Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Июнь 2018, 20:43

Аллаһ һине күреп бара, Күңелеңә изге моңдар үреп бара... (№ 2, 2018)

Тәнҡит һүҙҙәр уята сәм,Күңелеңә яғаһың шәм.Был донъяла һин кемдән кәм?Йөрәгеңдә уяна ғәм!

Һүҙ көсө


Һүҙҙәр – мәңге тере,

Уның да бар барыр ере.

Ғәзиз йәндәреңде өтөп,

Килер мәлдәреңде көтөп,

Мейеләреңде ярып үтеп,

Йәнекәйҙәреңде һүтеп,

Аҡ ҡағыҙға теркәләләр.

Аҙаҡ инде тирбәләләр.

Халҡыңды илһамландырып,

Матур донъяға ымһындырып,

Осор ҡанаттар ҡуйып,

Йәнкәйҙәреңде уйып,

Йыһанда гиҙҙерәләр.

Ҡайһы саҡ иҙҙерәләр.

Һүҙҙәр көслө, ҙур,

Һөйләй-һөйләй ур.

Утҡа һала, тағы ала

Һыуға һала, уттан ала –

Аңлағанға – ишара.

Аңламаһаң, ни сара?

Тәнҡит һүҙҙәр уята сәм,

Күңелеңә яғаһың шәм.

Был донъяла һин кемдән кәм?

Йөрәгеңдә уяна ғәм!

Һүҙҙәрҙең дә көсө була!

Наҙлы һүҙҙән күңел тула.

Тик күңелгә матурлыҡ тулһын,

Яҡтылыҡ, изгелек булһын.

Һүҙҙең көсө – көслө ҡорал

Күңелеңә яҡты нур ал!


***


Гәлсәр һауыт кеүек

Ҡулымдан төшөп китте.

Үтә күренмәле ҡыуыҡ

Йөрәгемде өттө.

Нисек төштө тота алманым,

Башҡа яныңда ҡала алманым.

Ярсыҡтарҙы йыйып та булманы.

Ҡабат ул яҡҡа юлым уңманы...


Диңгеҙгә булған мөхәббәт


Һаумы, Диңгеҙбай!

Оло дарья, ай-һай!

Матур бер һын һин,

Ҡалай һин, ҙурһың!

Тәү күреүҙән ғашиҡ булдың,

Ҡолас йәйеп ҡаршы ҡундың.

Мин дә һиңә ғашиҡ булдым,

Йүгереп ҡосағыңа сумдым.

Ярһыуыңдан сыҙай алмай

Хаттин аштың, хаттин аштың.

Тән-йәнемде усҡа алып,

Эй бәүелттең, эй бәүелттең

Эй шаярҙыҡ рәхәтләнеп,

Тәндәремде сихәтләнең.

Йәндәремде күккә аттың,

Үрелеп үҙең күҙгә баҡтың.

Иренемдән, биттәремдән

Тәндәремдән һурып үптең.

Тулҡындарың сәсрәтеп,

Тән-йәнемде ҡурып үттең.

Был рәхәттәргә сыҙамай,

Йәндәремде лә аямай,

Атылдым мин түрҙәргә,

Ҡыуанып әйҙәнең үрҙәргә!


***


Дингеҙбайым, һаумы!

Тағы килдем һиңә, һағына-һағына

Ҡом таштарға абына-абына.

Зәңгәр күҙҙәрен тултырып ҡараны:

«Үттең һин ҙур араны.

Кил, һылыуым, ҡосағыма.

Шаяр, йөҙ, уйна, тик арыма!

Йәнең ни теләй, шуны һора.

Бүләк итәм һиңә медуза.

Ал устарыңа, һоҡлан!

Һине улар тешләмәй,

Яратам наҙымды йәлләмәй.

Һағындым бер нисә

сәғәт эсендә.

Наҙлайым, һурып үбәм

Биттәреңдән, тәндәреңдән.

Йәндәрем һиңә тартыла,

Күктәргә, күктәргә артыла.”

“Рәхмәт һиңә, Дингеҙбайым,

Шат йөҙөң, әйтерһең, күктәге айым.

Рәхмәт һинең наҙҙарыңа

Зарланам тик ваҡыт аҙҙарына”.

“Ҡәҙерлем, һылыуым, аҡланма,

Бер нәмәгә лә ваҡланма!

Һиңә булған мөхәббәтем көслө

Хәтәр зәңгәр тулҡындарым төҫлө.

Зәңгәр тулҡын-ялҡындарым

менән аймап алам.

Ярһып наҙлай, үбә ҡосағыма һалам.

Һинең һоро күҙҙәреңә бағам.

Шуның ялҡынында ҡалам,

Мәңгелеккә һине кәләш итеп алам!”

“Мәңгелек донъя һиндәме?

Минең ауырлыҡ иңдәме?

Мөхәббәтең мәңгелекме?

Дингеҙ-даръялай, елекме?

Һүнмәҫме, һүрелмәҫме,

Башҡаларға үрелмәҫме?”

“Шикләнмә, йән киҫәгем

Мөхәббәтем – мәңгелек,

Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә

Лиана кеүек үрелмәй ҙә”.

“Һынайым әле мин һине

Һынайым, һанайым,

йән киҫәгем,

айналайн!”


Көҙгө ялан


Көҙгө ялан...

Ниндәй күркәм!

Шул яланда йәшәү көсөн күрәм.

Ағастарым һомғол баҫҡан,

Көҙ уларға наҙлай-наҙлай

Алтын сулпы аҫҡан.

Үләндәр ҙә талғын ғына тирбәләләр,

Көҙгө елгә улар шулай иркәләнә.

Ҡоштар оса талпынып-талпынып

Үҙ төйәген һағынып.

Ә Таналығым аға алҡынып,

Белмәҫһең,

Ҡайҙалыр ашҡынып.

Шундай хозур фани донъя –

Күкрәп-йәшнәп йәшә әйҙә!


***


Зәңгәр һауа.

Болоттар аға...

Болот баҫҡысы.

Ҡояш артында –

Ожмах асҡысы.

Абынып ҡуйма, бала!

Яҙмыш юлҡайҙарын үтәбеҙ,

Ғүмер юлҡайҙарын һүтәбеҙ...

Ата-әсәйһеҙ ҡалдың...

Яңғыҙ юл алдың.

Бала саҡ яңғыҙ үткән.

Ә хоҙай маңлайыңдан үпкән!

Әруахтар ожмах түрендә,

Күңелдәре сәскәгә үрелә.

Уйҙары менән улар ерҙә,

Йома көн киләләр ергә.

Саҙаҡалар бир уларға

Бағышлап, изге ҡулдарға.

Рухтары шатланыр,

Күңелең ҡанатланыр.

Эй, балаҡай, һиңә өндәшәм

Күңелеңә тоҡандыр шәм!

Был донъяның ғазаптары.

Шул тиклем күп аҙаптары.

Көлгә ҡалғандай яндырырҙар,

Кәрәгеңә бирер яндырайҙар.

Йәнкәйҙәрең берсә туңыр,

Юлҡайҙарың берсә уңыр.

Донъя һынауҙарын үткәндә,

Ғүмер юлдарыңды һүткәндә.

Әсе саң бурандары күҙеңә тулыр

Әммә ҡояшлы көндәре күп булыр.

Тик көсһөҙҙәр ҡалыр тамуҡта,

Ташланыр мәңгелек утҡа.

Көслө рухлы осор өҫкә,

Эйә булыр ысын көскә.

Йәндәре инер ожмахҡа,

Әйләнер ул былбыл ҡошҡа.

Түшкәйҙәре йәйғор төҫөндә,

Быларҙы ул күрҙе төшөндә.

Ожмахҡа ингәс, аптырап ҡалыр

Фәрештәләр етәкләп алыр.

Бер яғында бал шишмәһе ағыр,

Икенсе яҡтан һөт шишмәһе бағыр.

Фәлсәфәмде ҡабул ит бала,

Атла алға, күңелеңә ала-ала.

Был донъялар фани түрҙә

Бөркөт булып ос һин үргә!

Аллаһ һине күреп бара,

Күңелеңә изге моңдар үреп бара...


***


Йәнем илай...

Урын тапмай.

Ә күктә йөҙә ай –

Йәндәремә май.


Шаңдау аша ишетелә моң...


Һин – сәскә,

Мин – сәскә.

Тажы – нур,

Күңелгә ур.

Һөйөү – ут,

Ирендә – һут.

Усыңа тот,

Китмәһен ҡот!



Читайте нас: