Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
3 Май 2019, 16:03

Ирек Кинйәбулатов "Бағышлауҙар, хәтерләүҙәр"

Уяттың һин, уйлаттың һинХәтеребеҙ хәҙер тере…

Ирек Кинйәбулатов

Уяттың һин, уйлаттың һин

Хәтеребеҙ хәҙер тере…

Бағышлауҙар, хәтерләүҙәр

Мөхәммәтшаһ Буранғолов
Меңенсе ҡат башым эйәм
Өйөңдәге таҡтаташҡа;
Белдерергә бар кешенең
Мөхәббәтен баштан ашҡан.
Телдән яҙыр һымаҡмын мин
Шул таҡтаташ килһә телгә;
Һинең рухҡа уҡыр инем
Бар доғамды үҙем белгән.
Һин халҡыңа мәңге балҡыр
Ғаләм күрер һәйкәл ҡуйҙың.
Ғүмерлеккә иҫәп тотоп,
Донъя хәтеренә уйҙың.
Һин башҡорттоң рухи шаһы,
Мөхәммәтшаһ Буранғолов.
Тормошоңда ҡубып торған
Һәр бер йылың буран булып.
Буран булып ҡубып торған
Яҙмышыңдың күп йылдары.
Һинең яҙмыш һымаҡ ауыр
Башҡортомдоң күп юлдары.
Юлың ниндәй ауыр булһын,
Халҡың менән атлағанһың.
Ниндәй кәртә ҡуйһалар ҙа
Хаҡлыҡ менән аҡланғанһың.
Һинең алтын ҡулың менән
Ҡайтарылды “Урал батыр”.
Көткән халыҡ ошо йыры
Барыбер, тип, урап ҡайтыр.
Йыр ғынамы һуң әле ул,
Ул халҡымдың йәшәү юлы.
Күп халыҡтың эпосы юҡ,
Тарихы юҡ унан оло.
Бер ваҡытта юйылмаҫлыҡ –
Ул халҡымдың йылъяҙмаһы.
Мең ғазапты үтеп сыҡҡан
Меңәр йыллыҡ юлъяҙмаһы.
Йәшәгәнһең һин халҡымдың
Йөрәк йырын тотош отоп.
Меңйыллыҡтар тыны менән
Арттырырға донъя ҡотон.

Яҡшы юлда

Оҙаҡ йылдар һыу аҫты крейсерында механик булып

хеҙмәт иткән мичман Фәнил Яманаевҡа

Һыу аҫтында хеҙмәт иттең
Ике тиҫтә йылдан ашыу;
Мең кисереп бер башыңда
Нисә ҡайтыу, нисә ташыу;
Боҙло диңгеҙ төптәрендә
Йәндәреңә йылы табып,
Мәңге туңлыҡ – Ҡотоп аша
Илде һаҡлау юлын табып;
Нисә ҡабат иҫән ҡалып,
Үлем күҙҙәренә ҡарап;
Хоҙай һаҡлап алып ҡалған
Итмәйенсә һине харап.
Күрмәгәнең ҡалмағандыр –
Баренецты, Аҡ диңгеҙҙе,
Атлантика аша сығып,
Урта диңгеҙҙәрҙә гиҙҙең.
Күпме йөҙҙөң айҙар буйы,
Күренмәйсә айға, көнгә.
Бер кем белмәҫ походтарҙа,
Үпкә тотмай һис бер кемгә.
Диңгеҙ формоң һалһаң да һин,
Ҡулдарыңда – моңло ҡорал.
Һин йырлаһаң, һин уйнаһаң –
Аяғөҫтө тыңлай Урал.
Был заманда был донъяны
Ҡотҡарыр, тип, тик матурлыҡ.
Рәссам булып, йырсы булып
Ҡылаһың һин тик батырлыҡ.
Моряк дуҫым Яманаев
Яман түгел яҡшы юлда.
Был донъяны яҡшылатыу –
Әйтерһең дә һинең ҡулда.
Яманаев яҡшы юлда.

Һин ҡалаһың мәңге йәш булып

Йемен илселегендә эшләгәндә һәләк булған йәш дипломат

Айҙар Тойғонов иҫтәлегенә

Ғүмер буйы дуҫлыҡ тиеп янған
Олатайҙар юлын ҡыуғайның.
Йәшәп туймаҫ яҡты донъяларға
Ил өмөтө булып тыуғайның.
Кем уйлаған һәләк булырыңды
Ер ситендә – алыҫ Йемендә.
Атаң-әсәң ҡаршы булмағайны,
Йөрөһөн, тип, донъя имендә.
Бөгөн бына туған мәктәбеңдә
Һуңғы ҡыңғырауҙа торҙоҡ беҙ.
Һинең йәшлек булып балҡый йәштәр,
Йәшле күҙҙе ситкә борҙоҡ беҙ.
Туған мәктәбеңдә таҡтаташҡа
Исемеңде яҙып ҡуйғандар.
Ләкин ташҡа түгел ошо исем
Беҙҙең йөрәктәргә уйғандай.
Өнһөҙ илап, асыҡ белгәндә лә,
Күҙ йәшенән инде файҙа юҡ.
Ер йөҙөндә бөгөн кем иламай
Ҡайғыһыҙҙар бөгөн ҡайҙа юҡ.
Әрнеүҙәрҙе ҡабат яңыртабыҙ
Тонған күҙгә тағы йәш тулып.
Был аҡылһыҙ ҡарт донъяла, ҡустым,
Һин ҡалаһың мәңге йәш булып.

Утлы хәтер

Вафа Әхмәҙиевтың тыуыуына 75 йыл тулғанда

Һин үҙеңсә булдың һәр саҡ,
Һыймағанға һырышманың.
Һәр беренә оҡшарға ла,
Ярарға ла тырышманың.
Йәшәмәнең өркөп-ҡурҡып,
Хаҡ һүҙеңде әйттең ярып.
Шикләнгәндә кәңәш һорап,
Мин көс алдым һиңә барып.
Бер ҡараһаң – йөҙйәшәр ҡарт,
Бер ҡараһаң – бала инең.
Йөҙйәшәр ҡарт, бала булып
Тәрән уйға һала инең.
Уйҙарыңдан уйылырлыҡ
Хәлдәр ине донъя тулы;
Йөрәгеңә йыйылғандыр,
Инде башҡа һыймаҫ булып.
Һөйләгәндә төплө белдең
Һүҙҙең бәҫен, һүҙ ҡәҙерен.
Бөгөн һуңлап икеләнәм –
Булды микән үҙ ҡәҙерең?
Тейеш ҡәҙер булды микән,
Булды микән тейеш баһа?
Беҙ һәр ваҡыт үкенәбеҙ,
Юҡ ҡәҙерҙе һуңлап яһап.
Ләкин һис тә онотолмаҫ
Һүҙгә булған һинең ҡәҙер.
Иң кәрәкле һинең аҡыл
Хәтер һандығында хәҙер.
Һинең һүҙгә баһаны ла
Киләсәктә ваҡыт әйтер.
Шуны көтөп йөрәктәрҙә
Баҙлап ята утлы хәтер.

Ир-уҙаман

Әллә әкиәттән сыҡтың инде,
Ҡара туҙан ярып, саң ярып.
Бик боронғо исем ҡайҙан тыуған,
Әйт, яҡташым Фәнзил Санъяров?
...Элек ғәрәптәрҙә хәрбиҙәрҙең
Батырҙары санжар булғандар.
Шуны асыҡланым бөгөн һиңә
Ир-уҙаман йәше тулғанда.
Олатайҙарыңдан тотҡандыр борон,
Батырҙарҙың булып батыры.
Улар был исемде ғорурланып,
Йөрөткәндер шаҡтар ҡатырып.
Ниңә уны иҫкә төшөрҙөм мин,
Инде онотолған данын да.
Тиккә түгел, хәтерләргә теләп,
Ниндәй ҡан аҡҡанын ҡанында.
Ҡайҙа ғына һине ҡуймаһындар –
Тиҫтәләрсә йылдар уҡыттың.
Нисек итеп һин дөрләтә алдың
Бала йөрәгендә мең утты.
Хатта бер һөнәр ҙә юҡтыр һымаҡ
Һинең ҡулдарыңдан килмәгән.
Тыумыштан уҡ шулай итеп һине
Әллә Хоҙай үҙе имләгән.
Бына Фәнзил фән эйәһе икән,
Түгел фәнде тартып алырлыҡ.
Бер кем бөгөн аптырамаҫ һиңә,
Эштәр ҡылһаң хайран ҡалырлыҡ.
Юҡҡа ғына түгел санъяр булып
Тотонғанһың “Урал-батыр”ға:
Тейеш, тиеп, мәңге бөтмәҫ рухы
Донъя күҙ алдында балҡырға.
Әйтер нәмә шундай күп булғанда,
Һүҙҙәремде нисек бөтөргә?
Бөгөн ҡала һинән көтөлмәгән
Яңы егетлектәр көтөргә.

Илһам килгәс

И. Йәндәүләтовҡа

Илһам килмәгәнгә зарланалар
Ижад кешеләре йыш ҡына.
Ул берәүгә тик яҙҙарын килә,
Ә берәүгә килә ҡыш ҡына.
Ул бит һауа һымаҡ һәр саҡ кәрәк,
Кәрәк айҙар, йылдар буйына.
Килһә беҙгә һис китмәҫкә килһен,
Ут өҫтәргә һәр кем уйына.
Бары ла бар һымаҡ ине беҙгә,
Донъя теүәл һымаҡ элек тә.
Үҙебеҙгә нимә етмәгәнен
Бөтмәгәнбеҙ икән белеп тә.
Эше лә бар, ашы ла бар һымаҡ,
Көн артынан көндәр уҙҙылар.
Уҙырҙары инде уҙып китте,
Туҙырҙары инде туҙҙылар.
Үҙ йүнебеҙ үҙебеҙсә күрҙек,
Бер кем беҙҙе арттан этмәгән.
Элек нимә етмәгәнен белдек,
Белдек беҙгә илһам етмәгән.
Тиндәребеҙ араһында хәҙер
Тиң булырбыҙ хаҡлы, иң һанлы.
Сөнки беҙгә илһам бирер кеше
Нәшриәт бит хәҙер Илһамлы.
Йырлатһын да, бейетһен дә, әйҙә,
Үҙе йырлап, үҙе бейегән.
Тыуыр көндәр көс өҫтәһен беҙгә,
Яңы һулыш өрөп мейегә.
Барыһы ла хәҙер үҙебеҙҙән,
Әллә кемдән юҡ һис көтәһе.
Илһамланып тотонайыҡ бергә,
Илһам килгәс булыр бөтәһе.

Ер хәтерен терелтеп

Ә. Әсфәндиәровҡа

Тарих дөрөҫ булһын, тиеп,
Ғүмерлеккә маҡсат ҡуйҙың.
Буй етмәһә – уй етә, тип.
Етмәҫ ере юҡ, тип, уйҙың.
Түбәң күккә тейерлек бит
Һинең асҡан, тапҡандарың;
Талмаҫ ҡулдарың тағатты
Иң төпкөлдә ятҡандарын.
Уҙғандарын белмәгәндең
Киләсәге оло булмай.
Тарихына таянмаһа –
Уның оҙон юлы булмай.
Уяттың һин, уйлаттың һин
Хәтеребеҙ хәҙер тере.
Үҙ тарихын ҡайтарғанға
Мең рәхмәтле башҡорт ере.

Ҡарлыманбаш

Фәрит Иҫәнғолов иҫтәлегенә

Һинең тыуған ауыл Ҡарлыманбаш
Ҡарбаш булып йөрөй халыҡта.
Беҙҙең ауыл менән гел дуҫ йәшәй,
Ҡыҙҙар биреп, ҡыҙҙар алып та.
Өс саҡ(ы)рым ара, шуны уҙып,
Ерҙә күпме юлдар һүтелгән.
Ғүмер буйы ҡасан ҡайтһаң-китһәң,
Ошо ауыл аша үтелгән.
Һинең менән байтаҡ бергә ҡайтып,
Тыуған нигеҙендә ултырҙыҡ.
Бөгөн һинһеҙ килеп туҡтау ғына
Күңелдәргә һағыш тултырҙы.
Мәңге һағынырлыҡ ағай инең,
Һағыш бөтмәҫ нисек итһәк тә.
Һин мәңгелек ағай булып ҡалдың,
Һинең йәште үтеп китһәк тә.
Күп ағайҙар һағындыра бөгөн
Йыш-йыш таянысһыҙ ҡалһаҡ та.
Әллә ниндәй ышаныстар тыуа,
Исемеңде иҫкә алһаҡ та.
Юлда һәр саҡ тоғро юлдаш инең,
Рухташ инең рухлы йырҙарҙа.
Яҡуттарға тиклем бергә барҙыҡ,
Донъя матур иркен йылдарҙа.
Хәҙер күрһәң – донъя танымаҫлыҡ,
Хәҙер бөттө тормош буталып.
Тарҡалыштыҡ беҙ ҙә, көн итәбеҙ
Бары үткәндәрҙән ут алып.
Тыуыр көндәр һаман төҫһөҙләнә,
Өмөт тә юҡ хәҙер, юҡ шатлыҡ.
Ерҙә берәй яҡшы кеше күрһәм,
Гел ҡарайым һиңә оҡшатып.
Шундай уйҙар килә сал башыма,
Ҡарҙай сәсем елгә туҙғанда.
Утлы тәҙрәләрҙән ут аламын,
Ҡарлыманбаш, һинән уҙғанда.

Артыҡ иртә

Юрий Андрианов иҫтәлегенә

Артыҡ оҙон инең бөтәбеҙҙән,
Һин бер башҡа булдың юғары.
Миңә һәр саҡ оло бәхет ине
Һиңә килеп атты туғарыу.
Кеше оҙон булмай, бейек була,
Тинең гелән миңә яуапҡа.
Оҙонһоң тип мин шаярттым һине,
Өмөт итмәй бер ҙә сауапҡа.
Кешеләрҙең бейеклеге өсөн
Тыуғайның һин, яндың ғүмергә.
Ҡаршы елдәр нисек иҫмәһендәр,
Теләмәнең һис тә һүнергә.
Артыҡ дөрөҫ, артыҡ тура инең,
Артыҡ тоғро инең һүҙеңә.
Эстән генә гел борсола инем,
Көс килмәҫме, тиеп, үҙеңә.
Артыҡ һүҙен артыҡ ҡабатланым,
Улар дуҫта артыҡ тойолғас.
Үртәй хәҙер ғүмер олононоң
Йәшел япраҡтары ҡойолғас.
Иң юғары бейеклектә булған,
Һинең шулай ғүмер итеүең.
Бөтәһенән артыҡ һыҙландыра
Һинең артыҡ иртә китеүең.
Читайте нас: