Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
29 Август 2018, 12:50

Мөнир Иҡсанов шиғырҙары (№7, 2018)


Әләм


Йәйҙең аяҙ көнө. Киң офоҡтар

Шундай сихри төҫкә буялған!

Йәйҙең аяҙ көндәрендә мәңге

Офоҡтарға ҡарап туялмам!


Һыҙат-һыҙат торған тау ҡоймаһы

Мансылғандай ҡуйы йәшелгә.

Шул ҡоймалар ҡуйынында ғына

Йән йылыһын тойоп йәшәлә.


Тау өҫтөнән елдәр сигеү сигеп,

Һуҙып ҡуйған аҡһыл ҡорғанын.

Хәсрәттәргә, тимәк, сәбәптәр юҡ,

Тыуған ерҙә тыныс торамын.


Юғарыла нурлы күгем балҡый,

Төпһөҙ зәңгәрлеккә һыланып.

Зәңгәр бейектәрҙә ҡабына ла

Бойомдарға аша хыялым.


Таба алмам инде алыҫтарҙан

Ҡарашымды алыр әмәлен.

Йәйҙең аяҙ көнөмө ул, әллә

Башҡортостан элгән әләмен?!


Усым


Һинең картаң эргәһендә

Баҫып торам, Башҡортостан.

Һис айырмаң юҡ икән дә

Күрешергә торған устан.

Марат Кәримов.

Хәтерләтә Оло Башҡортостан

Рәсәй картаһында ҙур усты.

Урал тауы, ғүмер һыҙатындай,

Һөйләй кеүек оҙон тарихты.


Ошо усым башҡа халыҡтарға

Заманында ихлас ҡул ҡыҫты.

Башҡорт, татар, урыҫ араһында

Һаҡлай бөгөн тоғро дуҫлыҡты.


Ауыр мәлдә тәрән яра алып

Ҡанаһа ла, түҙгән шул усым.

Илдең йөрәгенә һис ҡасан да

Үткәрмәгән дошман ҡылысын.


Башҡортостан!

Ошо усым тотҡан

Хеҙмәт ҡоралынан ҡот ҡуна.

Шул усыма серле ҡурай ятҡан.

Тынмаҫ ҡурайынан моң тама.


Ул бәүелткән, етәкләгән мине,

Асҡан миңә тормош һуҡмағын.

Сит яҡтарҙан гел һағынып ҡайтам

Ошо устың йылы ҡосағын.


Туған ватанымдың ҡул усына

Тап төшөрмәү – изге бурысым.

Көн дә миңә оло ырыҫ бирә

Башҡортостан тигән мул усым!


Һуҡмаҡ


Төрлө яҡҡа ташлай яҙмыш еле,

Төрлө юлдан мине йөрөтә.

Әммә ауылым янындағы һуҡмаҡ

Төп юл булып ҡала йөрәктә.


Бәпкә үлән дә ул шыттырманы,

Ул бит көн дә бәпес үҫтерҙе.

Тирәһендә атыр гөл-сәскәләр

Йөрәгендә атты үҫмерҙең.


Шул һуҡмаҡтан индем урманыма,

Аҙашырмын тип һис ҡурҡманым.

Шул һуҡмаҡтан атлап ҡына, гүйә,

Сығам хәҙер тормош урманын.


Шишмә эргәһендә һуҡмаҡ бауы

Арҡан төҫлө ятты ишелеп.

Шул саҡ миңә асып биргән бит ул

Ысынында ғүмер шишмәһен.


Тура юлдан яҙмай барам бөгөн,

Яҙмыш һынауына һынманым,

Тормош һуҡмағына әйләнгәнгә

Бала саҡта үткән һуҡмағым.


Һуҡмағымды ҡый үләндәр баҫһа,

Баҫып алынырҙай үҙ илем.

Милләтемдең юлы өҙөлөрҙәй,

Таҫма-һуҡмаҡ ҡалһа өҙөлөп.


Ул булмаһа, заман урманында

Халҡым нисек хаҡ юл һаласаҡ?!

Ул юғалһа, тел-моң шишмәләрен

Нисек халҡым таба аласаҡ?!


Тик тапалмай ятҡан һуҡмаҡ эҙе

Белгәндәргә әле күренә.

Һәм мин, сабый сағымдағы кеүек,

Аяҡ баҫам тыуған еремә.


Сылтырай шишмә, шаулап ҡуя урман.

Ерем миңә шулай әйтәме:

“Бер саҡ бында ҡабат һуҡмаҡ ярыр

Башҡорт сабыйының тәпәйе!”


Түбәләрем


Атайымдың тыуған яғы –

Күкһел Күмәс үрҙәре.

Әсәйгә төйәк булған ер –

Үркәсле тау – Үрәҙе.


Ике түбә араһында

Саҡрымдар ятып ҡала.

Күмәс тауы – Азияла,

Үрәҙе – Европала.


Күмәсемдә – күңелдәрем!

Үрәҙелә – йөрәгем!

Ошо түбәләрҙә күрәм

Юғарылыҡ үрнәген.


Күккә улар ашмаһа ла,

Булмаһа ла билдәле,

Ҡитғаларҙы тоташтырып

Торған тауҙар бит әле!


Уҡытыусы


Уҡытыусы –

Һыу ҡойоусы

Гөл-сәскәләй үҫкән йөрәккә.

Хеҙмәт өсөн рәхмәт көтмәй

Һәм ҡыҙыҡмай исем-шөһрәткә.


Уҡытыусы –

Уҡ атыусы

Наҙанлыҡҡа, хурлыҡ, золомға.

Бейек үрҙәр яулаһаң да,

Маяҡ булып ҡала юлыңда.


Уҡытыусы –

Ҡот тотоусы

Тыуған ере, гәзиз илендә.

Ил бәхете, ил ҡеүәте –

Уҡытыусы биргән белемдә!


Заман тиҙлеге


Мин йүгереү тренажерын

Ниңәлер ғәжәп күрәм:

Алға киткән һымаҡ булам,

Бер урында йүгерәм.


Беҙҙең заман да бит ошо

Тренажер кеүегерәк.

Артҡа тәгәрәмәҫ өсөн

Көн-төн йүгерер кәрәк.


Йылдан-йылға, көндән-көнгә

Арта заман тиҙлеге.

Баҫып ҡына кәметергә

Юҡ шул уның төймәһе.


Һис кенә лә мөмкин түгел

Ялға туҡтап алырға.

Туҡтаһаң әгәр, әҙер бул

Ҡолап төшөп ҡалырға.


Ни бары…


Мин һөйөнәм осратҡанда

Юлда сәхрә гөлдәрен.

Ә гөлдәр бит – ул ни бары

Сәскә атҡан эҙҙәрең.


Ҡоштар миңә һайрағанда,

Өҫтәлә ҡыуанысым.

Ә ҡош йыры – ул бит әле

Ни бары ҡайтауазың.


Ҡояш сыҡһа, күңелдәрем

Шатлыҡтарға күмелә.

Ә бит ҡояш – ул ни бары

Һинең нурлы күләгә.


Ниндәй бәхет, елдәр наҙлап

Ҡағылһа толомома!

Ә бит иҫкән ел дә әле –

Ул ҡайнар тының ғына…


Күҙҙәреңдең төҫө


Йәшел йәйҙәремә ингән

Күҙҙәреңдең төҫө.

Шуға микән йәй миҙгелен

Һағыныуым көслө?!


Наҙлы гөл бөтмәҫ йәм ҡоя –

Ул күҙ ҡарашыңдыр.

Күбәләк талпынып ҡуя –

Керпек ҡағышыңдыр.


Ҡояш саға – күҙҙәреңдең

Йылы нуры бит ул.

Йәйғор сыға – күҙҙәреңдең

Йылмайыуы бит ул.


Күҙҙәреңдәй аҫыл төҫтә

Нәфис йәшмәләрем.

Күҙҙәреңдәй сафлыҡ бөркә

Көмөш шишмәләрем.


Күҙҙәреңдең төҫө йәйгә

Мөлдөрәмә тулған.

Шуға микән ҡайнар йөрәк

Йәйгә ғашиҡ булған?!


Читайте нас: