Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Июль 2019, 14:59

ҒҮМЕР ЯҘЫ КЕРПЕК ОСТАРЫНА ЫСЫҠ БУЛЫП ҠУНЫР ТАҢ ҒЫНА

ҒҮМЕР ЯҘЫ КЕРПЕК ОСТАРЫНА ЫСЫҠ БУЛЫП ҠУНЫР ТАҢ ҒЫНА.

Таныйҙыр!..

Ун алты бөгөн, ун алты!
Аһ, донъя шундай татлы!
Донъялар киң генә түгел,
Донъялар ҡатлы-ҡатлы!
Ун алты бөгөн, ун алты!
Аһ, Күктәр шундай бейек!
Ҡулдарыңды ҡанат итеп
Осоп сығып китерлек!
Күҙ күргәне генә – офоҡ,
Ун алты һиңә бөгөн!
Йәшлек тоймай шул донъяның
Ҡатлы-ҡатлы йөй-йөгөн.
Йәшлек ерҙән йөрөймө ни –
Йәшлек бит ул ҡанатлы!
Донъялар – киң, хыял – сикһеҙ,
Осоуҙар шундай татлы!..
Донъя түңәрәк булғанға,
Ҡояш ҡалҡа, Ай бата...
Әлдә Ер табандарыңды
(Таныйҙыр!..)
Тойоп ята.
Яҙҙар

Эй илерткес яҙҙар!..
Кәкүк саҡыра...
Таңдар – һандуғаслы, моң ғына...
Ошо моңдо һемереп эске килә,
Илерептәр торам тын ғына.

Сирень тәме тулған һауаларға,
Муйыл еҫтәренә иҫерәм.
Баштар әйләндергес был таңдарҙа
Яҙҙарымды ҡабат кисерәм.

Һандуғас та һаташамы әллә,
Моңо һеңгән күксин тәменә.
Йәшлек ике килмәй, тиеп, минең
Теймәгеҙсе берүк сәмемә.

Ҡойондороп сирень күбегенә
Хыялыйҙар итә ул йәшлек...
Ысыҡ төҫтәренә, моңлоларҙың
Йырҙарына күсә ул йәшлек...

Әйләнә лә килә яҙҙар булып,
Кәкүк саҡыра...
Һауа - моң ғына...
Ғүмер яҙы керпек остарына
Ысыҡ булып ҡуныр таң ғына...
Өмөт, хыял һәм ҡанаттар хаҡында
Ҡанаттар йәшәтә беҙҙе,
Хыял, өмөт.
Өмөттәрҙе, китмәһен, тим,
Туҙан күмеп.
Ҡар аҫтында ла ҡалмаһын
Өмөт берүк.
Бурандарҙа аҙашмаһын,
Яңғыҙ йөрөп.
Ел-ямғырҙан да һаҡлайыҡ
Өмөт ҡуҙын.
Нахаҡ яндырмаһын уны,
Алдан уҙып.
Ҡанатлы килеш йәшәһен
Хыял һәр саҡ.
Ерҙән һауаларҙы барлау –
Өмөт бар саҡ.
Өмөт, хыял һәм ҡанаттар
Күккә әйҙәй.
Ҡанатлылар ғына бары
Ерҙе биҙәй.
Йәшәүебеҙҙең сере лә –
Ҡанаттарҙа.
Ерҙән атлай табандарың
Ҡанат барҙа.
Күк күкрәтер серҙәр
Тупраҡта бит тамсы дым булманы,
Күк йәй буйы ысыҡ күрмәне.
Ерҙән Күккә йәнде биҙҙерерлек
Көйөк еҫе генә үрләне.
Көйөп-күгәреүҙән, ахырыһы,
Күк үҙ хәлен үҙе белмәне.
Яна-яна, шып-шым үрһәләнеп,
Үткәрҙе ул йәйге селләне.
Шартлар хәлгә еткәс кенә донъя,
Дер һелкетте Ерҙе. Көстәр – тиң.
Яралы Ер һүҙһеҙ ыңғыраша,
Ҡөҙрәттәре ерҙең бөйөк, киң.
Бына бөгөн Күктең ҡорғаҡһыған
Йәне яҙылып китте - түгелә.
Йән яҙылғас, тәнең бушаныуҙы
Белмәй йәшәгәндер үҙе лә.
Күк түгелә, дер-дер ҡалтырана,
Аңлап торам уның хәлдәрен.
Бөгөнгө Күк ише, күп үткәрҙем
Һыҙлау-һыҙылыуҙар мәлдәрен.
Күктәр күкрәп, йәшен йәшнәүҙәре –
Көҙән йыйырыуы күк йәнен.
Йәне-тәне тартышһа ла – бөйөк,
Һаҡлай белә Күктәр үҙ йәмен.
Бейек булып ҡала белә күктәр,
Айҡашһа ла тәне ерҙәрҙә.
Бер- береңә тартылыуҙың көсө
Күк күкрәтер генә серҙәрҙә.
Ҡурҡыныс...
Йәндәрем ярып бирерлек
Хәлдәрем һуңғы ара.
Эңерҙәргә йыраҡ әле,
Ҡояшым байып бара.
Офоғомдо ут ялманы,
Унда - шик-шөбһә генә.
Офоҡ артында ни барын
Бер Хоҙай ғына белә.
Күҙаллауы ла ҡурҡыныс
Шажлап янған офоҡто.
Ут ниңәлер беҙ бараһы
Офоҡтарға ҡыҙыҡты.
Офоҡта хыялдар яна,
Йәшәлгән йылдар төтәй.
Яҡын барырлыҡ та түгел,
Йәнеңде өтә, үртәй.
Яҡын барырлыҡ та түгел,
Торабыҙ ситтән күҙләп.
Шунда төшөп бара Ҡояш
Тын алырлыҡ ер эҙләп.
Ҡояш өсөн үрһәләнеп,
Янам ялҡындан былай.
Тын ҡурыла, ут ипкене
Аяҡ аҫтына буйлай.
Беҙ баҫып торған ер менән
Офоҡ тоташты буғай.
Йөрәк был ерҙең икегә
Ярылалмауын аңлай.
Ҡотҡарырға ине ҡояшты
Көн артынан тауға менеп барам,
Һуҡыр килеш!..
Булһын!
Көн кәрәк!
Тауҙар һиңә ышыҡ булмаһын ул,
Тауҙар һиңә булһын тик терәк.
Көн артынан тауға менеп барам,
Йәшермәгеҙ әле ҡояшты.
Күрһәтмәйем, тиеп башҡаларға
Берәү, ана, ҡояш тотҡан килеш,
Ҡайтмаҫ ергә китеп олғашты...
Миңә бары көн яҡтыһы кәрәк,
Күҙҙәремде генә асырлыҡ.
Булмағыҙсы берүк,
Күрмәҫ өсөн,
Белмәҫ өсөн һеҙҙе,
Һуҡыр килеш,
Мәмерйәгә кире ҡасырлыҡ.
Көн артынан тауға менеп барам,
Ҡотҡарырға ине ҡояшты!
Тауҙар ниңә иртә салланғанын
Аңлап, һүҙ ҡушҡайным, йәнә берәү
Ҡояш күрһәтәм тип, мине тауҙан
Төртөп төшөрөргә маташты.
Тау ҙа күреп шуны тертләне,
Саҡ-саҡ сыҡмай ҡалды тау йәне.
Бейегерәк булғас барынан,
Был донъяны күреп арыған.
Яңынан тыуыу
Ете тапҡыр йығылһаң да,
Һигеҙ тапҡыр тороп кит.
Йығылыуы ғына еңел,
Тороп баҫыу ауыр бит.
Мәтәлләп барып төшһәң дә,
Бары үҙеңә таян.
Үҙен-үҙе йәлләгәнде
Яҙмыш та тормай аяп.
Һәр икенсе ынтылыуың
Була барһын көслөрәк.
Яҙмышҡа түгел, үҙеңә,
Үҙеңә бул үслерәк.
Үҙ-үҙеңә үслерәк бул,
Йәнә тороп баҫырлыҡ.
Һиңә үсле яҙмыш Үҙе
Һинән ҡурҡып ҡасырлыҡ.
Йығылыуҙар өйрәтә бит
Беҙҙе көслө булырға.
Йығылған һайын – торорға
Һәм... яңынан тыуырға.
Йыһан сөңгөлөндә
Етәклә лә ал да ос һин
Сөңгөлөнә Йыһандарҙың.
Төштәремдә бөгөн тағы
Ҡараштарың ҡыуандырҙы...
Ал да ос һин – йәндәребеҙ
Ҡауышҡан ер шул Йыһандыр.
Күңелдәргә шуға, бәлки,
Күк тә, Ер ҙә, тим, һыйғандыр.
Ерҙә ғазап эсәбеҙ ҙә
Олғашабыҙ Йыһандарға.
Әлдә төн бар түгелергә
Ерҙә Күкле булғандарға.
Әлдә төн бар түгелергә
Күктә Ерле булғандарға.
Ерҙәгеләрҙең тәҡдирен
Күҙәтергә Йыһандарҙан...
Таңдарҙа тороп ҡалам
Таңдар йылмайып уятты,
Ә тышта – һоро ямғыр.
Ямғыр тамсыһында бөгөн
Һөйөү йыры ла барҙыр.
Төнө буйы йыуҙы ямғыр
Күңелдәге боҙҙарҙы.
Йыуҙы ла уятты, буғай,
Йөрәктәге ҡуҙҙарҙы.
Йыллап йыйылған юшҡындың
Ҡалманы бөртөгө лә.
Ямғырҙан һуң ҡояш ҡуныр
Таңдарҙа керпегемә.
Йылмайып атыр таңдарым
Көтәлер мине, һиҙәм.
Ямғырҙар туҡтар,бынан һуң
Даръя эсендә йөҙмәм.
Төнгө ямғыр тамсыларын
Даръя эсенә һалам.
Таңдарым йылмайып атһын,
Таңдарҙа тороп ҡалам.
Йырлы сағым
Күңелемдең йырлы сағы,
Моңло сағы.
Айлы сағы, көнлө сағы,
Нурлы сағы.
Өйөмдөң дә ошо мәлгә
Мохтаж сағы.
Хыялдарҙың сөм күктәргә
Ашҡан сағы.
Был мәл – йөрәк мөхәббәткә
Төрөнгән саҡ.
Йырлап торған йөрәк үҙе –
Йырлы ҡосаҡ.
Шул ҡосаҡта ирей һүҙем –
Моң ярала.
Ошо мәлде хыянаттан,
Йән, арала.
Күңелдәрем, Айым, Көнөм
Тулышҡан саҡ.
Йырлы сағым булһын һәр саҡ
Изге усаҡ.

Ғәлиә Кәлимуллина, Ишембай районы

Читайте нас: