Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Ноябрь 2019, 13:21

Картуф сәс һин, миңә бағышлап...

“Яратам һине”, – тип бышылдаһа Һөйгән йәрем саф башҡортса, Йәйғор ҡалҡа ҡышҡы көндә...

Ләйсән СӘЛИМОВА,

Мәскәү ҡалаһы

****
Һин мине ташлап китһәң,
Таңдар атырмы ҡабат?
Яратҡан күлдәгемде
Кейермен кеүек ямап.
Тоҙһоҙ булыр аштарым,
Телем быны һис тоймаҫ
Күҙ йәшемә батыр донъя,
Әрнеү эсемә һыймаҫ.
Әрһеҙләнеп, аяғыңа
Йығылырмын йөҙ түбән.
Тик әлегә, ошо мәлдә
Күктәргә тейгән түбәм:
Ташлама, йәнем, тиеп,
Итәк осон һин үбәң.
Хыялымды кәнфит итеп...
Иртә менән сәйҙәр эсәм,
Балға манып бармаҡты.
Беләһеңме, һуңғы ваҡыт
Ҡатын булып арытты.
Ир булып тыуһам әгәр,
Оҡшар ине ниндәй бисә?
Хыялымды кәнфит итеп,
Сәй яһаным бер кәсә.
Оҡшар ине сибәрҙәр
Хирург бысағы күрмәгән,
Майҙа бешкән бауырһаҡтай,
Ирендәре күпмәгән.
Керпектәре ҡара төндәй,
Ярты биткә ятмаған.
Сәсемде үҫтерәм, тип
Ярты һыйыр һатмаған.
Ҡабартам тип арт яғын
Спортзалда ҡуна ятһа,
Ҡурҡыр инем. Һәм белмәһә,
Нимә ул китапхана.
Булһын унда серлелек,
Аҡыл һәм йор һүҙлелек –
Асылмаған бер йомаҡ.
Булһын ере тоторлоҡ:
Ике йомро май йомғаҡ.
Бысраҡ эштән ҡурҡмаһын,
Йәлләмәһен уҡаһын.
Һалма ҡырҡһын,
Сынаяҡ ватһын,
Төнөн китап уҡыһын.
Көлөргәме, иларғамы –
Һөрпөлдәтеп сәй эсәм.
Үҙ-үҙемдән күсермә –
Камилдан-камил бисәм.
****
Ҡар эсенә сумған
Бөгөн туҡталыш.
Мине тертләтте
Танһыҡ бер тауыш.
Түгел йөҙҙәрең
Һис миңә таныш.
Ирен йылмая,
Күҙеңдә – һағыш.
– Ғәфү, бутаным!
Пальтоғыҙ оҡшаш.
Иҫләнем уны.
Ошо туҡталыш,
Ҡарлы һалҡын ҡыш.
Көттөм уны йыш.
Пальтоны иҫләй.
Мине – юҡ!!!
Байғош!
Өндәшһәләр башҡорт телендә
“Яратам һине”, – тип бышылдаһа
Һөйгән йәрем саф башҡортса,
Йәйғор ҡалҡа ҡышҡы көндә,
Күбәләктәр оса баш осомда.
“Әсәй” тиеп ҡыҙым өндәшһә
Урыҫ иптәштәре янында,
Тойған кеүек булам үҙемде
Иҙелемдең бейек ярында.
Һәр бер һүҙе туған телемдең
Тартып ҡуя күңел ҡылымды.
Ул – музыкант, мин – ҡоралы
Таратыусы йәшәү йырымды.
Телем бәйләй олатайҙар менән,
Улар рухы миндә мәңгелек.
Өндәшәләр миңә тыныс ҡына:
“Ҡурҡма, ҡыҙым, беҙ килдек”.
Һин – ул беҙ, бер тел аша
Юйҙыҡ ваҡыт, ара сиктәрен.
Көслө итә һине тамырҙарың,
Олпат итә данлы үткәнең.
Күҙ алдымда атлы ғәскәр
Һаҡлап баҫҡан Урал түбәһен.
Сал иренем менән баламды –
Киләсәкте наҙлап үбәмен.
Ғәмһеҙлек
Арт яланғас саҡта илһөйәрлек –
Берҙән-бер ыштан.
Юғарынан миңә тегелгән
Ямау өҫтөнә ямау,
Теҙҙәре күптән ағарған –
Тубыҡтары күпме эйелгән.
Бүрәнә аша дошман күреп,
Күккә сөйәм йүнһеҙ башлыҡты.
Телевизор буш хәбәрҙәр менән
Тултырам ҡорһаҡтағы бушлыҡты.
Закон ептәре тегә
Телдәремде ҡуша иренгә.
Эсе ҡыуыш, шәхесенән яҙған
Әҙәм заты буп-буш тирелә.
Өнһөҙ быуын, һүҙһеҙ халыҡ.
Ғәфү итер беҙҙе киләсәк.
Ғәмһеҙлек йотҡан йыландың
Башын улар ғына киҫәсәк.
Илһам
Илһам килде бөгөн төнөн,
Аҡ бөркәнсек япҡан битенә.
Ҡараңғылыҡ артҡа сикте,
Ай эленде тәҙрәм ситенә.
Селтәр ҡанаттарын сисеп,
Бөҙрә башын терәп мендәргә
Йәйғор тауыш эй тотондо
Сихри әкиәттәр көйләргә.
Арбалыпмы сәйер ҡунаҡтан,
Йүгермәне ҡәләм ҡағыҙҙа.
Нурға сумған төнгө бүлмәне
Ҡосағында ваҡыт ағыҙа.
Ишегемә биктәр һалдым да,
Ҡанаттарын йыртып йәшерҙем.
Инде илһам эҙләп түгел,
Илһам менән бергә йәшәрмен.
Таң атыуға таптым бары
Ҡанаттарын аяҡ осомда.
Йөрөй микән ерҙә аҙашып,
Йондоҙҙарға белмәй осорға?
Барҙыр уның менән йыһанда
Күрешергә өмөт иткәндәр.
Көттөм мин дә, асып тәҙрәне –
Ишегемдән инде бүтәндәр.
****
Һин – миңә яҙыҡ,
Мин һиңә – танһыҡ.
Башҡалар ауыҙында
Ләститлек аҙыҡ.
Һөйөүгә соҡорҙо
Беҙ икәү ҡаҙҙыҡ.
Башҡалар күҙендә
Аҙғандан аҙҙыҡ.
Күренмәгән ептәрҙән
Бәйләнеш һуҙҙыҡ.
Белмәмеш булып
Урамдан уҙҙыҡ.
Тәҙрәгә хатта
Йоҙаҡтар ҡуйҙыҡ.
Бер табала ике
Йомортҡа ҡурҙыҡ.
Тауҙар артында
Сәскәләр йыйҙыҡ.
Илар урынға көлөп
Йәштәрҙе тыйҙыҡ.
Хистәрҙе йәш менән
Мендәргә яҙҙыҡ.
Кешенән ҡурҡып
Бәхеттән яҙҙыҡ.
Яратыуҙан тыйылып,
Ҡалыпҡа һыйҙыҡ.
Мине һиңә ебәрмәй
Күренмәҫ һыҙыҡ.
Бик булмаһа...
Китабыңдың төп геройы түгелмен,
Һинең талантың да уртаса.
Көйһөҙ ҡәләмеңде ҡыҙыҡ сюжеттар
Алдап ҡаса, нөктә ҡуймайса.
Йырҙарыңда минең хаҡта юлдар юҡ,
Көйҙәре лә ятмаҫ ҡолаҡҡа.
Бығауына хатта илһам аҫ(ы)лыныр,
Алһаң уны көсләп ҡоллоҡҡа.
Рәсемдәреңде миңә арнамайһың,
Төҫтәренән күңел болғана.
Тырышлығың минһеҙ тормошоңда
Һүнгән йондоҙҙарға юл ғына.
Бик булмаһа,
Картуф сәс һин, миңә бағышлап,
Беҙ утарбыҙ икәү ҡыуана.
Сәй яһарһың усаҡ яҡтыһында,
“Үәт, булғанмын, – тиеп, – диуана!”
Читайте нас: