Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
26 Декабрь 2018, 17:11

Зарина Бағышаева шиғырҙары

Зарина БАҒЫШАЕВА-НӘЗИРОВА


Атайымдың ҡулдары


Оҫта ҡуллы атайыма

Һоҡланмаған кеше юҡ.

Ул эшләгән һандыҡтарҙың

Бер яҡта ла ише юҡ.


Балаларға уҡ-һаҙаҡты

“Һә” тигәнсе әтмәләй.

Саңғы бөгә, йәш кейәүгә

Бәкеһен дә ул йүнләй.


Килен булып төшкәндәргә

Көйәнтәһен әҙерләй.

Биләүҙәге бәпәй өсөн

Сәңгелдәген семәрләй.


Атайымдың ҡулдарында

Йәмләнеп тора донъя.

Ҡот-йылыһын һаҡлар һәр саҡ

Ул ҡорған изге оя.



Әсәй ҡабыҙған йондоҙ


Әсәйемдең йәшлек йылдары

Үткән ошо ғәзиз Өфөмдә.

Ҡасандыр бит ул да йәш булып

Ҡала урамынан йөрөгән.


Һөйөнгәндер күреп ҙур йорттарҙың

Тын кистәрҙә балҡып тороуын.

Йән дуҫтары менән көлөшкәндә,

Юғалғандыр барлыҡ арыуы.


“Ошо ерҙә, ҡыҙым, элегерәк,

Бар ине, – ти, – бик шәп магазин.

Шунан алдыҡ тәмле керәндил,

Перәниктәр – бары нисә тин...”


Хәтирәләр ебе уйҙарымда

Ошо һөйләшеүҙе һүткәйне...

Әсәкәйем! Ҡасан ғына икәү

Өфөм урамынан үткәйнек...


Барыһын да... Барыһын да хәҙер

Тик иҫләргә ҡала һағынып.

Бел, Өфөмдә, әсәй һинең йондоҙ

Дәртләндерә мине, ҡабынып.


Алма еҫе


Әскелтем алма еҫе –

Әйтерһең әсәй төҫө:

Алма йыйып баҡсанан,

Ул өйгә инер төҫлө...


Алмабикә булғанғамы

Исеме әсәйемдең –

Эй алма яратты ул,

Емеш уңһа – һөйөндө.


Алманан тәмле бәлештәр,

Ҡайнатмалар эшләһәм –

Күңелемдән, әсәй кеүек,

Шатлыҡ нуры өләшәм.


Кисә генә


Бала сағымдың эҙҙәрен

Һаҡлай Һаҡмар буйҙары.

Кисә генә булған кеүек

Һыу төшөп ҡайтыуҙарым.


Кисә генә булған кеүек

Көтөү көтөшкән саҡтар.

Эх, шул мәлгә бер ҡайтырға

Юҡмы икән бер саптар?


Ҡустым менән ярышып,

Балыҡ ҡармаҡлай инек.

Ә атайҙың аш-һыуын

Берҙә ҡалдырмай инек.


Һаҡмарымдың шифа һыуы

Тәмле иткән сәйҙәрҙе.

Эх, бер көнгә ҡайтһын ине

Бала сағым, әсәйем...


Ҡайтҡы килә бала саҡҡа


Әсәйле бала саҡҡа

Ҡайтҡы килә гел генә.

Унда бит тормош үҙе

Сәскә генә, гөл генә.


Тел осонда тора кеүек

Әсәй бешергән бутҡа.

Кисерә күр бер үк, әсәй,

Әҙ һалманым бит утҡа.


Әле булһа, тыуған йортҡа

Ҡайтырға, тип ашҡынам.

Тик һин генә, әсәкәйем,

Сыҡмаҫһың шул ҡаршыға...


Булғы килә һинең кеүек

Яғымлы ҡояш-әсәй.

Ағас та бит емеш бирһә,

Һәр саҡ ҡыуанып йәшәй.


Данияр ҡустыма


Һеңлем менән үпкәләшһәк,

Беҙҙе тоташтырыр күпер –

Берҙән-бер ҡустым Данияр,

Үҙе әрһеҙ, сос, үткер.


Ике матур гөл-сәскәне

Һаҡлап торор ҡалҡан ул.

Беҙгә терәк-таяныс бул,

Ҡыуандырып йылдан-йыл!


Һабырыма


Ҡамауынан ҡасып таш йорттарҙың,

Ашҡынамын һиңә, Һабырым.

Беләм, һиндә көс-дәрт алырмын да

Күңел тыныслығы табырмын.


Эй, Һабырым, минең Һабырым,

Осрашыуҙы көтәм, сабырмын.

Атай йорто биргән наҙ-йылынан

Күкрәп бер саҡ сәскә атырмын.


Өләсәйем әкиәттәре


“Яҡшылыҡты өйрәтәйем,

Һиңә шатлыҡ өләшәйем,” –

Тип һөйләнеп кис һайын,

Әкиәт уҡый өләсәйем.


Мин тын алмай тыңлайым,

Ҡыҙыҡ икән әкиәт.

Ай апайҙа Зөһрә ҡыҙ

Йәшәй тиҙәр, вәт, хикмәт!?


Тәҙрәгә күҙ һалғайным

Күктән ҡарай Ай апай.

Әллә ул да өләсәйҙең

Әкиәттәрен тыңлай?


“Әкиәт дөрөҫ,” - ти ул

Бик мут ҡына йылмайып.

Ә Зөһрә ҡыҙ Ер-әсәгә

Ҡарай өҫтән моңайып.


“Сәләм!” – тинем мин уға

Ҡарашым күккә төбәп.

Гүйә Зөһрә ҡул болғай

Миңә тәмле төш теләп.



Телефон


Ашығыс хәбәрҙәр булһа,

Ҡулға алам телефон.

Шылтыратам әхирәткә,

Һөйләшеү булыр оҙон.


Иртәнсәк тә уятыусы

Ул, әлбиттә, телефон.

Телефонһыҙ йөрөгәндә,

Көн тойола бик оҙон.


Телефон да телефон,

Ниңә кәрәк икән ул?

Олатай һәм өләсәй

Унһыҙ ҙа көн иткән шул.


Атай менән әсәй ҙә

Телефонһыҙ һөйләшкән.

Телефонлы замана

Төштө беҙҙең өлөшкә.


Гармунсыма


Гармуныңды ҡулға алһаң,

Тылсымлана тирә-яҡ.

Гүйә бер ҙур концерт һымаҡ

Күмәкләшеп тыңлаһаҡ.


Төшөп берҙе бейеһәң дә

Артып китә дәрт-дарман.

Йырлатаһың, бейетәһең,

Һинең бәхет – гармундан.


Үҙеңдең дә көсөң, дәртең

Артып торһон, гармунсым!

Бар донъямды йәмле иткән

Мөхәббәтле тылсымсым!


Имәнем


Таяу эҙләп, күп ерҙәрҙе

Буйланым да, иңләнем.

Бер саҡ юлдар һиңә илтте –

Ышыҡланыр имәнем.


Мин ҡурсаулы инде хәҙер,

Дауылдарҙан ҡурҡмайым.

Имәнемә оҙон ғүмер,

Ныҡлыҡ көн дә юрайым.


Нығыраҡ һыйынам уға,

Мин дә булам таяныс.

Ҡапыл йәшен йәшнәгәндә,

Имәнгә лә ҡурҡыныс.


Тәртип булһа


Тән һыҙлаһа ла ҡыйын,

Йән һыҙлаһа ла ҡыйын...

Ҡайһы берҙәрҙең ҡылығы

Күңелде ала ҡыйып.


Һүҙһеҙ генә тапай улар

Сәскәле түтәлеңде.

Кемдә – ғәйеп? Үҙ гөлдәре

Үҫмәгәс күтәрелеп?


Ҡый үләне баҫып алған

Шундайҙарҙың күңелен.

Утарға ла йыбанғас һуң,

Ҡайҙан гөл-сәскә үҫһен?!


Тәртип булһа үҙ донъяңда,

Белеп алһаң эш рәтен,

Гөл-сәскәләр китер балҡып,

Һиңә әйтеп рәхмәтен.


Ни мәғәнә, йыш мыжыуҙан

Баҡсам күркәм түгел тип?

Тырыш, эшлә, йәлләмә көс –

Түтәлеңә һыуҙар һип!


Шикләнеү


Шик-шөбһә инһә күңелгә,

Сығыр тимә уны тиҙ.

Кемдер гүйә әмер бирә:

“Ышанысты иҙ ҙә иҙ!”


Шикләндертә... Дөрөҫмө һуң

Һайлап алған юлғынам?

Әллә күргән, белгәндәргә

Яңылыштан юлығам?


Яман нәмә икән шик,

Ишелә бейек ярҙар...

Ышанысты ҡайтарырға

Кем итер икән ярҙам?!


Яуланғанды өр-яңынан

Тергеҙергә, төҙөргә –

Ҡулыңдан килә бит, кешем,

Бары кәрәк өҙөргә

Шик-шөбһәнең сырмау-ебен,

Аптырап торма, ебеп!


Ҡором


Ҡором йоҡһа, ныҡ йоға шул –

Тиҙ генә йыуып булмаҫ.

Күпме генә ышҡыһаң да

Оҙаҡ буяуы уңмаҫ.


Шул турала уйлай-уйлай,

Сәйнүк ҡоромон йыуам.

Тыштағы мейес усағын

Әйҙә әрләгән булам.


Тормошта ла әҙ түгел шул

Ҡором һөртөп маташҡан –

Кешегә бысраҡ яғыуҙан

Шатланып, күккә ашҡан.


Нахаҡ һүҙҙәр, ҡором кеүек

Бер яғылһа йөҙөңә –

Әйтерһең дә шул ваҡытта

Нәфрәт-күлдә йөҙөлә.


Ҡором һөртөп кинәнгәндәр

Эре ҡыланһалар ҙа –

Барыбер килеп изгелек

Яраға ямау һала.


Шул ямауҙар форсат бирә

Артабан көс табырға.

Мин бына ярҙам иткәндәй

Сәйнүккә ағарырға...
Читайте нас: