Бар ғәйебем – көндөң бер көнөндә
Һинең барлығыңда... шикләндем
Мин ғәйепле ғаләм алдында,
Был ғәйебем эҙәрлекләр төҫлө
Ҡанһыҙ йыртҡыс кеүек артымдан...
Мин ғәйепле ғаләм алдында.
Утлы тамға кеүек был ғәйеп,
Хилафлыҡтың һаҡлар хәтерен,
Булмаҫ кеүек уға күнегеп,
Утлы тамға кеүек был ғәйеп.
Бар ғәйебем – көндөң бер көнөндә
Һинең барлығыңда... шикләндем.
Шикләнеүҙе ҡыуҙым күңелдән,
Көндәремдең тик бер көнөндә.
Әллә юрый, һиңә табан юлдың
Берсә янып бештем, бер туңдым,
Иң ауырын һайлап юлымдың.
Белһәм әгәр һинең исемде,
Хатта уның тик бер хәрефен,
Мин ҡабатлар инем, көсөмдө
Һаҡлар өсөн, һинең исемде.
Йәшермәгән һәр бер һынға,
Кемдәр маҡтар бер ҡатлыны?
Бер асылып, бер ҡапланып,
Бормай ерҙән яҡты сырайын,
Табып юлдаш, уға төн һайын
Булған ғына нурын ҡойоуы.
Әйләнергә көстәр биреүсе,
Бары һинең есемең булыуы.
Бер һорау, үтә буш һәм ябай:
"Донъяның хикмәте нимәлә?"-
Һыҙғырып башыңды быраулай.
Һәм эҙләр уны һинең вариҫтар.
Әй, көлһөн дә! Көйөр ине йән,
Вайымһыҙ баштары ни белә?
Ул заттар көлөргә күнеккән -
Һин эҙләйһең тормош хикмәтен,
Был эшкә сәмдәрең бөтһә лә,
Ул: "Тапҡас, һуң уны нишләрһең?"-
Был серҙең суйын йоҙаҡтарын
Шаҡараһың көнөн, төнөн дә,
Шар асыҡ ишектәр ҡалдырып.
Ғәрәфә артынан - Ғәрәфә...
Һәм бына ул - һуңғы ишегең.
Ярһытып шомло зиһен шиген,
Донъяның хикмәте ҡаршыңда,
Бар диҡҡәт тап шунда йүнәлә,
Күтәрәһең күҙең, ә унда...
Ярлыларҙың төштәренә байлыҡ керә,
Аҡ һарайҙар күрә төштә түрә,
Тик һин генә төштәр күрмәйһең...
Әллә һинең хаҡың юҡ төштәргә,
Әллә юҡтыр һинең теләгең,
Әллә төшһөҙ ғазап кисерергә
Күнеккәндер һинең йөрәгең?
Юҡ, аңланым, һиңә төштәр күреү
Кәрәк булыр ине, тормошоң
Үҙе яҡты бер төш булмағанда,
Мөхәббәтһеҙ булһа булмышын.
Осһон әйҙә төштә башҡалары,
Бутап ҡайсаҡ көнөн, төнөн дә,
Осорһоң һин бер мәл, мин ышанам,
Төштәреңдә түгел, өнөңдә...
Тик түҙ, яраймы? Бул сабыр,
Битең тырнар ҙа ел тымыр,
Йырып сыҡһаң был бәйгеңде.
Тик түҙ генә һәм туҡтама,
Һуңғы тапҡыр бит ни заман!"
Бер урында, аңғармай һис,
Һәм юрамал, гүйә йәш тай,
Һин түҙ, сабыр бул, был юлдар