Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
30 Ғинуар 2018, 11:37

Ҡаршыларға ине әле йәйҙе...

Ҡала алмайым бүтән һинең менән.Мин сығам... Ишекте ас...

***


Етегәндең булғым килә етенсеһе.

Бер ҡулымдан дуҫ-йондоҙом тотһа,

Айға бирермен икенсеһен.

Шулай ҡалыр инем мәңге Йондоҙ булып.

Теләк телә – тормошҡа ашыр,

Мин атылып...


***


Ҡала алмайым бүтән һинең менән.

Мин сығам... Ишекте ас...

Өшөтөп йәнем, тәнемде,

Йөрәгемде ҡалдырҙың яланғас.

Сығар мине...Йә ҡалдыр,

Йәшәй алмам инде ут йотоп.

Һин – ситлек, ә мин һинең

Тотҡоноңда янған аҫыл ҡош.


***


Ете ҡат урап Ер шарын,

Иң сигендә ҡалһаң,

Меңенсе ҡояш ҡалҡып, –

Ҡайт үҙеңә... Тыуған йорттоң бер шәме лә

Бөтә ҡояштарҙан мең артыҡ.


***


Күктең тамды йәше,

Һыуыҡ йәше,

Ҡар бөртөгө булып усыма.

Тән йылыһы ялмап алды,

Ирене ҡар, баҫып упҡынға.

Устарымда ҡалды ҡайнар тамсы,

Эҫеһенән ҡалтырап өшөнөм.

Ҡар бөртөгө түгел,

Әсе тамсы...

Бер тамсыһы ине йәшемдең...


***


Беҙгә бары тик егерме...

Уйламағыҙ,

Үтерҙәр тип бөтә кәртәләрҙе емереп.

Ташламағыҙ сиктән сиккә

Ҡаһарманлыҡ көтөп,

Теҙләмәгеҙ алдығыҙҙа

Хаталарҙы хөкөм итеп.

Яңы ҡанат ҡаҡҡан ҡошсоҡ бит беҙ,

Һындырмағыҙ ҡанаттарҙы, һындырмағыҙ!

Ҡаршыларға ине әле йәйҙе,

Татыманыҡ әле һөйөү тәмен,

Бер минутҡа туҡтатығыҙ Ерҙе...

Беҙгә бит бары егерме...


***


Көтмәгәндәр, ахыры, беҙҙе бында.

«Саҡырылмаған ҡунаҡ» мөһөрө маңлайҙарҙа.

Мәжлес, табындарҙа беҙ – урынһыҙҙар.

Торлаҡ тапмай интеккәндәр

Ерҙең ҡуйынында.

Ашыҡҡандар.

Сабырһыҙҙар.

Артыҡ йәндәр.

Үҙенә алмай донъяларҙың береһе лә.

Барыһы бер беҙгә – ағы, ҡараһы...

Һуҡмаҡ тапай яҡтылыҡҡа

Яҙмыш-әсәнең һөйөлмәгән,

Үгәй балаһы...

Йондоҙҙар атылған төндә...

Ямғыр яуҙы бөгөн,

Ябай түгел – йондоҙ ямғыры.

Хыялыйҙар теләк теләнеләр,

Яҙмыштары күккә яҙылды.

Барлыҡ донъя нурға сумды,

Йөрәктәрҙә өмөт уятып.

Һәм беҙ остоҡ, икәү, йондоҙҙарға

Йыһаныбыҙ өсөн Ерҙе ҡалдырып.


***


Берәү, икәү, өсәү...

Йондоҙҙарҙы һүндерҙең берәмләп.

Йыһаныбыҙ сумды ҡараңғыға,

Яҙмышыбыҙ – күңелһеҙ әкиәт.

Яртышарҙан ҡалдыҡ…

Яраларҙан

Үкенесле әсе йәш тама,

Ярсыҡтарын йыям йондоҙҙарҙың

– Ҡайтыр өсөн ҡабат Йыһанға.


***


Елкәмдә ултыра ҡара шәүлә.

Һәр аҙымым – һынау, ауыр кәүҙә.

Ҡараңғыла шәүлә һәм мин,

Юлыбыҙ – бер...

Белдем... белдем!

Мин эйәрттем уны үҙем!

Күндем... Һүндем.

Шәүлә – ул мин.


Битһеҙҙәр


Битһеҙ кешеләр килә ҡаршыма.

Йөҙҙәре юйылған һәм мөһөр һуғылған.

Гәлсәр ҡурсаҡтай

Айырылмайҙар

Бер-береһенән.

Хужа түгелдәр үҙ тәндәренә,

Һуҡмаҡтарын юғалтҡандар

Өй – йәндәренә.

Баштарына кейҙергәндәр

Сәнскеле таждар.

Йөрәгендә булған боҙ ярсығын

Иретмәй хатта яҙ ҙа...

Ҡаршыма килә, килә битһеҙҙәр.

Кеше булғанһығыҙ бит һеҙ ҙә!..

Ҡарайым ҡурсаҡ йөҙҙәргә,

Биттәр араһынан эҙләп үҙемде.

Йондоҙҙар һүнгән ине...

Аяҡ остарында баҫып күләгә

Айҙы тибеп төшөрҙө төн күгенән.

Ҡосағына алды Ер шарын ҡараңғы.

Һағынып Айын Йыһан иланы.

Игеҙәген юғалтҡан Ҡояш, һағышынан

Ҡалҡмаҫ булды тау артынан.

Йөрәкһеҙ ҡалды төн күге.

Йондоҙҙар инде һүнгән ине.


***


Ҡайнар ҡаҙандан ҡулдар тартыла.

Күҙҙәре тоноҡ, кәүҙә яртылаш.

Тоталар ҡулдан, аяҡтан.

Сәстән тарталар.

Доғалары бер:

«Әйҙә ҡайтайыҡ! Әйҙә ҡайтайыҡ! Әйҙә ҡайтайыҡ!»

Шул саҡ төбәлде бер төпһөҙ күҙҙәр.

Ҡараңғылыҡта йәнде йән күрҙе.

Йөрәк ишетте башҡа йөрәкте:

«Был ҡараңғылыҡ – һинең өй түгел.

Ҡулыңды һуҙма. Бар йүгер, йүгер!»

Тәнемде тотоп, йәнем йүгерҙе,

Ҡайнар ҡаҙандан һоҫоп ғүмерҙе.

Яҡтыға килдек: мин, тәнем, күңел...

Тик йәнемә төндә тынғы бирмәй:

«Йүгер, йүгер, йүгер!»



Читайте нас: