Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Август 2019, 14:02

Өркөтөрһөң уны тотам тиһәң – бәхет бер гүзәл күбәләктәй

Яҙ шиғыры

Күҙҙәремдән бөгөн йәштәр тамһа,
Тып-тып итеп һинең усыңа,
Инәй, зинһар, уйлап ҡуйма инде
Ҡайғы төшкән, тиеп ҡыҙыңа.
Был хистәрем шулай ирей, инәй,
Ә йәштәр тама кемуҙарҙан,
Ергә тамсы иреп төшкән кеүек
Ҡыйыҡтарҙа торған боҙҙарҙан.
Тамсы-тамсы булып тама хистәр...
Нимә иретә һуң уларҙы?
Йылы, наҙлы нуры менән яҙҙа
Ҡояш иретә бит боҙҙарҙы.
Әллә инде, инәй, мөхәббәтме?!
Шундай йәшерен бер мөхәббәт...
Әллә ысын, әллә бер нимә юҡ...
Күҙгә салына был әкиәт?..
Хистәр йәштәр булып иреп тама...
Нимә иретә һуң уларҙы?
Инәкәйем, аңлат әле миңә,
Нимә миндә яҙҙы ҡуптарҙы?
***
Күптәр үҙгәрҙе... Күктәр
Тулды ҡара болотҡа.
Күптәр үҙгәрҙе... Күптәр
Әүерелделәр ятҡа...
Янып торған күҙҙәренең
Усаҡтары һүрелгән...
Яҡын булған һыҙаттары
Үҙгәргән,яңырған... Үлгән...
Әллә инде балалыҡтан
Улар сығып үҫтеләр?
Ҡуша бәйләнгән ептәрҙе
Улар әллә киҫтеләр?
Әллә тороп ҡалдым үҙем
Бала сағым илендә?
Әллә йоҙаҡтар үҙгәрҙе
Уларҙың күңелендә?
Күптәр үҙгәрҙе... Сәбәбен
Таба алмай интегәм.
Киҫелгән ептәрем менән
Күңел яраһын тегәм…
***
Иренеңдә ҡатҡан ҡалтырашып,
Һүҙҙәр (туҡтап ҡалған аптырашып)
Үҙеңдең дә күңелеңде ашай,
Минекен дә дауылдарға ташлай.
***
Был йыһанда һиңә урын юҡ, тип әйтһәм,
Китәм тиһәм ташлап яуыз елдәргә һәм
Ҡан өшөткөс һыуыҡ бурандарға –
Туҡтат.
Һыҡтап,
илап,
тубыҡланып...
алдарыма диуар булып ҡалҡып...
тимер ҡандал булып аяҡ-ҡулымда...
Тик... ебәрмә мине яныңдан!..
Тик ебәрмә…
***
Дауа табырға
Күптәнән
Һыҙлаған яраларға
Әйҙә бөгөн кисен
Сығайыҡ.
Ҡарарға йондоҙҙарға.
***
Һиңә...
Һиңә бағышланған шиғыр
Юлдарында
Китеп барам шығыр-шығыр...
Һиңә
Әйтер һүҙҙәр бөтөнләй юҡ...
Аҡ дәфтәрҙә
Ҡәләм яҙа һиңә сәләм...Туҡ...туҡ...
Туҡ...туҡ...
Күп нөктәләр... юҡ, өтөрҙәр...
Аҙағында
Уларҙы ла юҡ итерҙәр…

Бәхетле бала саҡ
Алтын сәсле батырымды ҡосоп,
Осоп килдем зәңгәр һауаға.
Кескәй генә ҡулдарынан тотһам,
Әйләнәмен ҡабат балаға.
Хыял ҡанаттарым үҫеп сыға.
Әйтерһең дә, мин бер тылсымсы –
Зәңгәр һауа итеп буяп ҡуйҙым
Туғанҡайым өсөн усымды.
Ул самолёт минең устарымда
Оса гиҙеп балаҫ һүрәтен.
Шул балаҫтың һүрәттәрен уға
Бөтә донъя итеп күрһәттем.
Ул йылмайһа, көлһә ихласланып,
Самолётым оса тиҙерәк.
Бар Ер шарын урап үтербеҙ беҙ,
Үҫһә туғанҡайым әҙерәк.
Ә әлегә осабыҙ беҙ, өйөм гиҙеп,
Ап-аҡ мейесте мең ҡат урап.
Ситтә инәһе йылмайып тора,
Уға бәхетле бала саҡ юрап.
Бәхет тураһында...
Ҡояш балҡығанда йондоҙ эҙләп,
Йондоҙҙарҙа күҙләп ҡояшты,
Эҙләгәнен таба алмай ҡалғас,
Бәхет юҡ, тип берәү алдашты.
Сәскә булһа әгәр һалҡын ҡышта,
Ҡарҙар яуһа әгәр йәйҙәрҙә,
Иң бәхетле булыр инем, тине,
Булыр инем, тине, әгәр ҙә...
Бәхет нурым ҡалған үткәндәрҙә...
Киләсәктә көтә бәхетем...
Ниңә бөгөн йәшәмәйһең, тинем,
Бәхетеңдең тойоп рәхәтен?
Бәхеттең бит үҙ миҙгеле булмай,
Артыҡ сәбәп уға кәрәкмәй.
Өркөтөрһөң уны тотам тиһәң
Бәхет бер гүзәл күбәләктәй.
Һәр кешенең күңеленә ҡуна
Был күбәләк Ергә тыуғас та.
Нескә күңеллеләр уны тоя,
Ә иҫәрҙәр эҙләй һаман да.
Бәхет ята һинең күңелеңдә,
Ыҙаланма эҙләп сит яҡтан.
Тоя белеп өйрәнергә кәрәк,
Тик шунда бәхетле атыр таң.
Тоя белһәң бәхет-күбәләктең
Тын алышын, ҡанат ҡағышын,
Эй, күңелең, шашыр, күккә ашыр
Онотоп бар булған һағышын!
Һәр бер көндә, һәр бер ваҡиғала
Күрә белһәң әгәр матурлыҡ,
Бәхетеңде тоя беләң, тимәк,
Һиндә йәшәй, тимәк, яҡтылыҡ!

Йөрәккәйемә
Иң ҡурҡыныс төштәреңде бирсе миңә,
Бирсе миңә, зинһар, һағышың,
Үкенеүҙәр, йөрәк әрнеүҙәргә ҡуша
Шик-шөбһәлең бирсе, ялғышың...
Һин бары тик, йөрәккәйем, тыныс булсы,
Һин бары тик, иркәм, моңайма.
Ҡояш кеүек янып, балҡып тора инең,
Оҡшағанһың хәҙер һин айға...
Ҡара төндәреңдә үҙең генә
батаң,
Үҙ төнөңдө үҙең яҡтыртаң.
Теләйеңме һинең йондоҙҙарың булам?
Булам! Әгәр үҙең булдыртһаң.
Болоттарың, зинһар, ситкә ҡыуаласы -
Ошо ғына һиңә үтенес.
Ә төнөңдө икәү яҡтыртырбыҙ, иркәм.
Бары тик һин, зинһар, бул тыныс.
Һинең өсөн генә ҡурҡыныс...
Эх, Гагарин булһам әгәр!
Эх,Гагарин булһам әгәр,
Осор инем йыһанға!
Йондоҙҙарҙың емелдәүе
Һеңгән шул минең ҡанға.
Осһам әгәр, тотор инем
Кометаның ҡойроғон;
Осһам әгәр,ҡосор инем
Арыҫлан йондоҙлоғон.
Ҡояштың һәр бер нурын мин
Йыйыр инем үҙемә.
Йыйыр ҙа таратыр инем
Ғәзиз тыуған еремә.
Айҙың моңһоу йөҙөнә мин
Йылмайыу һалыр инем.
Яҡты нур булып кешенең
Йөҙөндә ҡалыр инем.
Осһам әгәр мин Йыһанға,
Булыр инем бер йондоҙ.
Балҡыр инем,ялҡынланып,
Төнөн һәм хатта көндөҙ.
Эх, Гагарин булһам әгәр
Йыһанға осор инем!
Кис һайын күккә ҡарап мин
"Эх! Бер осормон!" тимен.
Инәкәйем
Инәкәйем, ғәфү итсе ҡыҙың.
Ғәфү итсе, рәнйетһәм юҡҡа.
Йүләр ҡыҙың һине тыңламаһа,
Үҙеңде һалмасы һин утҡа.
Тынғыһыҙлыҡ мине этә-төртә
Алып киткән һинән алыҫҡа.
Был тормошта үҙ урыным өсөн
Сығып баҫтым, инәй, алышҡа.
Бул терәгем минең, бул табибым
Асыҡ яраларым дауалар.
Бул һин рухым минең еңелгеһеҙ,
Көсһөҙлөктән йәнем аралар.
Аңла, инәй, мин мохтажмын һиндә,
Мохтаж кеүек әҙәм һауаға.
Ҡыр типмәсе ҡыҙың, үпкәләмә,
Аңлашмауҙар инһә араға.
Инәкәйем, ғәфү итсе ҡыҙың,
Аңламаһа һине, рәнйемә.
Баштарымды һалып устарыңа
Бер ятырға ине, бер генә.
Шунда һин дә сәстәремдән наҙлап
Төшөнөрһөң ҡыҙың хәленә.
Аңлашмауҙар булһа арабыҙҙа,
Үпкәләмә, инәй, рәнйемә.
Читайте нас: