Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Декабрь 2019, 19:45

Динә Солтанова

Динәбеҙҙең тыуған көнө бөгөн! Уға илһамлы тормош юлы, барлыҡ хыялдарының трмошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Бәхет тураһында
Ҡояш балҡығанда йондоҙ эҙләп,
Йондоҙҙарҙа күҙләп ҡояшты,
Эҙләгәнен таба алмай ҡалғас,
Бәхет юҡ,тип берәү алдашты.
Сәскә булһа әгәр һалҡын ҡышта,
Ҡарҙар яуһа әгәр йәйҙәрҙә,
Иң бәхетле булыр инем,тине,
Булыр инем,тине,әгәр ҙә...
Бәхет нурым ҡалған үткәндәрҙә...
Киләсәктә көтә бәхәтем...
Ниңә бөгөн йәшәмәйһең,тинем,
Бәхетеңдең тойоп рәхәтен?
Бәхеттең бит үҙ миҙгеле булмай,
Артыҡ сәбәп уға кәрәкмәй.
Өркөтөрһөң уны тотам тиһәң –
Бәхет бер гүзәл күбәләктәй.
Һәр кешенең күңеленә ҡуна
Был күбәләк Ергә тыуғас та.
Нескә күңеллеләр уны тоя,
Ә иҫәрҙәр эҙләй һаман да.
Бәхет ята һинең күңелеңдә,
Ыҙаланма эҙләп сит яҡтан.
Тоя белеп өйрәнергә кәрәк,
Тик шунда бәхетең атыр таң.
Тоя белһәң бәхет-күбәләктең
Тын алышын,ҡанат ҡағышын,
Эй,күңелең, шашыр,күккә ашыр
Онотоп бар булған һағышын!
Һәр бер көндә,һәр бер ваҡиғала
Күрә белһәң әгәр матурлыҡ,
Бәхетеңде тоя беләң,тимәк,
Һиндә йәшәй, тимәк,яҡтылыҡ!
***
Ниндәй йәмле,илаһи мәл ине:
Үҙе һалҡын,үҙе йылы кис.
Сыҡ та төн сатында балҡып торған
Моңһоу айҙың сағыу нурын кис!
Бөтә ҡайғыларың,шик һәм ҡурҡыуҙарың
Ирер ине айҙың нурынан.
Ҡалыр ине бары сафлыҡ,бәхет –
Тыуғанһыңмы Ергә яңынан?!
Ниндәй йәмле,илаһи мәл ине.
Күҙҙән йәштәр аҡты, мөлдөрәп:
Моңһоу айҙың нурын кисмәй ҡалдым –
Ҡайғым шаша,йәнем өҙгөләп.
Үҙгәреү
Әгәр бөгөн, тау артына сығып,
Алһыу таңға ҡулым болғаһам,
Танымаҫ та ине.... Элек баҡҡан
Һил күңелем бөгөн ғауға һәм
Юҡ-бар әрнеүҙәргә сорналған да
Баштан аяҡ килгән. Буталған.
Ҡараштарым инде таңдар аша
Үҙ үҙемә табан уҡталған...
***
Әллә ниндәй булды
Быйыл ҡыш...
Йә йып-йылы,йә һып-һыуыҡ
Ине тыш...
Әйтерһең дә
Бөтә миҙгелдәр
Бергә ҡатыш.
Ошо ҡышта
Тышта
Осто бер ҡош.
Күҙҙәрендә,һайрауында ҡоштоң
Бары тик һағыш:
"Эй,буталсыҡ ҡыш!
Табыш...миңә
Үҙемде алып ҡайтыш.
Һинең менән
Бергә мин дә
Буталдым шикелле..
Яңлыш..."
Аңһыҙ
Күктә моңһоу ай,
Күктә яңғыҙ ай.
Ерҙә мин яңғыҙ,
Ерҙә дуҫ аңһыҙ:
Дуҫы эргәлә –
Ул айға ҡарай.
***
Был бүлмәгә һыймай уйым:
Һауа етмәй, тонсоға...
Был ҡағыҙға һыймай уйым...
Мин яҙып та өлгөрмәнем,
Унан һуңғы өн сыға...
***
Ҡотҡар мине!
Ҡотҡар үҙемдән...
Йәштәр аҡһын
Әйҙә күҙемдән...
Ҡотҡар "Ҡотҡар"
Тигән һүҙемдән...
Ҡотҡар!Ҡотҡар
Мине үҙемдән...
Һиңә
Һиңә...
Һиңә бағышланған шиғыр
Юлдарында
Китеп барам,шығыр-шығыр...
Һиңә
Әйтер һүҙҙәр бөтөнләй юҡ...
Аҡ дәфтәрҙә
Ҡәләм яҙа һиңә сәләм...Туҡ...туҡ...
Туҡ...туҡ...
Күп нөктәләр...юҡ өтөрҙәр...
Аҙағында
Уларҙы ла юҡ итерҙәр...
***
Һыуыҡ елдәр сикәләрең үбеп
Оялтҡан да йөҙөң ҡыҙартҡан.
Шул ал йөҙөң күккә осорған да,
Шул ал йөҙөң йәнем һыҙлатҡан.
Читайте нас: