Күк тауҙарҙы ҡайтып күрҙем:
Олпатлана төшкән улар.
Элеккенән дә моңлораҡ
Йырлап аға кеүек һыуҙар.
Ярға ятып һыуын эстем,
Рәхмәт әйтеп, Һүрәмемдең.
Нурға, йырға тулған сағы
Көҙгә инер төйәгемдең.
– Тәмләп ҡара, – тиеп тора
Суҡ муйылдың ҡуҙаҡтары.
Емештәре менән һыйлай
Туғай, беҙҙе, ҡунаҡтарын.
Бөрлөгәндәр бешкән икән:
Ҡыҙылы бар, ҡараһы бар.
Ҡала сире – һағыштарға
Тыуған яҡта дауаһы бар.
Күк тауҙарҙы ҡайтып күрҙем,
Күңелкәйем булды һымаҡ.
…Шуныһы бар, тыуған ерҙә
Мин бары тик ҡайтыр ҡунаҡ…
Ай кәрәк…