Йәшел ҡамсат бүрке башында...
Шәйехзада Бабич, 1918 йыл.
Салауаттың үлемен асыҡлаған документ табылды.
Тарихсылар, һеҙгә үпкәм бар шул.
Күңелемде минең киттегеҙ ҙә
Хыялымдан мәхрүм иттегеҙ.
Иҫ белгәндән инде уны көттөм,
Сабый йәштәремде ағыҙҙым.
Ә һеҙ килеп миңә тотторҙоғоҙ
Алыҫ үткәндәргә күҙҙе төбәп
Күңелем менән мин һөйләшә инем
Илдең даны — аҫау ир менән.
Балҡып ҡына ятҡан еребеҙгә
Мин баҡҡанда, ул да бағалыр.
Сабый хыялдары — төпһөҙ урман;
Юл ситенә ҡайын ауғандыр,
Аҙашып ҡалғандыр ул, ҡайта алмай,
Бурай-бурай ҡарҙар яуғандыр.
Сырлап ҡына осор турғайы.
Алыҫ-алыҫтарҙан моңдар килә,
Уң ҡулында, тиҙәр, ҡурайы.
Кис ҡайтманы, ҡайтыр таң атҡас.
Батыр ғына ҡайтыр, дан ҡайтҡас.
Көтә-көтә таңдар аттырҙым.
Бутамағыҙ берүк, тарихсылар,
Үлгән йылы булмай батырҙың...
«Хәтеремдең тере куҙҙары» китабынан, 1980 йыл.
Ҡәһәрләнгән мәғрүр Рогервиктың
Ел кимергән бөйөк ҡәлғәһен.
Ел сәйнәгән ваҡ-ваҡ ташҡа ҡарап,
Әйткем килә: «Һин ни хәлдәһең?!»
Пакри ярҙарының һәр ташына
Айырым-айырым атап өндәшәм.
(Салауаттың ғазап сиккән йөҙөн
Көн дә күргән ерҙән көнләшмәм…)
Өндәшмәй ҙә, көнләшмәй ҙә торған
Төйәк бит ул Балтик буйҙары.
Күҙ иңләмәҫ даръя аръяғына
Салауаттың йәшәү сере бында!
Салауаттың үлем сере бында!
Сер уртлаған диңгеҙ йөҙҙәренә
Ҡарайым мин, алалмайса тын да…
Салауаттың рухын иҫкә алып,
Хәйер итеп һыуға аҡса һалам.
Ҡан, йән тартып, бәлки, килер балам.
Сер уртлаған диңгеҙ ярҙарынан
Уйҙарымдан йәнем ҡурылып китәм.
Хәҙер инде был ил – күрше баҡса,
Арабыҙҙа бейек, бөйөк ситән…
Тәнзилә Дәүләтбирҙина. 1996 йыл, Палдиски.