Моңһоу мәлдәр!Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара -
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс ,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.
Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,
Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Ут янында әсәй ҡоймаҡ ҡоя,
Боҫтар бөркә көмөш самауыры,
Яңы бойҙай тейәп атай ҡайтҡан,
Көлөп йөрөй шундай ҡыуанып.
Икмәк еҫе, атай ҡыуанысы —
Шул түгелме көҙҙөң, буяуы?