Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Ғинуар 2020, 20:02

Фәнил Бүләков шиғырҙары

Ағастағы нурлы бәҫкә Ҡунған кескәй генә турғай. Ҡош теленән түгелгән йыр Ҡышҡы көндө моңға урай. Кескәй генә ҡанаттарын Эй ҡаҡҡылай ябай турғай. Аҡ көмөштәй аҡ ҡарҙарҙы Уның йыры бөгөн нурлай. Кескәй генә суҡышынан Ҡышҡы моңдар тама тынмай. Ошо ерҙә моң мәңгелек, Моң һөйгәндәр Ерҙә һынмай. Ҡышҡы суҡта ябай турғай, Ябай йыры моңға сорнай. Бөгөн минең йән ҡанатлы, Турғай менән бергә йырлай. #Шоңҡаржурналы

***
Аҡ биләүгә мине биләгәс тә,
Йөрәгенә баҫҡан инәйем.
Әсә мөхәббәтен был донъяла
Нимәләргә икән тиңләйем?

Күҙҙәреңдә һинең диңгеҙҙәрҙән
Тәрәнерәк һөйөү күрәмен.
Аяҙ көндәй нурлы ҡарашыңдан
Йәндәремә наҙың үрәмен.

Инәйемдең йылы ҡулдарында
Йөрәк һөйөүен мин тоямын.
Ир уртаһы йәшен яҡынайтам...
Ҡосағына һаман һыямын.

Усағыңда инәй утың дөрләй
Йөрәгеңдә ниҙәр яналыр?
Әсә йөрәгендә сабыйҙары
Һәр саҡ бала булып ҡалалыр.

Тоғролоҡто ерҙә эҙләмәйем,
Тик инәйҙә күрәм был хисте.
Аҡ биләүгә һөйөү менән төрҙөң,
Мин бәхетле шуға, мин көслө.

***

Бәхилләшәм йөрәгемдән өҙөп,
Кисәге буш өмөт, ялғандан.
Яҙмышым Хоҙайҙың ҡулында,
Үткәнгә киләсәк ялғанған.
Кисәге хыялдар таланған,
Тапалған иң таҙа хистәрем.
Йөрәгем тибешен һанайым...
Мин ихлас үҙемә , кистәрен.

Бәхетле мин ошо донъяла,
Уҙғаным өсөн мин оялмам.
Йөрәкте ҡанатып талпынам
Йылмайып был сәйер донъяла.

Янғанда донъяның утында,
Атҡанда ялҡынға дуҫтарым
Кисерәм барыһын... Сәйермен...
Ҡиблаға төбәлгән устарым.
***
Томан аша баҙыҡ емелдәгән
Йондоҙҙарға баға күҙҙәрем.
Көҙгә тартҡан йәйҙең ҡара төнөн
Һыҙып ҡуя йондоҙ эҙҙәре.

Томан йыртып йондоҙ атылғанда
Сағыуыраҡ ошо өнһөҙ төн.
Яңғыҙлыҡтан йәнем өҙгөләнә,
Үҙ - үҙемә шул саҡ һөмһөҙ мин.

Йәнем яңғыҙлығы йәнде үртәй,
Тамуҡ тигәндәре ошомо?
Йөрәгемдә бөгөн үлер һымаҡ
Кешеләргә булған ышаныу.

Ҡара пәрҙә Һыҙып йондоҙ оса,
Ҡараңғыға ҡолап юғала.
Мин бер ҡатлы инем кешеләргә
Кисә генә, уҙған йомала...

Төн ҡошолай ошо Ҡараңғыға
Атылһамсы, йондоҙ ҡыялап.
Дуҫтарымды күптән юғалтҡанмын...
Аңланым мин бөгөн , хыялый...

Томан аша йондоҙ күҙен ҡыҫа
Һынған ҡанатымды имләйем.
Хәсрәтемде дошман күрмәйәсәк,
Мин башҡаса йәшәй белмәйем.

***

Көнбайыштан һуңғы нурын һыҙҙы
Ҡайнар уттай ҡыҙған ут-ҡояш.
Тау артында һүнде бөгөнгө көн,
Ҡараңғыға сумдым мин тоташ.

Көнбайышта офоҡ юғалды ла,
Ҡалды бары ҡыҙыл ҡуҙҙары.
Йөрәк яныуынан йән өтөлә,
Сартлағандай уттың туҙҙары.

Үләндәргә ысыҡ ҡунды инде,
Ҡара төндә тамған йәш һымаҡ.
Йөрәгемдә уттың ҡайнар ҡуҙы...
Тик төн генә һалҡын, эх, тымыҡ.

Ут томранан биҙгән сиңерткәләр
Кемуҙарҙан сеңләй үләндә.
Ошо ерҙә хәсрәттәрҙэн сәсәп,
Тереләм мин, мең ҡат үләм дә.

Төнгө һауаларҙа йәйҙең таты,
Ожмахҡамы әллә ҡағылам?
Ҡан төйөлгән ҡанаттарҙы яҙып,
Иртәгәһен күктә ҡағынам.

***

Халҡым өсөн минең йәнем ҡалҡан,
Алышырға әҙер баҙамай.
Мин бер осҡон ошо усактағы
Ҡара төндә балҡыр һаҙағай.

Оло мөхәббәтем халҡыма ла,
Ҡалыр хисем бәлки яуапһыҙ.
Беҙ башҡорттар шундай киң күңелле,
Беҙ башҡорттар бик йыш аяуһыҙ.

Әпкәләйҙәр ҡаны һиҙҙерә йыш,
Ҡолдар төҫлө ҡай саҡ ҡараштар.
Телдә иман, ә йөрәкте үртәй
Дан көҫәгән һүҙле уйнаштар.

Ерһеҙ Муса тоҡомонан түгел,
Башҡорт тамырҙары Уралда.
Халҡым киләсәген уйлай-уйлай,
Мең хәсрәтем йәнгә урала.

Мең уйҙарым тыныслыҡты урлай,
Башҡорттарым бик йыш бер ҡатлы.
Заманаһы шулай,.. Ялағайҙар
Ҡыҙғанысҡа күрә мең хаҡлы.

Ағыла ла моңло Урал йыры,
Йөрәкһенеп, баҫып тыңлайым.
Рух илсеһе булған аҫыл моңдан
Йөрәгемә өмөт урлайым.

***

Аҡ томандар күккә тартыла ла,
Аҡ болоттар булып ағыла.
Үләндәрҙең көмөш ысығында
Таңғы ҡояш баҙлай, сағыла.

Аҡ болоттар - аҡ ҡанатлы карап,
Елдәр ҡыуған зәңгәр киңлектә.
Тик ҡанаттар бер аҙ ҡайырыла
Донъя ҡорап ҡуйған ситлектә.

Хыялдарым аҡ болоттар төҫлө,
Әйҙәй әле йәнде юғары.
Дауҙар уртаһында сыныҡҡан йән
Аҙашмай ҙа, ҡалмай юғалып.

Аҡ томандар тауҙан айырыла,
Аҡ болотҡа һуҙа ҡулдарын.
Таңғы моңдар ғына йөрәгемдең
Һыҙып ала һағыш ҡылдарын.

Аҡ болоттар ҡойған ысыҡтарҙа
Йөрәгемдең һүрәм мин утын.
Ерҙә йәшәү - үҙе бәхет тәһә,
Йәнә Бәхет - табыу йән ҡотон.

***

Ал таңдарҙа ҡояш нурын йотоп,
Туң йөрәккә яңы йән тирткән,
Ҡырсынташтың нурлы инеше һин,
Йәнкәй генәм, мине илерткән.

Яҙғы ҡарҙар иреп бөткән мәлдә
Йәншишмәм һин - йәнде терелткән.
Ҡосағыңда мин яҙырға әҙер
Хоҙай бүләк иткән иректән.

Күҙҙәреңә мин батырға әҙер,
Их, татлы ла һөйөү даръяһы.
Мин көслөмөн, ҡолмон яндарыңда -
Мөхәббәттең серле арбауы.

Ҡояш нурын йәнгә өләшеүсе
Татлы лаһа шишмә таттары.
Йәнкәй генәм, устарыма алып,
Һине йотор ғына саҡтарым.