Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Август 2018, 10:33

Гөлнур Ҡыуатова шиғырҙары

***
Мин ерләнем һине, күңел төпкөлөнә
Илай-илай ҡәбер ҡаҙыным.
...Һин хыялы инең йәшлегемдең,
Йәшнәүҙәре инең яҙымдың.
Йыры булдың күңел ярһыуымдың,
Нуры инең көләс күҙемдең.
Һинең менән бәхет татығайным,
Ямғыр тамсыһынан хатта нур үрҙем...
Ә ниңә һуң бөгөн төҫһөҙ бар йәшәйеш?
Танымайым үҙем үҙемде:
Күңелдәге мөлдөрәмә һөйөү
Нәфрәт булып ергә түгелде!..
Асыу һаҡлау яман ғәҙәт беләм,
Ғәфү итер сәбәп эҙләнем.
Һөйөүемдән тамам төңөлдөм дә,
Мәңгелеккә уны ерләнем.
Күңелемдең иң-иң төпкөлөнә,
Меңәр йоҙаҡтарға бикләнем...

***


Бәрәкәт бир ҡара ергә,
Ә күңелдәр аҡ булһын.
Һау-сәләмәт тәндәребеҙ
Изге ғәмәлдәр ҡылһын!
Барлыҡ афәт, ҡайға хәсрәт
Ер йөҙөн урап үтһен!
Ергә килгән һәр кешене
Матур ғәмәлдәр көтһөн!
Иман булһын һәр бер өйҙә,
Тыныслыҡ булһын илдә.
Ошо теләк менән, Раббым,
Доға ҡылам һәр бер иртә.


***


Һаумы ҡояш, яңы көнөм, нурҙар!

Хыял тулы бөгөн тормошом!

Насар уйҙар ҡалды үткәндәрҙә,

Мин яңынан тормош ҡорошом.

Хыянаттар, әрнеү унда булмай,

Ғазаптарға һис тә урын ҡалмай.

Күҙ йәштәре булыр тик бәхеттән.

Ҡыҙыҡтыңмы дуҫым? Әйҙә минең менән....


***


Мин бит һине ихлас һөйә инем,
Ысын хистәр менән яраттым.
Тик һин генә уны аңламаның,
Аңламауың менән юғалттың.
Үлгән һөйөү. Миңә шул тиклем йәл
Саф хистәрҙең юҡҡа сығыуы.
Йә һуң, нисек? Рәхәттерҙер инде,
Ерҙән мөхәббәтһеҙ барыуы.


Ихлас күңел менән һине һөйҙөм,
Ҡәҙерҙәрен генә белмәнең.
Хәҙер инде килмә, хат та яҙма,
Һөйөү үлде. Үҙең теләнең.


***


Яҡшы кәйеф алып килһен
Һәр атҡан таңдар.
Шатлыҡ-бәхеткә төрөнөп
Үтһен дә йылдар!
Матур төштәр бүләк итһен
Һәр бер төнөбөҙ.
Тыныс булһын, аяҙ булһын
Зәңгәр күгебеҙ.


Изге теләк менән генә
Уҡылһын доға.
Һәм мосолман килһен ине
Ныҡлы иманға!

Читайте нас: