Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
10 Август 2018, 10:17

Салауат Әбүзәров шиғырҙары

Шағир, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Әлеге көндә «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире



ШАҒИРЛЫҠ


Шағирлыҡ – ул йөрәк телеп,

Ямау кеше яраларын.

Шағирлыҡ – ул тоташтырыу

Ер менән Күк араларын.


Шағирлыҡ – ул Туҡай, Бабич,

Шағирлыҡ – ул Рәми, Түләк...

Шағирлыҡ – ул бүләк түгел,

Алына ул ғүмер түләп!


Шағирлыҡ – ул бәхет түгел,

Шағирлыҡ ул – ҡорбан булыу!

Һыуға сарсап шиңгән гөлдәй,

Моңға сарсап, йырҙан һулыу!..


МИНЕҢ ТЕЛЕМ


Таш быуаттан килә минең телем,

Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө.

Һөңгө сыңы ишетелә унда,

Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө.


Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда,

Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып.

Тиртеп сыҡҡан бейә елененән,

Сәскәләрҙән тамған һут булып.


Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул

Яу килгәндә тыуған еремә.

Ул ағылған ҡурай моңо булып,

Күтәрелеп Урал үренә.


Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар...

Меңәрләгән ауыл көлөнән

Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан

Бишектәге сабый теленән.


Ата-бабаларҙың аманаты,

Тере рухы – башҡорт теле ул.

Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,

Милләтемдең изге түле ул!


Туған тел


Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде

Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып.

Был бит ерләү бөгөн Әсә телен,

Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып.


Был – милләтте юҡ итеүҙең башы,

Был – юғалтыу тыуған илеңде!

Тимәк, бөгөн килер быуындарҙың

Муйынына элмәк эленде!


Телһеҙ Герасимдай булһаҡ әгәр

Балабыҙ ҙа булыр бер “Му-му”.

Ете яттар телде быуа алмай,

Үҙебеҙ батырабыҙ беҙ уны!


Ниндәйҙер бер Иван ҡулындамы

Туған телебеҙҙең ғүмере?!

Батшаларға баш эймәгән башҡорт

Ошо яҙмышына күнерме?!.


КӨҘ


Аҡылыңдан хатта яҙырлыҡ бит,

Ҡарап торһаң донъя йәменә:

Һары толомдары ишелеп төшкән

Ҡайындарҙың ап-аҡ тәненә.


Тәүге тапҡыр ғашиҡ булған кеүек

Биреләһең иләҫ уйҙарға.

Эх, үрмәксе һуҙған көмөш ҡылға

Бармаҡ менән сиртеп уйнарға!..


Бер минме ни шулай иҫергән йән

Һауаһынан әкиәт иленең?!

Күпме ғашиҡ, ана, япраҡ итеп,

Һибеп киткән йөрәк телемен.


ӘКИӘТ ТҮГЕЛ...


Өлкәнәйә барған һайын

Әкиәткә тартылам:

Эх, эйәреп китке килә

Серле йомғаҡ артынан.


Йомро-йомро был йомғағым

Тәгәрәр ҙә тәгәрәр...

Мин ҡалмам, һинең яныңа

Ул алып барһа әгәр.


Һин ташларһың тарағыңды, -

Араға ҡалҡыр урман.

Мин уны йырып сығырмын,

Ҡартайҙым, тиеп тормам.


Арабыҙҙа күлдәр йәйрәр,

Ташлаһаң һин көҙгөңдө.

Йөҙөп сығам, тик бер генә

Күрер өсөн йөҙөңдө.


Эх, был ғүмер тигәндәрең

Әкиәт кеүек үткән.

Йомро-йомро шул йомғағым

Мөхәббәт булды микән!?


МАРСТА ЙӘШӘҮ БАРМЫ?


Бер-береһенән уҙҙырып,

Гүйә фәнни ярышта,

Ғалимдар асыш яһайҙар,

Йәшәү бар, тип Марста.


Мине башҡа һорау борсой:

Ерҙә йәшәү бар микән?

Әллә ул сикһеҙ ғаләмдә

Йөҙгән бер буш шар микән?


Уны “Власть” тигән болот

Уратып алған, тиҙәр.

“Демократик” кислородтың

Булыуы ялған, тиҙәр.


Һалым миҡдары юғары, –

Һулағыһыҙ һауа, ти.

Кислоталы ямғыр булып,

Коррупция яуа, ти...


Ерҙә йәшәү юҡ!..

Тормоштоң

Бик ҙур унда баҫымы!

Марста бар, тип әйтәләр, –

Марсҡа осаһымы?!.


БУЛДЫ...


Абынған саҡтарым булды,

Ҡолаған сағым булды.

Йыш ҡына юлды бутаным,

Айырмай уңды, һулды.

Йөрөтөп тайғаҡ юлдарҙан

Өйрәтте тормош йәшләй:

Абынмай ҙа, ҡоламай ҙа

Кемдәр шыуышып йәшәй...


ШАР


Ел осорған шар артынан

Йүгергән малай кеүек,

Минең йөрәгем һаман да

Хыял ҡыуалай кеүек.


Ана тотам, бына тотам

Тик бер генә уҡталһам...

Мин йүгергән һайын ҡаса,

Туҡтай, әгәр туҡталһам.


"Тота яҙып ҡына ҡалдым!"-

(Шуға ла шатланаһың!)

Өмөтләнеп, тағы ҡыуаң, -

Шар ғына шартламаһын...


***


Йылғалар хәҙер һайыҡты,

Күктәр шундай тәпәш.

Аҡһаҡаллы ҡарттары ла

Сабый менән йәштәш.


Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа

Ерҙә генә шыуа.

Хатта Гулливерҙарҙан да

Лилипуттар тыуа.


Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе

Һәм бәләкәй тажы.

Үҙ башына үлсәп ҡарай

Уны һәр бер таҙы.


Ер шары ла усҡа һыйыр, -

Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.

...Тик үҫкәндән-үҫә бара

Бары ҡорһаҡ ҡына...


БЕҘ!..


Беҙ - ирекле ирекһеҙҙәр!..

Беҙ - ҡол түгел ҡолдарбыҙ!..

Беҙ - хоҡуҡлы хоҡуҡһыҙҙар!..

Беҙ - юлсылар юлдарһыҙ!..


Беҙ - күҙле килеш һуҡырҙар!..

Беҙ - телле көйө телһеҙ!..

Беҙ - ишеткән һаңғырауҙар!..

Беҙ - илле көйө илһеҙ!..


Беҙ - тоҡанмаған уттарбыҙ!..

Беҙ - йәйә, ләкин уҡһыҙ!..

Беҙ - йөрәкле йөрәкһеҙҙәр!..

Беҙ - була тороп, юҡбыҙ!..


АЛАДДИН ШӘМЕ


Теләктәреңде үтәрмен,

Һин әйт кенә, йәме!

Минең күкрәгемдә ята

Аладдин шәме.


Бар теләгең ҡабул булыр,

Мин - ҡолоң һинең!

Йөрәкте асып сығарҙың

Мөхәббәт енен...


***

...Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –

Ара тора боҙолоп.

Бөгәрләнеп кенә ята

Ҡуйынымда боҙ булып.


Йыуатып һүҙ әйткән булам,

Ҡарайым инәлеп тә...

Әллә нишләне лә ҡуйҙы, –

Килмәгәс килмәй ипкә.


Һөйләшмәй бына нисә көн,

Йылмаймай нисәмә ай.

Ни ҡылырға ла белмәйем

Артабан барһа былай.


Әллә... ғашиҡ булды микән?..

Ташларғамы самалай?..

Уйламаған уй ҡалманы,

Баш ҡатты инде, малай.


Тағы күпме ғазаплар ул,

Йөрәкте күпме һығыр?..

Әллә нишләне лә ҡуйҙы...

Ни булды һиңә, Шиғыр?


***


Шиғыр – мөхәббәт кеүек ул,

Һөйөү утылай илһам...

Ғүмергә яныр йөрәгең,

Бер тапҡыр ғашиҡ булһаң.


“Яратам!” тип әйтмәй генә

Яраттыра ул шиғыр.

Йоҡоларыңдан уятып,

Йөрәк майыңды һығыр.


Көсләп ғашиҡ итеп булмай,

Яратып булмай көсләп.

(Ул утта яныу ләззәте

Татылмай шиғыр “эшләп”).


Шиғыр – мөхәббәт кеүек ул,

Күҙгә эркелгән йәштәй...

Улар ике игеҙәк булып,

Йөрәк түрендә йәшәй!


***


Хоҙай алдында тигеҙбеҙ,

Бер кемгә айырма юҡ.

Батшаға ла шул бер ҡояш,

Көтөүсегә лә шул уҡ.


Бер үк йыһан, бер Ер шары,

Бер үк һыу, бер үк һауа.

Бер үк ҡоштар моңон түгә,

Бер үк ямғырҙар яуа...


Был һүҙҙәрем асыш түгел,

Быны һәр кем дә белә.

Тик көтөүсе булғы килмәй,

Батша булаһы килә...


АҠ ШАҠМАҠ


Малевичтың "Ҡара квадрат"ын ҡарағас.


Алдымда ятҡан аҡ шаҡмаҡ

Мәңгелектең әллә ишегеме?

Әллә бар ғаләмгә өмөт һирпеп,

Яңы тыуған сабый бишегеме?


Ошо аҡлыҡ шәм осонда тертләй,

Ҡояш итеп күрәм был аҡлыҡты.

Йә уйнай ул сабый ҡарашында,

Йә сал керпектәге нур аҡтыҡҡы.


Бында ғүмер башы һәм аҙағы,

Биләү менән кәфен төҫө бында.

Һүнеп барған донъя иңрәүе был,

Дөрләп китер донъя көсө бында...


***

Кеше битлек менән йәшәй,-

Бер кемде булмай танып.

Мәмерйәнән сыҡтыҡ та беҙ,

Йәшәйбеҙ маймылланып.


Хәҙер атом бомбаларын

Тоторҙоҡ беҙ маймылға:

Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар

Теләп киләһе йылға.


Дарвинизм тәғлимәте

Һаман да аңды быуа.

Маймылдан кеше тыумай ул,

Кешенән маймыл тыуа!


САҢ


Менмәһәм дә, һыйпағаным булды

Алтын ялын Шөһрәт атының.

М. Кәрим.


Булманы Шөһрәт атының

Алтын ялын үреп.

Бер боролошта ҡойроғоноң

Осон ҡалдым күреп.


Күтәрелеп ҡалды унан

Саң-туҙан ғына.

Туҙан араһынан барып,

Ғүмер уҙа бына.


Ниндәй аттар сапҡанын да

Булмай хәҙер аңлап:

Донъябыҙҙы бөтөрҙөләр

Дан аттары саңлап...


АЛМА ТӘМЕ


Борон-борон заман булдымы был,

Әллә таңда күргән төш ине, -

Хәтер һаҡлай йылы тынын өрөп,

Бер бәләкәй ғашиҡ кешене.


Ҙур мөхәббәт нисек һыйҙы икән

Леп-леп типкән кескәй йөрәккә!?

Йөрәкме ни - ул һандуғас ине,

Бөркөт булыр ине - кәрәкһә.


Ә кисе һуң! Йыһан баҡсаһына

Һикереп төшөп, йондоҙ тирерлек.

(Бала саҡтан ҡанға һеңеп ҡалған:

Баҡсаларға төшөү - бер ирлек).


Төшмәнекме кеше баҡсаһына,

Өҙмәнекме яттар алмаһын?!

Мөхәббәттән тыуған сауапмы был,

Йә гонаһмы - кем һуң аңлаһын...


Мин иҫләйем. Һин дә иҫләйһеңдер, -

Йөрәгеңә һағыш тулғандыр.

Баҡсағыҙҙа өҙгән алма тәме

Иренеңдең таты булғандыр!


МУНСА ТАШЫ


Төштә түгел, өндә булды.

Ул хәл әле лә иҫтә:

Шаулатып Еҙем буйҙарын,

Уйнаныҡ Айлы кистә.


"Арҡа терәп торған икәү

Бер яҡҡа борһа башын,

Килтерергә тейеш улар

Кемдеңдер мунса ташын".


Был хөкөм беҙгә эләкте -

Беҙгә эләкте хөкөм!..

Был хөкөмдө мин бит күптән

Шундай зарығып көттөм.


Бер бите - Ай, береһе - Ҡояш,

Тал кеүек нескә биле...

Һөйләргә был гүзәллекте

Кәрәк һандуғас теле.


Ул һынды бәндә телендә

Һөйләһәм, булыр яҙыҡ.

Булалыр тик фәрештәнең

Ҡаурыйы менән яҙып.


(Артығын һөйләп ташланым,

Шикелле, шашып китеп.

Туҡтайым, юҡһа һеҙҙе лә

Ҡуйырмын ғашиҡ итеп).


Ҡайтыр инем ул саҡтарға.

Эх, һыуҙар кире аҡһа!..

Тик яҙмыш беҙҙең баштарҙы

Борҙо бит ике яҡҡа.


Үкенһәк тә, булманы шул

Яҙмыштарға баш булып.

Мөхәббәтем тороп ҡалды

Утта янған таш булып.


ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ


Ҡунаҡсыл ул беҙҙең халыҡ.

Ҡунаҡ килһә, табын ҡорған

Һәм ҡалъяның иң һимеҙен

Ҡунағына һоғондорған.


Халҡыбыҙҙың был йолаһы

Ҡаныбыҙға һеңгән һымаҡ.

Күпме тапҡыр һыйлаһаҡ та,

Туя белмәҫ булды ҡунаҡ.


Һоғондо ул бар байлыҡты,

Иркебеҙҙе һоғондо ул...

Нәфсеһенә хужа булмай,

Еребеҙгә йоғондо ул.


Кикерә-кикерә һыйланды ла,

Маҡтай-маҡтай ашыбыҙҙы,

Хәҙер килеп, һоғонорға

Теләй беҙҙең башыбыҙҙы!


Шапылдата ябырлыҡ бер

Юҡ бит шунда ишеге лә!..

“Беҙ – ҡунаҡсыл”, тигән һүҙҙәр,

“Беҙ – ҡол”, тиеп ишетелә!..


ЙЫРЛЫ БАШҠОРТ


Ниндәй заман һуң был?! Ниндәй заман?!

Ялҡа кеше хатта йыр-моңдан.

Хөкөм сығарырға тора бәғзе

Йыр ағылһа әгәр йортоңдан.


Кемдәргәлер ҡурай тынғы бирмәй,

Бимазалай башҡорт бейеүе.

Улар өсөн бер енәйәт һымаҡ

Халҡыбыҙҙың моңдо һөйөүе.


Имеш, башҡорт йырлап ҡына йәшәй,

Уйын ғына, имеш, уйында.

Ҡурай тартып ятыуын ул белер

Һуңғы атын хатта һуйһаң да.


Тарихҡа баҡ! Ҡайғы-хәсрәттәрҙе

Башҡорт башҡайҙары күп күргән.

Ғазаптарҙы ләкин илап түгел,

Ҡурай уйнап, йырлап үткәргән.


Йәне моңдоң - йөрәге туң булмай.

Ул йырҙарҙан күңел нурланды.

Дошмандарың әйҙә көнләшһендәр,

Йырла әле, башҡорт, "Урал"ды!




Читайте нас: