Матур булыр был әкиәт, шикләнеү юҡ.
Әкиәттәрҙең әле насар бөткәне юҡ
Матурҙарҙы быға саҡлы күргәнем бар,
Күргәнем бар, хайран ҡалып йөрөгәнем бар.
Шаһит итеп саҡырамын Ҡояшты мин,
Күргәнем юҡ ләкин һиңә оҡшашты мин!
Һин әкиәт ҡыҙы, буғай – ергә килгән.
Минең бәхет һинең менән бергә килгән.
Ғәжәпләнәм хәҙер көсөм артыуына,
Әйләндемме әллә әкиәт батырына?
Беҙҙең яҙмыш кергән бер үк әкиәткә.
Юрайыҡсы, әйҙә, уны тик һәйбәткә.
Матур булыр был әкиәт, шикләнеү юҡ.
Әкиәттәрҙең әле насар бөткәне юҡ.
Легендалар һөйләй: сәскә атҡан
Шатлыҡ ҡунған унда, бәхет ҡунған,
Ҡәҙеремде кеше белерме, тип
Һәм, ахырҙа, сабырлығы бөткән –
Нисә быуат эҙләй уны кеше:
Юҡ, яуап юҡ, эҙләмәгеҙ уны,
Икебеҙгә уртаҡ бәхет килде,
Ул мәңгегә беҙҙе тапҡан, тимә.
Һаҡ булмаһаҡ, бик тиҙ юғалтырбыҙ.
Мин ул саҡта башҡа кеше инем,
Хәҙер донъя башҡа – үҙгәрҙе.
Мин дә хәҙер өр-яңынан тыуҙым,
Бөтә нәмә яңы, ғазап яңы,
Шатлыҡ яңы, сөнки һин яңы.
Үткәнде мин ҡуйыныма һалдым,
Йөрөй бирһен йөрәк-янсыҡта.
Ҡарап ҡуйһам ҡай саҡ танһыҡҡа.
Был үткәнен һағыналыр, тимә,
Ни әйтһәң дә, күңел – күңел бит.
Үткән менән бәхетһеҙҙәр йәшәй,
Ә беҙ уға мохтаж түгел бит.
Уртаҡ шатлыҡ, уртаҡ ғазап татып
Йәшәр өсөн килдек беҙ ергә.
Үткәнебеҙ уртаҡ түгел беҙҙең,
Киләсәктәр уртаҡ – беҙ бергә!
Йондоҙҙар вәғәҙә итмәйем мин,
Ай, Ҡояш та вәғәҙә итмәйем.
Мин бер ябай кеше бит, йәнем.
Йөрәгемде генә бирәм һиңә,
Һин табырһың унда барын да.
Йондоҙ хыялы ла бар унда.
Рөхсәт-маҙар һорап тормай.
Йөрәк итен тырнай-тырнай.
Ғазап тулы көн килтерҙең.
Йәр булыр, тип кем килтерҙең?
Килтерҙең дә юғалдың һин,
Һинән хәҙер күңелем азат.
Нисә йылдар тынысмын мин.
- Әйҙә, йәшә минең менән,
Тыныслыҡтан туйҙым тамам.
Һуңғы ҡабат… һуңғы ҡабат…
Был уҙған йыл – һинең, минең йыл ул,
Икебеҙҙе шул йыл үҙ итте.
Бар көндәрем һинең менән үтте,
Тик ниңәлер бигерәк тиҙ үтте.
Ә килгән йыл уртаҡ булалманы –
Болотло көн сыҡҡан ҡояшҡа.
Яңы бәхет теләм әйем һиңә,
Иҫке бәхетең барыбер яҡшыраҡ…
Ерҙә һин бар, ерҙә тағы мин бар,
Һин бар ерҙә һөйөү ярала.
Хистәремдең илселәре булып,
Һүҙҙәр генә йөрөнө арала.
Минән – һиңә, һинән миңә йөрөп,
Ул илселәр тамам оҫтарҙы.
Хәҙер инде күңелем штатында
Ундай вазифа юҡ – ҡыҫҡарҙы.
Юҡ, был түгел һинән һыуыныу ҙа,
Беребеҙҙән беребеҙ туйыу ҙа.
Миндә - һин бар хәҙер, һиндә - мин бар,