Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Июнь 2018, 22:39

Бәпем-бәпем бәпембә

Бәпем-бәпем бәпембә, Бәхетле шул хәттемдә.


Бәпембәнең аҡ шары,

“Өф” иткәндән ҡаҡшары.

Тарҡалыр ҙа осоро,

Оса торған осоро.


Бәпем-бәпем бәпембә,

Бәхетле шул хәттемдә.

Бәйләнмәгән берәүгә,

Һабағына – терәүгә.


Елпер генә ел көтә,

Шул дә уны өркөтә.

Дүрт тарафы ҡибыла,

Мине алһа ни була?


Мине алһа ни була?

Бер сатыры йәл микән?

Бәпембәләргә көнләшеп

Ҡарап ҡалыр мәл икән.



Читайте нас: