Йөрөрҙәр ине хәл белешеп,
күрке булған, биҙәк булған
Бер кем белмәй бер минуттан
Әйтер кеүек (әҙәм шаҡшы):
“Ниңә яҙмышымды урланың?”
Ҡапыл ғына киләһең һин, илһам,
Янымда юҡ ҡағыҙ, аҡ ҡәләм дә.
Һаҡлай алырмынмы тулы көйө,
Бикләп һине күңел дәфтәремдә?
Һүҙ артынан һүҙҙәр – моңдар сыға,
Сылбыр булып ҡоштар теҙелгәндәй.
Моң да китә, тынғыһыҙлыҡ килә
Юғалтып та ниҙер эҙләгәндәй.
Яҙып ҡына өлгөр, өлгөрмәһәң
“Ҡабул итмәнең һин мине”, - тиеп,
Сит тарафтарға сығып юл ала.
Ҡунаҡ һымаҡ саҡырып та булмай,
Илһам, һине кәрәк саҡтарымда.
Көтмәгән бер дәрүиш сүрәтендә
Һин аңлайһың минең һағышымды,
Шатлығым да һиңә һис ят түгел.
Йәшәһен ерҙә Илһам, кешеләр,
Ул саҡта һүнмәҫ, һулымаҫ күңел.
Һәм мин һиҙәм, иреп китәм,
Ҡулдарымда бер моң булып,
“Тек-тек” килеп әсәйемдең
Кеше күңеле төпһөҙ диңгеҙ,
Үлсәп булмай уны бер кисеп.
Үтеп булмай уны һис нисек.
Барып етеп булмай ғүмергә.
Кеше күңеле сикһеҙ йыһан,
Кеше тураһында ҡапыл ғына
Уның кем икәнен Ваҡыт үҙе
Мәңгелек бизмәнендә баһалай.
Мәңгелеккә, теге доньяға.
Уларҙан һуң ауыл бушап ҡала,
Хатта Һаҡмарым да тын аға.
Алтмыш бише тулған ир-аттарҙы
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ниңә шулай улар иртә китә,
Кем бар икән барып һорарлыҡ?
Донъяларын теүәл итеп рәтләп,
Балаларын кеше итеп бөтөп,
Йөк-ҡамытын алып ташлағас,
Мәңгелеккә, теге доньяға.
Еңгәй-апайҙарым яңғыҙ ҡала,
Эй күңелле, кисен ауылымда,
Мөңрәй-мөңрәй көтөү ҡайтыуы,
Ауыл урамына серле бағып,
Көмөш айҙың салҡан ятыуы.
Күнәктәрен сайып әҙерләнеп
Йүгерешә башлай еңгәйҙәр.
Тал сыбығын толпар ише менеп,
Бала-саға быҙау эҙләйҙәр.
Кәртәләрҙә зыңғыр-зыңғыр килеп,
Сихри моңдо тыңлап тынып ҡалды,
Һыуҙан ҡайтҡан ҡаҙҙар-өйрәктәр.
Усаҡлыҡта бешкән икмәк еҫе,
Һөтлө күнәк икмәк янында.
Яңы күмәс менән бала-саға,
Һөт һемерә киске табында.
Мырлыбикә сабыр ғына булып,
Үҙ сиратын көтә, мырламай.
Йомарт хужабикә ап-аҡ һөттән
Ауыл урамына һөйөп бағып,
Көмөш айҙың салҡан ятыуы.
Мин игенсе, минең бар булмышым,
Баҫыуҙарым, һеҙҙә күмелгән.
Улар орлоҡ булып шытып сығып,
Шуға мин дә һабантурғай булам,
Бер елпенеп йырҙар йырлайым.
Төрән булып ергә ҡаҙалам да,
Торна булып ерҙә аунайым.
Мин ышаныс, кеше өмөтө мин,
Моңға тулған иген башағы.
Мин – тупраҡ, татлы, майлы тупраҡ,
Мин игенсе, минең бар булмышым,
Баҫыуҙарым, һеҙҙә күмелгән.
Улар орлоҡ булып шытып сығып,