Эй, ағасым, рәнйейһеңдер инде,
Япраҡтарың ҡойолоп төшкәндә.
Көҙ елдәре килеп, болғап-болғап,
Һинән өҙөп алып киткәндә.
Эй, ағасым, күҙ йәштәрең һинең,
Ямғыр булып күктән ҡоялыр.
Япраҡтарың, көҙгә бик алданып,
Парк, һыуыҡ ел, еүеш асфальт,
Өнһөҙ-һүҙһеҙ һиңә күҙ һалам.
Ниңә икән, ағасҡайым, һиндә
Өҙгөләнмә, һис тә һөйләнмә.
Насар тиеп һис тә ғәрләнмә.
Башҡаларҙан һис тә ҡапланма.
Төндәр буйы зинһар һөйләнмә.
Яһалмалыҡ, етәр, эҙләнмә!
Һөйлә, әсәй, миңә серҙәреңде,
Тыңлауымдан оло фәһем алып,
Мин ҡарармын һинең күҙеңә.
Ваҡыт уҙһын, әйҙә ваҡыт уҙһын,
Һөйләш әле, зинһар, матурым.
Әңгәмәләр булһын оҙаҡ-оҙаҡ,
Серләшербеҙ оҙаҡ, ҡәҙерлем.
Эштәр торһон, әйҙә көтөп торһон,
Ултыртайыҡ тәмле сәйҙәрҙе.
Ултыр, әсәй, ултыр, һөйләр инем,
Күңелемдә торған серҙәрҙе.
Әсәкәйем, һөйлә, һөйлә, әсәй,
Ғүмер буйы ошо наҙлы тауыш,
Берәй ҡасан, таң атҡанда,
Мәңгелек бушлыҡҡа киткәндә.
Бушлыҡ менән дуҫлашырмын,
Туҡтат мине, зинһар өсөн,
Ҡаным ҡыҙған саҡта, асыуымда.
Әрлә мине, ҡысҡыр миңә, туҡтат
Тыныслан тип үп һин алһыу
Шул да етер миңә йәнем...
Туҡтат мине, китер булһам
Йылдар үткәс, һырҙар баҫҡан
Иркәләтеп, һөйөп һине һәр
туҡтатҡанға рәхмәт һиңә!”
“Бер ни булмаҫ” тиеп кенә