Һеҙ – диңгеҙҙең тыныс сағы кеүек,
Шиғри бишек кеүек тулҡындар.
Серлелек бар, бар илаһи ҡеүәт
Һеҙҙәй кешеләрҙең холҡонда.
Йәшерен көс – диңгеҙ хозурында,
Диңгеҙ төбө - ынйы-мәрйендер.
Һыу эйәһе барҙыр, ҡулдарында
Ҡорос ҡылыс, үткер хәнйәрҙер.
Мин суммаҫмын асыл таштар эҙләп,
Диңгеҙ хозурында тирбәлмәм.
Мин бит – ҡая. Дауыл ҡупҡанда ла,
Тулҡындарҙы яҡын ебәрмәм.
Мин алыҫтан хозурлана беләм,
Илһамлана беләм, сәмләнә.
Ғашиҡ була беләм. Ул ваҡытта
Һыйҙыралған күңел ҡосағым.
Һеҙ – ҡояштың барлыҡ нурын йыйған
Әҙрән диңгеҙенең тын сағы.
Тормош дуҫ-иш менән бара,
Ҡул ҡуйҙыр, мөһөр ҡуйҙыр,
Һыуға сум да, ҡоп-ҡоро сыҡ,
- Иҫ китерлек түгел, һеңлем,
Уйлайһығыҙмы, - тине ул, -
Мин – эт ашаған тәнҡитсе,
Ҡуҙғатаһың ауыр таштарҙы.
Бәхет эҙләү күпме һынай беҙҙе,
Ихтыярҙы, ғәзиз баштарҙы.
Һығыл, һынма, үҙ-үҙеңә ышан,
Өҙөп сығар тешләр еренән.
Тамсы тамып, боҙҙо тишкән төҫлө,
Ҡат-ҡат талпынырға иренмә.
Әрһеҙлекте – ярты бәхет, тиҙәр,
(Ғорурлыҡ ул – бәғер төбөндә).
Мин-минлегең үкһеп илаһа ла,
Маҡсатыңдан бер үк сигенмә.
Йөҙөң менән ерҙе һеперһәң дә,
Йөҙ сөйөрмә бәхет юлында.
Донъяла бер генә хәҡиҡәт бар:
Үҙ бәхетең тик үҙ ҡулыңда.
Ялағайлыҡтан һәм ялағайҙан
Һаҡла, Хоҙай, һаҡла иманым.
Мин алиһә булып килдем ергә,
Табан яларға тип тыуманым.
Мин зарлылар, мин ярлылар менән,
Йыраҡмындыр затлы, атлынан.
Барыр юлың ҡараңғысы, тимә,
Йондоҙ булып таңда атылам,
Шишмә булып сүлдән бәреп сығам,
Ҡышҡы йәшен булып йәшнәйем,
Донъя тәгәрмәсе әйләнгәндә,
Атҡа менһәм әгәр, шәйләгеҙ –
Намыҙ дағаларым тапап һытыр
Ялағайлыҡ тигән хәйләгеҙ.
Мин алиһә булып килдем ергә,
Ҡуштандарға булмаҫ мохтажлығым,
Төҙ иманым – намыҫ һаҡсыһы.
Юлым изге минең, маҡсат изге,
Аҡыл бизмәндәрем алтындан.
Яҙмыш һалған һаҙлыҡ, сытырлыҡты
Йырып барам намыҫ артынан.
Бик күптәрҙең күңел тойғоларын
Шиғырҙарға һалып бүләк иттем.
Хушлашмайса китеп барыр өсөн
Иң шатлыҡлы миҙгелеңде көттөм.
Дуҫтар араһында тороп ҡалдың,
Таратмайса бәхет томандарын.
Берҙән-берең булып мин китәмен,
Меңдән берең булып торалмамын.
Һин ҡысҡырма ҡыҙыл офоҡ аша,
Мин – таң ҡыҙы, йөрөмәм байыштарҙа.
Һинең яңылышың – юғалтыуҙа,
Ә минеке - шиғри табыштарҙа.
Ғаиләнән изге нимә бар һуң?
Әҙәм балалары парлы-парлы,
Ни көйөнөс донъя яңғыҙға.
Парығыҙҙы теләп һүҙ ҡатығыҙ,
Күктән атылып төшкән йондоҙға.
Ғаиләнән изге нимә бар һуң,
Балаларҙан ғәзиз ниҙәр бар?
Йәнәшәңдә донъя йөгөн тарта
Йәшлегеңдә тапҡан һөйгән йәр.
Маңлай тирле, күҙ ҡарашы ҡырыҫ,
- Алтын тауҙар вәғәҙә иткән бәндә
Һинме? – тиеп, килә һелкәһе.
Матурҙар күп, һөйкөмлөләр осрай,
Кем икәнен уның белер өсөн
Бер ҡашыҡтан йөҙ бот тоҙ аша.
Заман нужаларын кискән саҡта
Ниндәй афәттәргә юлыҡһаң да,
Үҙ парыңа һыйынып ҡалаһың.
Ғаиләнән изге нимә бар һуң,
Һин һайлаған асы яҙмыштан?
Бары шул яҙмышҡа көҙҙәреңдең
Бик бәхетле бер ғаилә булған,
Бар ҙа һөйгән, бар ҙа һөйөлгән.
Ләкин бәхет бер көн бөтөнләйгә
Сығып китер булған был өйҙән.
- Китәм, - тигән, - юл алдынан. –
Берәй теләк һеҙгә үтәрмен.
Үтәрмен дә, ҡабат ҡайтмаҫҡа тип,
Бәхилләшеп сығып китермен.
- Компьютер, - тигән балалары,
- Өр-яңы тун! – тигән ҡатыны.
- Һиңә ни? – тип ирҙән һораған ул,
Сыҡҡан саҡта тупһа арҡыры.
- Һүнмәҫ усаҡ! – тигән аҡыллы ир,
Бәхет йөҙө киткән яҡтырып.
- Усаҡ булһа, мин китмәйем, - тип,
Мәңгелеккә ҡалған ул тороп.
Ҡарап торам һиңә таң ҡалып.
Елдәр ыңғайына йылы тулҡын
Бер тамсыға мохтажлығы барҙыр,
Тиеп уйламаҫһың диңгеҙҙе.
Диңгеҙ тиклем диңгеҙ изге бит ул,
Диңгеҙ тиклем диңгеҙ динһеҙме?
Гәлсәр тамсы – бәлки, күҙ йәшелер,
Янып тора – ҡояш ҡабынған.
Ташыр тиеп ҡарҡам ярынан.
Бисмилләхир-рахмәнир-рахим!
Юлдарым йә йыраҡ, йә яҡын.
Хәйерле булһын һәр сәфәрем.
Уңдан да, һулдан да һаҡлаһын
Фәрештәм, йәйеп аҡ ҡанатын.
Абынмай-һөрлөкмәй елһен гел
Юлдашым итмә һин һуҡырҙы,
Суҡраҡты, йоҡосо бәндәне.
Хәүефһеҙ-хәтәрһеҙ, уң булһын,
Яй булһын сәфәрҙең һәр мәле.
Юлбаҫар, иблисте бығаула,
Бәхеткә-шатлыҡҡа илтһендәр
Булайым көндөҙ юл бөркөтө,
Төндәрен – ут күҙле ябалаҡ.
Хәйерле булһын һәр сәфәрем,
Иңдәргә ҡуй, Раббым, пар ҡанат.