Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Август 2019, 14:53

Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" поэмаһы

Халҡыма Ҡайҙа бара меңәр юллыҡ юлыбыҙ, Алда көтә ниндәй яҙмыштар – Барыһы ла беҙҙең уяулыҡта, Беҙҙең эштә, беҙҙең намыҫта. Туған телем өсөн кәрәк икән – Бар бәхетем әйҙә юҡ булһын, Туған телем өсөн кәрәк икән – Ауыҙымдағы телем ҡырҡылһын! Туғанынан яҙған - ярты йәтим, Туған теленән яҙған - мең йәтим, Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев
ХАЛҠЫМА ХАТ
(поэма)


Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.


Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә.
Халҡыма мин ошо хатты яҙам,
Оран һалам башҡорт иленә.


Еркәйемдең тарих һөйләмәгән
Юҡ һукмағы, һыуы, юҡ тауы.
Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,
Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.


Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,
Күпме наҙ бар дала елендә.
Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,
Һөйләшәләр башҡорт телендә.


Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.


Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған.
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған.


Нисәнсе ҡат даулап азатлығын
Урал да ғына тигән баш йортта,
Батшалыҡтың тәхетен дер һелкетеп,
Күтәрелгән тағы башҡорттар.
Ҡыйралһа ла ирҙәр,
Тамыры ҡалған
Ирек өсөн ташҡан кәр, сәмдең
Батырҙарҙы палач дарға аҫҡан,
Яугирҙарҙың киҫкән ҡолаҡтарын,
Телен киҫкән күпме сәсәндең.


Ни үтмәгән башҡорт баштарынан –
Дусар булған шундай язаларға –
Тарих уйлап үҙе һиҫкәнер!
Кемдәр күргән ирек даулағанға
Кешеләрҙең телен киҫкәнен?!


Башҡорт илен тотош утҡа солғап,
Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.
Тик батшалар телен киҫкәндә лә,
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!


Халҡым! Намыҫың ғорур булып ҡалған
Ябырылһа ла золом, йәберҙәр,
Батырҙарҙың теле киҫелһә лә,
Киҫелмәгән моңоң йәнеңдә.


Зирәктәрҙең ҡолаҡтарын йолҡоп,
Итеп булмай илде һаңғырау.
Улдан улға күсеп яңғыраған
Ил намыҫын әйҙәр хаҡ оран.


Ҡулындағы ҡанлы бығауҙарын
Өҙҙө халҡым, ғәҙел юл табып.
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.


Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төнъяҡ амурҙары,
Донъя сәхнәләре сайҡала.


Һәләттәргә һәләт өҫтәлгәндә
Алҡыш яулап донъя гиҙерлек,
Күпме кешеләрҙе туған моңдан,
Туған телдән нисек биҙҙерҙек?


Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр...
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?


Әсә моңон сабый, хайран ҡалып,
Күңеленә йыйыр бер саҡта,
Шул баланың һиҙгер ҡолаҡҡайын
Үҙ ҡулдары менән кем ҡаплар?


Әллә ҡайҙан эҙләү кәрәк түгел
Аңын юйған ундай бәндәне.
Нисә быуын үҫте моңһоҙ булып,
Үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.


Телен ҡырҡҡан саҡта батырҙарҙың
Алҡымына ҡандар тулғанда,
Уйлауы ла хатта ҡурҡыныс бит –
Көткәндәрме үҫер тиеп бер саҡ
Телле көйө телһеҙ уғландар?


Нишләр ине улар быны күрһә,
Киттеме ни күпме көс әрәм?
Ҡәһәрләрҙәр ине – тел киҫелгән,
Намыҫымды улар йылдар аша
Ҡараштары менән өтәләр.


Быуылдымы беҙҙә халыҡ рухы,
Намыҫыбыҙ юҡмы аҙыраҡ?
Ҡуйынында үҫкән сабыйҙарын
Тырышып-тырышып ата-әсәләре
Үҙ теленән үҙе яҙҙыра.


Сабыйҙарҙың теленә ғәмһеҙ ҡарап,
Упҡын ситтәренә еткәнбеҙ.
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Иле бөтә теле бөткәндең.


Сит телдәргә балам маһир тиеп,
Шатлығынан берәү һикерә.
Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?


Ни мәғәнә гөлдәй баҡса төҙөү,
Ул баксаны яман ҡый алһа,
Тиҫтерҙәре араһында бала
Башҡорт булыуынан,
Сыуаш булыуынан,
Мари булыуынан оялһа?


Ни мәғәнә батшаларҙың исемен,
Сит ил тарихтарын ятлауҙан,
Ил тарихы илгә бикле булһа,
Намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплаһа?


Ни мәғәнә башҡорт китаптары
Сит илдәргә еткән бер мәлдә,
Күпме бала туған телкәйендә
Әлифба ла таный белмәгәс?


Күкрәк ҡаға-ҡаға ниндәй хәлгә
Килеп терәлдек бит – ҡот оса!
Күпме әсә һалдат улы менән
Хат яҙыша алмай башҡортса.
Ә һуң ҡаҙағында, татарында –
Ҡайҙа юҡ һуң ундай бисаралар,
Ғәзиз балаһынан үҙ телендә
Хат алыуҙан мәхрүм әсәләр?
Илдең бөгөн боғаҙынан ала
Ҡағыҙҙарҙа инде әллә ҡасан
Хәл ителгән милли мәсьәлә.


Йыуанмайыҡ, бындай аяныс хәл
Килмәгән, тип, бары башҡортҡа...
Беләм дә бит, илдең генә түгел,
Барлыҡ телдәрҙең дә баштарына
Бәлә булды башһыҙ башлыҡтар.


Ил яҙмышын түгел, тик үҙ йәнен
Ҡалтыранып һаҡлар башлыҡтар
Ҡараһындар әле үҙҙәренә,
Гонаһтары сыҡһын йөҙҙәренә –
Телдәр бөтә,телдәр үлә тип,
Йортобоҙҙа күпме ҡуштан-түрә
Хурламаны туған милләтен?


Тик ҡарайыҡ әле үҙебеҙгә –
Башҡаларҙы еңел ҡарғауы –
Туған телде сабыр балтаны бит
Беҙҙең ғәмһеҙлек тә сарланы.


Шул ғәмһеҙлек, ҡуштан-ялағайлыҡ
Ил йөҙөнә ҡара болот яҡты,
Тонсоға бит инде ер-күктәр!
Йәннәт булыр ошо еребеҙҙә
Тыуа бөгөн күпме ғәриптәр.


Ә һуң әсә һүҙен онотҡанды
Ғәрип түгел тиеп кем әйтә?
Тәне менән, йәне менән халҡым
Әйләнерме ғәрип милләткә?


Илдең иртәгәһе хәстәрҙәрен
Беҙ күрмәйсә тағы кем күрер?
Сабыйҙарҙың телен ҡайғыртмаһаҡ,
Аҡһаҡалға булыр төкөрөү.


Был донъяла телдең ҡороуҙары
Яманыраҡ даръя ҡороуҙан,
һиңә быны нисек аңлатырға,
Телле көйө телһеҙ ырыуҙаш?


Аҡылыңдан әллә яҙҙыңмы һин,
Тере көйө телдән яҙырға?
Телдән яҙғанға бит оҙаҡ ҡалмай
Алҡымынан әжәл алырға.


Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,
Офоғобоҙ алда киң әле.
Туған телдең шифа шишмәһенән
Килер быуын эсһен кинәнеп.


Ырғытайыҡ ҡулдар етмәҫ ергә
Сабый телен баҫҡан балтаны.
Аңлауҙан да бигерәк төҙәтеүе,
Төҙәтеүе ауыр хатаны.


Бөгөндән үк егеләйек эшкә,
Етер һибелеүҙәр юҡ-барға,
Һүҙ һөйләүҙән генә ҡотаймай йорт,
Телде һаҡлап булмай тел сарлап.


Ҡасан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ,
Был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ?
Тупланығыҙ, йәштәр, изге сафҡа,
Иртәгәһен илдең һаҡларлыҡ!


Ҡайҙа бара меңәр юллыҡ юлыбыҙ,
Алда көтә ниндәй яҙмыштар –
Барыһы ла беҙҙең уяулыҡта,
Беҙҙең эштә, беҙҙең намыҫта.


Туған телем өсөн кәрәк икән –
Бар бәхетем әйҙә юҡ булһын,
Туған телем өсөн кәрәк икән –
Ауыҙымдағы телем ҡырҡылһын!


Туғанынан яҙған - ярты йәтим,
Туған теленән яҙған - мең йәтим,
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!


Рауил Бикбаев
1989


2013 йылда "Шоңҡар" журналында донъя күргән шиғырҙары
***
Яҙғы донъям тымып, шымып ҡалды,
Шомло тынлыҡ. Уйсан шыршылар.
Серем менән һиңә һырынам, урман,
Шом бар һиндә.
Тик юҡ шымсылар.
Алдамаҫтар мине ағастарым,
Ҡыуаҡтарым серҙе һатмаҫтар.
Һаҙлыҡтар ҙа осрар.
Тик ғәйбәттәй
Батырырға аңдып ятмаҫтар.
Бигерәк уйсан бөгөн күл өҫтәре,
Ҡамыштары – сабый йәшеллек.
Тыйып була ағыр йәштәреңде,
Йәшереп ҡара атылыр йәшенде.
Өнһөҙ күкрәү тынмай күкрәгемдә,
Йәшендәре йәшенеп йәшенләй.
Тойғоларым һаман тына белмәй,
Мөхәббәтем уйнай йәшенмәк.
Яҙғы донъям тымып, шымып ҡалған,
Күтәрелмәй һаман томандар.
Тынғы табам томан ҡуйынында,
Серем сисәм серле урманға.
***
Үҙемдең йәшемде беләм дә,
Һин нисә йәшеңдә, кешелек?
Үҙемдең йәшемде беләм дә,
Һинекен булмай шул төшөнөп:
Сабыймы?
Үҫмерме?
Егетме?
Әллә һин алйыған бер ҡартмы?
Йәшәгәнең күпме?
Йәшәрең оҙаҡмы?
Нимәнән башлана был ғәләм?..
Ғәләмдән серлерәк был әҙәм…
Һорауҙар, был бөтмәҫ һорауҙар…
Беләм шул, ҡалырҙар яуапһыҙ.
Һорауҙар! Яуапһыҙ һорауҙар!
Ҡаҙалып мейемә, язалап,
Килмәгеҙ, килмәгеҙ ҡабат һеҙ!
***
Ҡот ҡәҙерен белһендәр тип,
Илгә-йортҡа йот килер.
Икмәк ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡоролоҡ, ҡытлыҡ килер.
Ҡар ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡарһыҙ итер баҫыуҙы.
Ҡәҙере китер имандың,
Тыймаһалар асыуҙы –
Ерҙәр тетрәр, туфан ҡалҡыр,
Илде инҡилап баҫыр.
Әйләнә әҙәм балаһы,
Фәрештәнән иблискә.
Иблис ожмахтан ҡыуылған,
Иблис яралған уттан.
Бәндә үҙе йәннәт ерен
Әйләндерә тамуҡҡа.
***
Беҙ дәртле лә, бер ҡатлы ла инек,
Йырлап йөрөнөк ошо көйгә беҙ:
“Йәшләй һөйгән йәрҙәр барыбер ятҡа ҡала,
Йәр һөйһәгеҙ, йәшләй һөймәгеҙ!”
Йәшлек – тик һөйөр саҡ, һөйөлөр саҡ,
Йәшлек тик дыуамал тимәгеҙ.
Ҡартлай һөйгән йәрҙәр мотлаҡ ятҡа ҡала,
Йәр һөйһәгеҙ, ҡартлай һөймәгеҙ!
***
Ғәләм өсөн юҡ бөйөклөк,
Ғәләм өсөн юҡ ваҡлыҡ.
Ғәләм өсөн ҡайғылар юҡ,
Ғәләм өсөн ай юҡ, йыл юҡ,
Ғәләм өсөн юҡ ваҡыт.
Ошо донъяны күреүем! –
Бәхетме, бәләме һин?
Мине тере иткән йәнем,
Мәңгелекме, мәлме һин?
Төпсөнмә, был йыһан – төпһөҙ,
Мәңгелек тә, мәл дә юҡ.
Барыһын белер хәл дә юҡ,
Әлдә юҡ шул,
Әлдә юҡ…

***
Һуҡыры ла, ҡуҡыры ла булыр,
Ярһыу яуыз, алйыр аңыра.
Бәлки осрар хаин аҙым һайын,
Тик тотош ил булмаҫ һатлыҡ, ҡурҡаҡ,
Ҡалмаҫ халыҡ күҙһеҙ, һаңғырау.
***
Еттем инде нисә йәшемә –
Һөйөүем уйнай һаман йәшенмәк.
***
Ҡайҙа Алып батырҙар?
Тулды алыпһатырҙар.
***
Һүҙе менән үгеҙҙәй һөҙөр,
Теле менән ҡылыстай телер.
***
Быуалар залимдар,
Тонсоға ғалимдан.
***
Әллә батша тиле,
Әллә иле тиле.
***
Белем алға ла әйҙәй,
Белем ҡулды ла бәйләй.
***
Һин хас та тулған айһың,
Балҡыйһың. Йылытмайһың.
***
Хәрәкәттә булған бәрәкәт.
Хәрәкәттә бөгөн һәләкәт.
Читайте нас: