Ике ҡаршылыҡтар тартылалар
Физикалағы заряд шикелле.
Шуға күрәлерме ярһыу йөрәк
Ҡабатлай тик һинең исемде...
Шуға күрә һәр бер иртә һайын
Ҡулға-ҡул тотоноп йондоҙ аша
Туңа ҡалһам, тоҡанаһың үҙең.
Икебеҙгә ике донъя ла бит,
Айырым йәшәргә лә етмәй түҙем.
Йәнбеҙ ҙә бит һөйөү усағында.
Тик ниңә һуң ике төрлө булғас,
Плюс һәм минус. Физикалағы
Шуға күрәлерме ярһыу йөрәк
Ҡабатлай тик һинең исемде.
Һинән яҡыныраҡ кемем бар һуң минең:
Төпһөҙ күңел күле шайтандарын
Эйәләштергән үҙенең ҡулына?
Һинең ҡәҙерлерәк кемең бар һуң минән:
Йоҡо алдынан иренеңдән үпкән,
Доға һипкән йөрөр юлыңа?..
Килтер миңә яҙҙы, сәскә итеп
Осҡон итеп иркә ҡараштан.
Көнитмештән арып ҡаны ҡасҡан
Иренемдә балҡыр йылмайыуым,
Ун ете йәшлек, эйе, йылмайыуым.
Һин бит – уны өҙөлөп яратҡан.
Һөйләр хәбәрҙәр ҙә күбәйгәндер,
Төндән ҡаты итеп бер сынаяҡ сәйҙе
Яһайыҡ та әйҙә серләшәйек.
Әйтелмәгән үпкәләр ҙә ҡалған.
Йәшбеҙ әле, үтә дыуамалбыҙ.
Шәмәрт марттың ер иреткән сағы.
Күтәрелеп ҡара – күге ниндәй бейек...
Шул күк йөҙөнән күкрәү үткән мәлдә
Яңырыр ҙа донъя, йәшлегебеҙ
Ҡойондорор икебеҙҙең өҫкә
Һәр тамсыһы шифа ләйсәнен.
Туҡталыштар әллә нисәү булыр,
Борма юлдар илтер үрҙәргә.
Тик үрҙәре игеҙ, тиң булһын да,
Тарих булһын аҙаҡ йылдар аҡҡас,
Ҡыҙыбыҙға ихлас һөйләргә.
Ауыр көндөң көс етмәҫлек йөгө
Таштар булып баҫҡан аяҡтарҙы.
Яңыртайымсы ҡана сәйнүкте.
Ҡаршы барып, сабыр көтөп торам
Үҙ артыңдан ҡалдырып эш көнөңдө
Өфө түгел, бөтә донъя бушай
Һине оҙатып тороп ҡалған һайын.
"Күргәндәй ҙә булманым бит әле...
Һаҡла үҙеңде, һин бит беҙгә терәк".
Һүҙҙәр талғын, тик күҙҙәрҙә йәш тә,
Эй һыҙыла һағыштарҙан йөрәк.
Һиңә юлға. Яҙмыш ҡушыуымы –
Беҙҙең ғүмер тора шул юлдарҙан.
Инде өйрәнелде тигәндә йәнә
Ҡулдар ысҡыналар ҡулдарҙан.
Һиңә юлға. Имен-аман йөрө.
Ҡосағыңдан һурылып сығам да,
"Һин һаман да миңә кәрәк.
Мыжығас та, илағас та әллә
Көсһөҙ, тимә. Көсөм етерлек.
Туңһам туңам, ғазабымды ғына
Сит-яттарға белдермәйем тик.
Ҡуш ҡанатым, ярты йәнемһең.
Яҙыҡ түгел шуға күреүҙәрең
Тәгәрәгәнен әсе йәшемдең.
Көйһөҙ, асыулы ҡатҡыл ҡатын да.
Бергә тәгәрәйбеҙ упҡындарға,
Бергә еләбеҙ күктең ҡатына.
Түҙмәй, тимә, яҙмыш әфәнденең
Әсе елдәренә. Мин — көслө.
Һин янымда саҡта донъям тыныс.
Һинең менән генә мин хисле.
Бөтә донъя һиңә ҡаршы торһа,
Ҡулдарыңды ҡыпһыуырҙай ҡыҫып
Яҡларға әҙермен һинең исемде.
Ҡара төндә йондоҙ яҡтыһы ла
Килеп етмәй һүнеп ҡалғанда
Мин усағың булып яныр инем.
Тик юғалма берүк янымдан.
Мин әҙермен һинең өсөн генә
Юлһыҙ ерҙән һуҡмаҡ ярырға.
Нескә заттан, тиеп яңылышаһың.
Беҙ көслөбөҙ һөйөү барында.
Һөрткән саҡта әсе йәштәремде,
Үпкән саҡта сыланған сикәнән
Бел һин: наҙым һиңә етһә,
Һөйөү өсөн етер көскенәм,
Түҙер өсөн етер көскенәм.