Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
26 Март 2019, 14:24

Мин күләүектә тормайым, торам болот өҫтөндә!

Ирәндектең бер түбәһендә Хазинамды төшөрөп киткәнмен.

***

Беләм бейегерәк тауҙар барлығын да,

Беләм улар миңә ят икәнен...

Ирәндектең бер түбәһендә

Хазинамды төшөрөп киткәнмен.

Шуны табып бер ҡарағым килә,

Килә алып донъяға илтәһе.

Күҙҙәр йомоп эҙҙәрен барлайым,

Эҙҙәрен һаҡлай һәр бер түбәһе.

Тик ҡалған унда күләгәһе...

Тик ҡалған унда бөтәһе...

Беләм бейегерәк тауҙар барлығын да,

Беләм унда менә алырымды.

Тик Ирәндек түбәһендә ҡалған

Таба алмаҫмын бала сағымды.


Башҡа төндәрҙе төҫһөҙ итеп

өмөтһөҙ йыраҡтарға киткән ҡыҙға

Икебеҙ йондоҙ ябынып

Ҡарай инек йомро айға.

Тынлыҡ боҙорға кәрәкмәй,

Һүҙҙәр артыҡ былай ҙа.

Сиңерткәләр скрипка һуҙҙы,

Күңел йылытты тының.

Ерҙе йондоҙҙарға бәйләп

Туҡтатҡы килде таңын.

Йөрәк ҡаны күк ҡыҙартты,

Йыһан беҙҙе аяманы.

Ҡауышыу гүзәлдән булды,

Айырылыу иң яманы.

Әйтелмәгән һүҙ

Юғалһам, күҙҙәрендә эҙләгеҙ.

Мәңге һағыш төҫөн алырмын.

Йөҙөндә мең нур бөркөлһә лә,

Бер ай төҫлө шунда балҡырмын.

Сәс уйнатып башынан һыйпармын

Елгә әүерелеп йылы кистәрҙә.

Хискә тулышып болот сатнағанда

Ямғыр тамсыһы мин сикәләрҙә.

Йондоҙҙарҙың иң яҡтыһы булып

Донъя йәмләр инем күгендә.

Тик ни бары ҡарашында аҙаштым,

Әйтелмәгән һүҙ ҡалды ирендә.

***

Хәсрәт белмәй ҡар яуа,

Ашыҡмай, сәбәләнмәй.

Ел көйөнә әйләнеп

Бейеп төшә, иркәләй.

Ҡаты, осло таштарҙы ла

Аямай ҡаплап ҡуя.

Хоҙай үҙе хәстәрләгән

Йомшаҡ булһын тип донъя.

Әгәр боҙҙарға тап булһаң,

Ялҡының менән ирет.

Был миҙгел тик беҙҙең өсөн,

Ҡар йырын ғына ишет.

***

Ауылымда һирәк бағана

Ут балҡыта осонан.

Сөм ҡараңғы төн

Башланалыр ошонан.

Тау башына ауырайып,

Ҡыҙарынып ай ятҡан.

Бына-бына килеп төшөр,

Тик тоторға ҡай яҡтан?

Теләгем бер, тауға менеп

Шаҙра ай һыбайларға.

Һөмһөҙлөгөмдән айныҡҡас

Илтер икән ҡайҙарға?

Хыялдың йүгәнен тартып

Ай бейеккә атылды.

Өй янында филиалы,

Ут бағанаһы ҡалды.

Оса шар сикһеҙ йыһанда,

Бөрккән нуры хас булат,

Ерҙә ҡағыҙ, ҡәләм тотоп

Ҡалды яңғыҙ Айбулат.

Үле шағирҙар ҡоро

Кәштәмдең ике ҡатында

Гүрен биләй шағирҙар.

Тереләрен башҡа ҡуйҙым,

Улар әле балҡырҙар.

Һорау тыуһа өнһөҙ бағам

Китаптар ҡырыйына,

Өҫтән ҡарап көләләрҙер

Ник былай ҡыйынһына?

Күңел мохтажлығын баҫырға

Шағирҙарҙан ҡор йыям.

Беҙҙең ойошмаға ҡушылды

Ҡәләмем аша йыһан.

***

Тымыҡ күл бөҙрә болот сағылдыра,

Тымыҡ күл ҡайындарҙы күҙәтә.

Хайуандарға айырым ожмах бармы,

Һыуҙағы йән үреләме күккә?

Йыһанда һауа юҡ, ул беҙҙең өсөн түгел,

Киң иреклек вәғәҙә итһә лә.

Яр буйында балыҡ тулап ята,

Азатлыҡ данлаймы, йә мине һүгә?..

Йәшәү теләге ҡаптырҙы ырғаҡты,

Йәшәү теләге сығарҙы ҡармаҡты...

Өс ихтыяжым бар, һин – береһе.

Үл, балыҡ, үл, ҡанундар ҡаты.

***

– Ай, бул ат! – тим.

Ат бул, ай!

Ергә сабып төш тә

Ултырт мине һыбай!

Һаман күккә ҡарайым,

Өндәшәмен нисә ҡат!?

Бул ат, ай, тим,

ай, бул ат!

Ҡараны ла ай, үсекте.

Ҡараны, тел күрһәтте.

Һин үҙең, ти,

Айбулат.

Сәпсим үҙәккә үттең.

***

Гармун төймәләре буйлап

Ҡарт бармаҡтар йүгерә.

Һауаны тултырған көйгә

Урам саңы күмелә.

Моң ҡойоно хәтер рәтләй,

Иҫкә төшә бала саҡ.

Йәшел үлән, бөҙрә болот,

Ҡатыҡ тәме һәм тупраҡ.

Күкрәк йыртырҙай ҡысҡыра

Эстә күмелгән малай.

Гармун һаман ҡалтырата

Әрнеүемә ҡарамай.

Туғай буйлап аттар саба,

Йылдар сабалар һыбай.

Гармун инде көй сығармай,

Гармун моңдары һыҡтай.

Шул моңдарҙы ҡуша һыҡтап

Йәштәрем ағып киткән.

Ергә төшкән тамсылары

Йылдарҙы бормаҫ микән?

Бер йырға тик ебәрегеҙ,

Булһын, мейес артына.

Ҡунаҡта гармун гөрләткән

Туғандарҙың янына.

Моңһоҙ төңөлгән йөрәгем,

Моңһоҙ күҙем йомолған.

Хатта ҡала туғайы ла

Яһалма үлән булған.

Күңел түрендә, һандыҡта

Һаҡланған хистәр сыҡты.

Ах, донъя, һин ниндәй матур!

Гел шулайҙыр ул, мыҡты.

Көй туҡтаны, гармунсының

Ҡулдары аҡса һорай.

Урам тып-тын, һауа буп-буш,

Тик бармаҡтар ҡалтырай.

Был да һөнәр, йәмдәр асыу,

Гармунсы аҡса һорай.

Ах, донъя, һин ниндәй ваҡсыл,

Гел шулайҙырһың, буғай.

Күләүектәге болоттар

Донъя ине ябай кеүек,

Ер менән бергә

һәр күренеш әйләнә.

Үҙгәрештәргә урын юҡ –

көнгә төн,

йәйгә көҙҙәр бәйләнә.

Ерҙән

йөҙ ҙә етмеш сантиметр бейеклектә –

минең күҙҙәр, унан ары күк.

Ошо ике ярҙы тултырған

һауала

үҫергә урын бик күп.

Ерҙә тыуып ергә ятабыҙ,

күк – ғүмерлек хыял

(хатта ҡоштар ергә төшә,

уларға ла кәрәк ял).


Тик ниңә бысраҡ эсендә,

ашлы һыу – күләүеккә,

бөҙрә болоттар эйәләй,

уларҙы кем үрсетә?


Ни хаҡы бар күләүектең

күрһәтергә һауаны?

Әллә ул да күңелендә

гүзәллекте һаҡланы!?.

Батҡаҡ ялтырай ҡояшҡа,

мин дә уның төҫөндә...

Мин күләүектә тормайым,

торам болот өҫтөндә!

Айбулат Сәсәнбаев

Сибай ҡалаһы


Читайте нас: