Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Май 2019, 16:42

Риф МИФТАХОВ "Шағир мөхәббәте"

Риф МИФТАХОВ

Шағир мөхәббәте
Поэма
Аңлата ла, асыҡлай ҙа алмаҫ
Ул саҡ шағир нимә булғанын,
Айҙай йөҙлө, күктәй зәңгәр күҙле
Эҙләгән ҡыҙ баҫып торғанын,
Оноттороп бөтә донъяһын.
Әйтте шағир: – Ниңә юғалдығыҙ?
Мин бит һеҙҙе оҙаҡ эҙләнем.
Хатығыҙҙы алғас, баш ҡаланың
Төрлө урындарҙан күҙләнем,
Адрес бит юҡ, бер ни белмәнем.
Һылыу йылмайҙы ла: – Аңламайым,
Ә һүҙ әле нимә хаҡында?
Һеҙ бит, – тине, – белмәйһегеҙ,
Һөйләйһегеҙ хатым хаҡында...
Шаярыу бар ир-ат халҡында.
– Юҡ, Зәлифә, һис тә шаярмайым,
Мин аңланым һеҙҙең яҙғанды.
Һөйөү тураһында шулай итеп
Яҙып булмай уйлап ялғанды.
Түгеп була, бары аҡ ҡағыҙға,
Күкрәгеңде ялмап алғанды.
Зәлифәнең көлгән күҙ-йөҙөндә
Һағыш билдәләре күренде.
– Хәбир, – тиеп уға һырынды ла, –
Мин һөймәнем башҡа бер кемде...
Иҫәрләндем... ғәфү ит инде...
– Ниңә быға ғәфү үтенергә,
Мөхәббәт ул ысын, бар ул, бар.
Табышалмай, ҡауышалмай ҡай саҡ
Бер йән булып йәшәр ғашиҡтар,
Бәхет өсөн тыуған ике пар.
Һөйгән йәрҙәр күҙҙән оҙаҡ китмәй,
Һөйгән йәндәр һүҙһеҙ аңлаша:
Етәкләгәс Хәбир Зәлифәне
Атланылар парк аша, ә ул
Ағиҙелгә барып тоташа.
Ярты төнгә ҡәҙәр серләштеләр
Һулҡ-һулҡ килгән йылға ярында.
Бүленеп ҡалған күңелдәге һүҙен
Дауам итте Хәбир тағын да:
– Ни тиһәм дә, – тине, – аңлаталмам
Хатың тәьҫиренән барын да...
Ғәйебем юҡ – намыҫ ҡаршыһында,
Ғәйебем бар кеүек, көсһөҙлөктән,
Мөхәббәт һәм һинең алдыңда.
– Юҡ-юҡ, Хәбир, иң ҙур ғәйеп миндә,
Иҫәр итте һөйөү зәхмәте.
Үкенесле мөхәббәтте белдем:
Үҙе яза, үҙе ләззәтле...
Инде беләм, булмам бәхетле:
Булыр йөрәк һәр саҡ йәрәхәтле.
Ләкин... хатта ошо бер мәл өсөн,
Яҙмышыма, һиңә, Хәбир ағай,
Буласаҡмын мәңге рәхмәтле,
Ошо минутта мин бәхетле...
– Мин әйтерҙе барын әйтеп бирҙең...
Ә ниңә һуң шулай был донъя?..
Зәлифәкәй, мин белергә тейеш,
Һин хат яҙҙың… Һөйлә, тартынма.
Юҡ, булмаған был хат ҡыҙыҡ өсөн
Хыялый ҡыҙ яҙған хат ҡына.
– Һеҙ, өс шағир, осрашыуҙа бер көҙ
Һеҙ медвузда – беҙҙә булдығыҙ.
Бер-бер артлы шиғыр уҡынығыҙ,
Һағышлыһы менән моңайттығыҙ,
Шаяндары менән көлдөрҙөгөҙ,
Кемдер ҡапыл гармун алып килгәс
Үҙегеҙ тартып, йырлап ҡуйҙығыҙ, –
Әртистәрҙән хатта уҙҙырҙығыҙ…
Ҡыҙ-ҡырҡынды тамам ҡыҙҙырҙығыҙ.
Ә мин ҡалдым төнөн йоҡоһоҙ,
Унан инде көн-төн тынғыһыҙ.
Һәм түҙмәнем, бер көн мин хат яҙҙым,
Күңелдәген түктем ҡағыҙға.
Ниндәй шайтан бер мәл ҡотортҡандыр,
Ошо хатты һеҙгә һалырға,
Адресымды яҙмай ҡалырға…
– Ул хат мине күккә алып менде,
Тик донъяма ҡабат төшөрҙө.
Йөрәк тибеп торған һәр бер һүҙҙән,
Айныҡ килеш йәнем иҫерҙе.
Мин эҙләргә булдым хат эйәһен,
Нимә генә тормош тимәһен.
Ер өҫтөндә һаман саф мөхәббәт
Бар икәнен килде беләһем,
Һеҙҙе эҙләп, тиҙерәк табып,
Килде минең һеҙҙе күрәһем.
Адрес юҡ, ләкин бер сер астым:
Исемегеҙҙе белдем был хаттан.
«Хуш булығыҙ, зар Әфиләз», – тиеп,
Яҙып ҡуйғанһығыҙ аҙаҡтан.
«Зәлифә» тип мин уҡыным уны
Ғәрәп яҙыуынса – арт яҡтан.
Урамдарҙы тапап күп йөрөнөм,
Ятаҡ яндарынан эҙләнем.
Ҡатын-ҡыҙға ныҡлы бағып үттем,
Һәр береһен ҡат-ҡат күҙләнем.
Күңел баҫтым... Бер ни белмәнем...
Баҫылманы янған йөрәгем.
– Мин бит күрҙем һеҙҙе, тик оялдым,
Янығыҙға бармай туҡталдым.
Ҡайтҡас, ятҡас, ҡыйыуһыҙлыҡ өсөн,
Күҙ-йәшемде түгеп иланым,
Күҙем йомһам, тертләп уяндым.
Ваҡыт аҡты... Белдем күп нәмәләр:
Ғаиләгеҙ бар һәм бар балағыҙ.
Мин һоҡланып ҡарап торғаным бар,
Иҫ китерлек яҡын арағыҙ.
Ауыр хәл был, дөрөҫ аңлағыҙ...
Барғым килде ҡай саҡ янығыҙға,
Тик мин ҡурҡтым – йөрәк тоҡаныр:
Күңелемдән китмәҫ, һағышымдан
Кем аралар, кем һуң ҡотҡарыр?
Яҙмаған йәр шулай булалыр...
Һәм Зәлифә һыҡтап, туҡтап ҡалды,
Ныҡ һырынып тағы Хәбиргә.
– Һөйлә үҙең, – тине, – барыһы ла
Һәр минуты менән хәтерҙә,
Мөмкинме ни барын әйтергә.
Һүҙ башланы Хәбир саҡ-саҡ йотоп
Тамағында торған төйөрҙө:
– Зәлифәкәй, әйтерһең дә алдан
Һөйләшкәнбеҙ әйтер бер һүҙҙе.
Үрһәләндем мин дә бер тай һымаҡ,
Хат алғандан урын тапманым.
Һағыш-ғазап менән һуғарылған
Һәр һөйләмен иҫтә һаҡланым.
Был осорҙа, хис-тойғонан ҡасып,
Туҡтағайным шиғыр яҙыуҙан,
Ҡотолоп булмай икән һағыштан,
Романымды ситкә этәрҙем дә,
Йыр ҡәләмен тотҡас ярһыуҙан:
Һағыш уты, өмөтлө бер сатҡы
Шағир итте мине яңынан.
Улай ғынамы ни, аяҡтарым тартты –
Барҙым бер көн таныш ятаҡҡа.
Егет менән бер сибәр ҡыҙ үтте,
Һорағайным, ҡыҙҙы Зәлифә, тип
Аңлаттылар унда шул саҡта.
– Мин бит быны яҡшы хәтерләйем,
Бер ҡарауҙа һеҙҙе таныным.
Егетемә нығыраҡ һыйындым да
Эҙләп таптым йөрәк дарыуын,
Тик баҫманы уның яныуын.
Эйе, арттан йөрөүселәр булды,
Береһенә лә күңел һалманым.
Һайланым мин тоғро булғанын,
Уның ҡарауы яңғыҙ ҡалманым,
Үҙ-үҙемде шулай алданым...
– Ирегеҙҙән киттегеҙме әллә?
Һорауымды дөрөҫ аңлағыҙ:
Ҡорған тормош, яҙмыштарҙы белмәй,
Килер көндө күрә алмабыҙ...
Ниңә шулай ике ярҙабыҙ,
Мөхәббәтте бары йырҙа тыңлап,
Ҡайҙа шулай ағып барабыҙ,
Юҡмы ни һуң хәҙер сарабыҙ?
– Ҡуйсы, Хәбир, беҙ бит инде хәҙер
Донъя ҡорҙоҡ, бар бит сабыйҙар.
Һинең менән минән башҡа ла бит
Күпме етем, күпме яңғыҙҙар.
Балалар бар, шуны белә тороп,
Беҙ бит түгел йәнһеҙ, аңһыҙҙар...
Ә уйлаһаң, беҙҙең нигеҙ ҙә юҡ,
Сәбәп тә юҡ ғаилә тарҡатыр.
Хат, осрашыу, бына, тәү күрешеү...
Платоник мөхәббәткә оҡшаштыр...
Әҫәр яҙһаң, йәштәр аптырарҙар:
Ул замандар, тиеп, артталыр,
Бер төн түгел, биш төн бергә ҡунмай
Ниндәй һөйөү, тиеп, шаҡ ҡатыр...
Юҡ-юҡ, Хәбир, яңлыш аңлай күрмә,
Хатымдағы һин ул – һин һаман,
Шул хистәрем менән мин янам.
Әйләнәм дә, ҡат-ҡат уйланам,
Ник алдыңа сығып баҫманым мин,
Оялсанлыҡ булды ҙур хатам...
– Зәлифәкәй, улай тимә, ҡуйсы,
Оялсанлыҡ – сафлыҡ сифаты.
Бөтә ғашиҡтарҙы әхләк биҙәй –
Ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-атты...
Хәҙергеләр шуны юғалтты.
– Ғаилә ҡороу өсөн кәрәктер ул
Үҙ-үҙеңде еңер ҡыйыулыҡ.
– Ҡорған тормош – ғаилә емереүҙән
Минең өсөн ерҙә бәхет юҡ,
Быға хәҙер беҙҙең хоҡуҡ юҡ.
– Дөрөҫ һүҙ был, һинең выжданыңда
Улын һөйгән әсә аҡылы.
Тик әйт миңә, ҡыҫҡа бер ғүмерҙә
Беҙ донъяның ниңә тик ҡоло?
Бәхеткәме түгел хоҡуҡлы?
Хат сәбәпсе, әммә был осрашыу
Булмағандыр юҡтан, осраҡлы?..
– Мөхәббәт бар, Хәбир, бәхетле лә
Бәхетһеҙ ҙә итә күптәрҙе.
Аң-аҡылды арбай, хат яҙҙыра
Яныңдағы миндәй – иҫәрҙе...
– Әйт, онотма, был хат тәьҫиренән
Хыялый булып йәшәр бер ирҙе.
Улар шул саҡ нығыраҡ ҡосаҡлашты,
Бер тауыштан көлөп ебәрҙе...
Ай күренде күктә, ҡарар өсөн
Ир-ҡатынды, тулҡын ярып суп-суп
Үпкәнде һәм иҫкән елдәрҙе.
Шул саҡ Хәбир ҡапыл ырғып торҙо,
Күҙ-йәштәрен һөрттө йәшереп.
– Әйҙә, – тине, – минең бер дуҫыма,
Ултырмайыҡ бында йәшенеп.
Районыңа, юҡ-юҡ, ҡайтармайым,
Эш, торор йорт – барын табырмын.
Малайыңды бында килтерерһең, –
Өр-яңыса булыр яҙмышың.
Юҡһа бит мин, мөхәббәтте эҙләп,
Тик һағышҡа батҡан шағирмын.
Бергә булһаҡ, бәхет юлын табып,
Ижад толпарына атланыр ҙа
Йондоҙҙарға етә алырмын...
– Туҡта, Хәбир, ултыр, баҫ ярһыуың,
Беҙ аңлаштыҡ инде был хаҡта.
Мин һайлаған кешем менән, кисер,
Ғүмер буйы ҡалам ниҡахта.
Ә мөхәббәт булһа, дауам итер
Ҡайҙа йәшәп, ҡайҙа булһаҡ та.
Бер йырыңда үҙ яҙғаныңса,
Йөрәктәге булмай йыраҡта...
Йылдар үтте. Минең геройҙарым
Арттырҙылар ғаилә үрсемен.
Хәбир ҡыҙға Зәлифә тип ҡушты,
Ә Зәлифә – Хәбир исемен.
Эй, мөхәббәт, яҙғы сәскәләрҙәй,
Ниндәй сафһың, наҙлы, хислеһең.
Ҡай берәүгә татлы емешлеһең,
Йә бик әсе, йә бик сөсөһөң –
Мең биҙәкле йыһан төҫлөһөң.
Һуңлауҙарың менән һағышлыһың,
Һағыныуҙарың менән көслөһөң.
Хәбиргә бит яҙған һуңғылары –
Ғүмер уртаһында кисерҙе.
Тик бер хаттан – татлы тойғоларҙан,
Осрашыуҙан – хистән иҫерҙе.
Ҡанһыраған күңел яраларын
Йоҡо һиҙмәй түкте ҡағыҙға.
Ҡайһы ваҡыт туҡтап уйға ҡалды,
Ҡолаҡ һалып айныҡ аҡылға.
Юғарынан Тәңре тәҡдирелер:
Юғалмаһын өсөн шағирҙар
Бирәлер ул, мөхәббәтен алып,
Ҡыҫҡа бәхет, оҙон һағыштар.
Көйөнөслө, үкенесле булһын,
Тормошонан, юҡ, һис үкенмәҫ.
Яҡты-татлы уй-хыялы барҙа,
Шағир мөхәббәте һүрелмәҫ.
Читайте нас: