Йөрәктәрҙә сикһеҙ хыялдар бар,
Күңелдәрҙә – һанһыҙ сөңгөлдәр.
Йән дауаһын эҙләй һәр бер кеше
Күңел ятһа ғына ҡулың бара,
Ҡулдан килһә – күңел була көр.
Йәнәш барһа дәрт һәм дармандарың
Дарман ғына етһен барыһына,
Дәрте генә етһен тағы ла.
Ә күңелдән йөрәкте ярһытып
Иҫ китерлек бер моң ағыла.
Әсә һөтө менән һеңгән шул моң
Юлдаш беҙгә ғүмер-ғүмергә.
Бик арманһыҙ булған саҡтарҙа ла
Дарманға ул бирмәй һүнергә.
Ҡанат ҡуя беҙгә таныш йырҙар,
Үҙ ерендә, үҙ телендә генә
Һайрай йөрәк йырсы ҡош булып.
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Тура ғына үҫмәй күңел гөлө,
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Һеҙ белһәгеҙ икән нисә тапҡыр
Хәсрәт битлектәре кейгәнмен.
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Телдәремде, хатта ҡулдарымды
Саҡ-саҡ ҡайсаҡ тыйып ҡалам да...
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Иҫмәгәнгә хатта шунда ел,
Әйтеп һалам да ул ҡайһы берҙә,
Теште шығырлатып: «Надоел!»
Гел минеңсә, минең теләгәнсә
Аҡмай ҙа ул минең уйым да.
Ҡабул итеү бигерәк ҡыйын да...
Ыжғыр елгә бирешергә бирмәй,
Дуҫтарыма бер ҙә әйтелмәгән
Рәхмәттәрем бар бит, һаҡлаған.
Уңай саҡты көткән, мәле сыҡҡас
Йә иһә лә – аҙағыраҡ, тиеп,
Йә иһә лә – күргәс үҙҙәрен.
Ваҡытында яңғырамай ҡалып,
Бүлешелмәй ҡалған ҡыуаныстар
Ҡатҡан, сәскә атҡан көйөнсә.
Күңел үҫтерерлек йылы һүҙҙәр,
Өндәшелмәй ҡалғас мәлендә,
Хәҙер инде йән көйөгө булып
Йәнгә ҡунған бер ҡорт хәлендә.
Минең аша әйтеп ебәреп тә,
Барып етә (а)лмаған сәләмдәр –
Күңелемдә ялбырашып торған,
Уңып бөткән әләм-һәләмдәр.
Йөрәгемде гел әрнетеп торған,
Эренләтеп торған шырауҙар –
Күңелемә шиктәр төшкәндә лә
Бирелмәйсә ҡалған һорауҙар.
Бәғеремде баҫып, хәлде алып,
Әллә күпме серҙе тотоп ята,
Китмәһен тип кеше баштары.
Үпкәләрем тулы үпкәләп тә,
Ҡуй әле тип ҡалған һауаға.
Әллә күпме алғыш ята унда,
Өндәшелмәй ҡалған дауаға...
Кәрәгенән ҡалғас, ятып ҡалғас,
Хаҡы төшөп, осһоҙланып ҡалған,
Артыҡ йөк ул ҡомһоҙ йөрәккә.
Кипкән, ҡатҡан, тотонолмай ятҡан
Һайлап ҡына әйтәм дуҫтарыма,
Ҡоро май тиҙ бүктерә бит,
Сабырһыҙға бер ҙә йоҡмай,
Татлы булһын, ҡотло булһын,
Болғай-болғай һал да һал,
Күмһегән һин күпһенгәнгә,
ни белмәй, бер ни тоймай торған,
Бәхетлеләрҙән һин – бәхетлем.
Көтөүҙәрҙең ауырлығын белһәң,
Ә мин көтөп бәғерҙәре ҡатҡан,
таш һындай ғына ҡурсаҡмын.
Зарығыуҙарҙың ауырлығын белһәң,
Өҙөлөүҙәрҙең ос-моттарын тойһаң,
Һәр нәмәгә һылтау таба торған,
Һағыныуҙарҙың ауырлығын белһәң,
Ни хәл итеп һиңә күренәйем,
Күңел ҡылың ҡалай сыңғырлатып,
Ҡалай күҙҙәреңә эленәйем.
Кершәндәре бүтән тартылмаҫ,
Хыял тәме бүтән татылмаҫ,
Һаҙаҡ башҡа осһоҙ һатылмаҫ,
Алдаҡсы бер өмөт ярпыһына...
...Осоп ҡына киткән яртыһына
Юҡ буласаҡ таһа, юҡ буласаҡ.