Мөхәббәттән мәхрүм ҡалһа йөрәк,
Шатлыҡ сәсмәй, бәхет үрсетмәй…
Хеҙмәт һөйгән намыҫ эйәләре
Миңә иптәш, дуҫ һеҙ, бер туған.
Бәхет даулап алға атлайым мин
Һеҙҙең менән бергә, бер юлдан.
Йәшлек уты менән янған йөрәк
Һеҙҙең намыҫ өсөн көрәшеүем
Ат башындай алтын бирһәләр ҙә,
Мин хеҙмәттең һәм сафлыҡтың һағы,
Ғорурланам шуның өсөн мин.
Эй, кешеләр, мине күргән саҡта
Булмағыҙ ҙа ғәмһеҙ, вайымһыҙ.
Шатлығым һеҙ минең, ҡайғым һеҙ.
Тыуған яҡтың тупрағына баҫһам,
Шатлыҡ-ҡайғыларҙы күрҙем бында,
Күңелдә яҙ бөгөн, күгем аяҙ,
Донъяла бәхетле булыу өсөн
Кешегә ирек, тыуған ер кәрәк.
Шат йылмаям сәскәләрен һыйпап,
Миңә башын эйгән сирендең.
Ошо ерҙе гөлгә күмер өсөн
Хеҙмәтемдә янып-көйәмме мин,
Ултыраммы күркәм табында,
Һөйләйем мин һүҙҙе шикләнмәйсә,
Тамырҙарым тәрән, ныҡ бында.
Нишләһәм дә тыуған ерем һәр саҡ
Юҡ, бурыслы булып ҡалмамын мин
Тыуған ергә, тыуған яғыма.
Был тормоштоң һикәлтәһеҙ генә
Юлдарынан кем дә үтмәгән.
Донъя мәшәҡәте һис бөтмәгән,
Күпме йыйһаң да, мал етмәгән.
Донъяныҡы донъялыҡта ҡала,
Алып китеп булмай ҡәбергә.
Байлыҡҡа һәм данға ҡыҙыҡма һин,
Дуҫтарыңды дуҫ ит, ҡәҙерлә.
Донъя малын эшләп табып була,
Бер юғалтһаң, дуҫтар табылмай.
Дуҫтары күп булған кеше генә
Бына мин дә шиғыр яҙа-яҙа
Эй, шағирҙар, һеҙҙең сафҡа киләм,
Күпме йырлаһаҡ та йырлап туймаҫ,
Данлап туймаҫ тыуған еребеҙ.
Үҙ йырҙарым бар ул был донъяла,
Мин баҫмамын бүтән эҙҙәргә.
Ни булһа ла үҙ һуҡмағым менән
Мин килермен, дуҫтар, һеҙҙәргә!
Туҙан осҡан юлдар артта ҡалды
Шырлыҡтарға килеп керәмен.
Өлкән ағайҙарҙың берәйһен.
Үткән саҡта ауыр аралыҡты,
Ул кәңәшен бирһен, дәрт өҫтәһен,
Мин, көрһөнөп, йондоҙҙарға бағам,
Ҡарай улар балҡып, яҡтыртып.
Атлайым мин йәнә бер яңғыҙым
Кис еткереп, таңдар аттырып.
Алыҫ араларым саҡыра мине,
Яҡты йондоҙҙарҙан ҡеүәт алам
Шырлыҡтарҙан һуҡмаҡ ярырға.
Тар булһа ла үҙ һуҡмағым һалам,
Бәлки әле миллион йөрәктәргә
Илтә торған оло юл булыр.
Дауыл теләй күңел, дауыл теләй,
Теләй һөйөү, хистең олоһон.
Йәшәүме ни яныр-янмаҫ йәшәү
Саф һөйөүҙең тоймай йылыһын.
Ҡояш йылмаймаһа, сәскә һулый,
Тирә-йүнгә хуш еҫ, нур һипмәй.
Мөхәббәттән мәхрүм ҡалһа йөрәк,
Шатлыҡ сәсмәй, бәхет үрсетмәй.
Юҡ, йөрәгем һулыған сәскә түгел,
Ҙур һөйөүҙе көтөп яна ул.
Килмәй ҡалмаҫ ныҡ ышанып көткәс,
Килер һөйөү, килер ул дауыл.
Урман һуҡмағында мин абындым,
Һәм бер яҡҡа ҡапыл яңылыш баҫыу
Шул саҡ әрней-әрней ергә сүктем,
Ә дуҫтарым киткән ҡалдырып.
Тик береһе, тимен, ҡалмағанмы,
Торғоҙмаҫмы миңә ҡул биреп.
Баҫтым шунда саҡ-саҡ аяҡҡа.
Һәм атланым алға, таяна-таяна
Тоғро дуҫым – ағас таяҡҡа.
Башҡортостандың халыҡ йырсыһы
Бүлмәм күркәмләнеп, моң тула.
Йөрәгеңдән сыҡҡан тауышың
Ҡайһы яҡта тыуып үҫтең һин,
Һандуғастар унда бик күпме?
Йәш саҡтарың йырлап үттеме?
Мендеңме һин Урал тауына,
Тыңланыңмы урман шау-шыуын?
Әллә ҡамыштарҙан оттоңмо,
Ниңә серле нәфис тауышың?
Аһ, моңдарың ниндәй яғымлы!
Иҫкә төшөрөп тыуған яғымды,
Шуның менән матур, оло һин,
Халҡыбыҙҙың һөйгән улы һин!
Һиңә үлеп ғашиҡ булған сағым,
Оҙатырға килдем артыңдан.
Тәүге һөйөү бигерәк өркәк инде,
Һүҙ әйтергә һиңә тартынған
Мин инем бит. Уның ҡарауына
Һин үҙеңде бик тиҙ таныттың.
“Бар, бар, юлыңда бул”, – тинең дә һин
Кереп киттең, башым шаңҡыттың.
Иҫем китеп, ни уйларға белмәй,
Мин атланым өйгә яй ғына.
Уртаҡлашты минең хәсрәтемде
Аяҙ күктән моңһоу ай ғына.
Хистәремде көсләп таҡмаҫ инем.
Ундай һөйөү миңә кәрәкме?..
Ник әрнеттең боҙло һүҙең менән
Һине һөйөп янған йөрәкте?
Береһенә лә күнмә, иркәм,
Батыр ҙа түгелдер, бәлки,
Һин-һин тиеп, һине һөйөп,
Бергә булһаҡ, үткән ғүмер
Ҡайғырмайбыҙ, йәнем, һине