Тик сифаттар тура киләме?
Нисә быуат үҫеш кисерһәк тә,
Һаман ҡанлы ерҙең келәме...
Матурая тормош, йорттар үҫә.
Тик нәфсеһе туймай әҙәмдең:
Тыныслыҡты боҙоп, яуҙар менән
Һүндерәлер уттарын йәндең.
Йә тәбиғәт менән алыш бара,
Имеш, Ерҙә хужа тик кеше...
Асыуланһа әгәр Ер-әсәбеҙ,
Бөгөнгөбөҙ менән киләсәктең
Бәйләнеше сыҡһа хәтерҙән,
Йылдар үтә торғас, көтөрҙәр?
Камил йәндәй күреп үҙебеҙҙе
Башҡаһынан өҫтөн ҡарайбыҙ.
Тоймаймы ни улар ауыртыуҙы
Әйбер кеүек ташлаған һайын?
Ерҙә урын тапмай, күк йөҙөн дә
Бер әйләнеп, башҡа төшмәҫ, тимә
Кисә өҫкә атҡан уғыбыҙ...
Риза булмай, ыуаҡ-сыуаҡҡа ла
Зарланырға һәр кем күнеккән.
Ә ҡайҙалыр бер нимәһеҙ ярлы
Һыу тултыра тишек күнәккә...
Юғалтҡанбыҙ дөрөҫ юлыбыҙҙы,
Көн һайын да йылыңды бүлеп,
Күңел дә бит ҡояшҡа тартыла,
Һис һыуыҡ ҡараңғыға түгел.
Йәнең булһын иң-иң яҡыны,
Шатлығымдың һис тә сиге булмаҫ,
Ҡулдарымда тойһам йылыңды.
Йөрәгеңдең һәр бер тибешен.
Күҙҙәреңдә йыһанды күрәйем,
Һәм әйтәйем: “Һин минең ишем...”
Шундай мөһим һәм дә шундай ауыр
Бәлки, һиндер яҙмышым бәхете,
Йәнем өсөн буласаҡ дауам.
Унда хисем, мөхәббәтем һыйған,
Йылдар буйы йыйған һиңә тип.