Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
22 Ғинуар 2019, 19:14

Салауат Әбүзәр: "Ябай ғына бер ҡоло мин, ижад тигән Алланың"

Ябай ғына бер ҡоло мин, Ижад тигән Алланың.

Ябай ғына бер ҡоло мин,

Ижад тигән Алланың

Ҡыҙҙарыма

Мең-мең ғазап сигеп,
Теҙ сүкмәгән
Милләтемдең ике
Ҡыҙы һеҙ.
Салауаттар тоҡандырған
Уттың
Һүнмәйенсә ҡалған
Ҡуҙы һеҙ.
Нәфис заттан.
Ләкин һеҙ халҡымдың
Төҫө генә түгел,
Көсө лә:
Әле кескәй бөрө
Булһағыҙ ҙа, -
Урман һыя
Бөрө эсенә…
Мәгәр онотмағыҙ:
Тамыр йәйә
Үҙ ерендә булһа
Ул орлоҡ!..
Бында бары
Салауат батыр ғына
Тыуған өсөн
Башҡорт булырлыҡ!
Моцарт һәм Сальери
Донъя –
Моцарт,
Беҙ – Сальери…
Ағыулайбыҙ тормош шарабын.
Һәм йылмайып,
Донъя хаҡы өсөн
Тост әйтәбеҙ үҙебеҙ,
Йә Раббым!
Ә Донъяны барыбыҙ ҙа һөйә,
Мөхәббәттән бәндә
Тилеме?
Беләбеҙ бит –
Сальериҙың ғүмерен
Оҙонайтмай
Моцарт үлеме!..

Гонаһ

Хыялдар юҡ.
Күңелем туҡ бөгөн,
Донъя йөгөн
Иңдән ташланым.
Тәһәрәтле мөьмин бер зат һымаҡ,
Ҡаршылайым
Ғүмер аҡшамын.
Тәүбәләргә килеп,
Доға ҡылдым –
Гонаһтарым, имеш,
Юйылған.
Ҡулдарымда – тиҫбе,
Һәм алдыма
Аҡ доғалыҡ
Йәйеп ҡуйылған.
“Етте” – тинем,
Үҙ-үҙемә шулай,-
Аҙып күпме яҙыҡ
Сүпләнең?!
Ҡиәмәт көн
Яуап тотҡан саҡта
Үкендерер әле
Үткәнең”.
Етте, тинем…
Туҡта!..
Ниндәй тылсым,
Ниндәй сихыр нуры ағыла?
Хур ҡыҙымы
Әллә фәрештәме
Толомдарын елпеп ҡағына?!
Йәнде өтөп
Үтеп китте һылыу,
Мәңгелек бер
Йомаҡ һымаҡ ул…
Күрә тороп
Шундай матурлыҡты,
Гонаһ ҡылмау –
Үҙе гонаһ ул.

Кәрт уйыны

Бар ғүмерем –
Кәрт уйыны…
Баш сыҡманы
“Дүрәк”тән.
Башҡаларҙы оҫта итеп
Уйнарға
Кем өйрәткән?!
Дәртем бар ҙа,
Кәртем йүнһеҙ,
Ҡулымда –
Алты ғына.
Был юлы ла
Баҫылырмын –
Өмөт юҡ
Артығына.
Тузы булһа,
Алтыһы юҡ,
Алтыһы бар –
Тузы юҡ…
Эй, был бәхет тигәнең:
Һурпаһы бар,
Тоҙо юҡ.
Туздарҙы
Үҙем күтәрҙем,
Алтылары
Баҫылды.
Ә мин “дүрәк”
Уйнағанмын,
Аңлай алмай
Асылды:
Туз янына
Һәр ваҡытта
Алтыһы
Кәрәк икән…
Һуңлап белдем
Хәҡиҡәтте –
Мин шуға
“Дүрәк” икән.

Атай ҡайышы

Иртә китте атай.
Малайҙары
Төшөнһөн тип
Донъя айышын,
Ҡырыҫ йөҙлө
Яҙмыш ҡулдарына
Ул ҡалдырып киткән
Ҡайышын.
Тормош һуҡмағынан тая-тая,
Арыҡ иңдәр йөктө
Тартҡанда,
Ҡыйыш баҫҡан һайын
Ошо ҡайыш
“Һөйөү”ен мин тойҙом
Арҡамда.
Тел осонда тора
Шәрбәт түгел,
Маңлайҙарҙан аҡҡан
Тир тәме.
Ҡояштан да
Алданыраҡ тороп
Ҡаршыланыҡ
Һәр бер иртәне.
Йөк өҫтәлгән һайын
Быуын ҡата –
Арыҡ атҡа йөктө
Һалмайҙар.
Ерҙең үҙен
Һөйрәп бара кеүек
Шул атайһыҙ үҫкән
Малайҙар.
Күләгә
Аҡыл атым хәҙер
Тышауланды,
Хыялдарым инде
Тай түгел,
Йыһан баҫыуында
Етемһерәп
Ҡупҡан даға ята,
Ай түгел.
Эт өрҙөрөп,
Йәшлек үтеп китте,
Айный төштө бер аҙ
Хистәрем.
Ҡыҙҙар менән түгел,
Күләгәмде
Мин ҡултыҡлап уҙам
Кистәрен.
Бына тағы яңғыҙ.
Яңғыҙлыҡты
Дошманыңа хатта
Теләмә.
…Уйсан башын
Түбән һалындырып,
Йәнәш атлап бара
Күләгә.

Уйын

Ах, был тормош
Хәтәр уйын икән –
Гел еңеүҙән тормай
Уйын да.
Бәхет менән йәнәш
Ҡара ҡайғы
Ултыралар һинең
Туйыңда.
Әллә йәшлек
Йүләрлеге инде,
Әллә, нәфсе,
Һинме ҡоторттоң?!
Тормош тигән хәтәр уйынға мин
Бәхетемде һалып,
Отторттом.
Шунан башлап,
Отолоуҙар китте.
Мин уйынға
Тамам йотолдом:
Ҡотолормон, бәлки…
Өмөт һалдым.
Ҡотолдоммо?
Юҡ, юҡ, отолдом.
Уйын булғас,
Алдашыу ҙа була –
Алдаштым да,
Ләкин тотолдом.
Һуңғы тапҡыр ғына уйнайым тип,
Мөхәбәтте һалып,
Отолдом.
Бәхет, Өмөт, Мөхәббәт тә китте…
Ә намыҫың?..
Юҡ, юҡ, һис ҡасан…
Кешеләрем мине ерләгәндә,
Намыҫһыҙ, тип әйтмәҫ,
Исмаһам.

Дин

Намаҙлығым –
Ап-аҡ ҡағыҙ,
Йырҙарым –
Доға минең.
Табынғаным –
Әҙәбиәт,
Шиғриәт,
Тотҡан динем.
Мулла булырға
Самам юҡ,
Суфый ҙа
Булалманым.
Ябай ғына
Бер ҡоло мин
Ижад тигән
Алланың.
Ҡиәмәттә
Яуап биреп,
Үҙемде
Йәлләтмәмен.
Йырлы донъя –
Нурлы донъя, -
Былай ҙа
Йәннәттәмен.
Читайте нас: