнъяҡ Амурҙарының
Осло етеҙ уҡтары
Француздар күкрәгендә,
Ары торһон туптары.
Күпме батырҙар ята
Шул хәтер ҡоҙоғонда.
Ишетәм ил башына
Ҡарҡылдар ҡоҙғонон да.
Мин хәтер ҡоҙоғона
Сумғандан-сума барам.
Етәр! Ебәр! Ҡотҡарығыҙ,
Хәрмәтле ата-бабам!
Унан тартып сығарҙы
Юрғаларҙың кешнәүе.
Хәтер ҡоҙоғо... Хәтер...
Хәйер унда төшмәүең.
Ҡоҙоҡ кеүек тулған ай
Яулап алған күк йөҙөн...
Тора ялғана алмай
Уйҙарым, һүҙгә һүҙем.
Ҡоҙоҡ эсендә баҫып
Тормайымдыр ҡыҙыҡтан.
Услап һыу йоттом инеш
Субырлаған ҡоҙоҡтан.
Читайте нас: