Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
3 Май 2020, 23:55

Вәхит Хызыров механизатор булырға теләгән

Шул саҡта уҡ һәләтле малайҙы «Ғәлибайҙың артист улы» тип йөрөтәләр.

Вәхиттең ата-әсәһе Ғәлибай Мырҙабай улы менән Әҡлимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Хызыровтар колхозда ла егелеп эшләп, йортта ла аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күреүҙәренә ҡарамаҫтан, рухи байлыҡ хаҡында ла онотмай. Алты баланы — ике ҡыҙ һәм дүрт малайҙы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу, уларға тейешле белем алырға ярҙам итеү — ата-әсәнең иң яҡты теләге була.
Алдан алып булһа ла әйтәйем: уларҙың изге хыялдары тормошҡа аша — Хызыровтарҙың алты балаһы ла юғары белем алып, үҙ юлдарын һайлап, донъя көтә. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!
Барлыҡ ауыл малайҙары һымаҡ Вәхит тә иртәнән кискә тиклем эш өҫтөндә. Мал ҡарау, баҡса мәшәҡәттәре, йортто тәртиптә тотоу — барыһы ла бала-саға иңендә. Сөнки өлкәндәр колхоз эшенән бушамай. Бесән мәле, һуғым өмәләре, уңыш йыйыу кеүек бөтә ғаилә менән башҡарылған эштәр бер байрам булып хәтерҙә ҡала.
Күңел асырға ла ваҡыт бүлә Хызыровтар. Йыр-моңға, матурлыҡҡа ынтылған бала ел ҡыуып, аҙып-туҙып йөрөмәй. Уның күңелендә этлеккә, алама уйҙарға урын ҡалмай.
— Олатайымдың йортонда гел скрипка эленеп торҙо. Кем теләй, шул алып уйнай алды. Беҙҙең өйҙә бер генә түгел, ә 5-6 баян бар ине, — тип бала саҡтарын иҫкә ала Вәхит Ғәлибай улы. — Сәғит ағайым — ғаиләлә оҫта баянсы. Ул башта сәнғәт училищеһын, аҙаҡ институтын да бөттө. Ҡустым Зөфәр ҙә училище тамамланы. Әле район мәҙәниәт һарайында йырлай.
Бер ваҡыт атайым оло һыйырҙы һатып Магниттан (Магнитогорск ҡалаһы) пианино алып ҡайтты. Ул осорҙағы бәләкәй ауыл өсөн ғәжәп күренеш булғандыр инде: уны машинанан төшөргәндәрен ҡарарға бөтә ауыл халҡы йыйылды. Алдан һөйләшмәгәндәрҙер, күрәһең, пианиноға иң аптыраған кеше әсәйем ине. Атайымдың, мал тотонғас, донъя кәрәк-ярағы алып ҡайтыуын көтөп торған бит инде ул.
Был ят уйын ҡоралы ла беҙҙең өсөн үҙ булып китте. Унда бөтәбеҙ ҙә уйнап үҫтек. Бөгөн дә хеҙмәт итә ул: Өфөлә йәшәүсе Фәһимә һеңлем уйнай.
Ғаиләләге дүртенсе бала Вәхит өс йәштән сәхнәгә менә. Әсәһе уға бик матур милли бейеү кейеме һәм ҡыҙыл бәрхәттән ситек тегеп бирә. Малай концерттарҙа «Перовский»ҙы дәртләнеп бейей, ауылдаштары яратып йырлаған мөхәббәт йырҙарын башҡара. Шул саҡта уҡ һәләтле малайҙы «Ғәлибайҙың артист улы» тип йөрөтәләр.
Бер көн Әҡлимә апай улының күңелен китмәҫкә тырышып, йомшаҡ тауыш менән: «Балам, һин матур йырлайһың. Әйҙә, йырлап ҡына йөрө, бейеп торма инде, аяҡтарың килешмәй», — ти. Әсә һүҙенән сығып булмай инде. Вәхит башҡаса сәхнәлә бейемәй.
Мәктәптә уҡығанда репертуары тағы ла киңәйә, тулылана йәш йырсының. Ул саҡта айырыуса популяр булып киткән Рим Хәсәновтың һәр яңы йырын тиерлек башҡарып ауылдаштарын һөйөндөрә малай.
Механизатор — ауылда иң хөрмәтле, кәрәкле кеше. Вәхит тә ошо һөнәрҙе һайлай, училищеға китергә әҙерләнә. Ләкин әсәһенең теләге икенсерәк булған икән. Ул һәләтле улын Өфөгә, сәнғәт училищеһына барырға өгөтләй. Был фекерҙе шул йәйҙә генә ошо уҡыу йортон тамамлаған Сәғит ағаһы ла хуплай.
Бер һабаҡташы менән китә былар баш ҡаланы яуларға. Дуҫы ауыл хужалығы институтына юллана, ә Вәхит — сәнғәт училищеһына. Уҡырға инәсәгенә шикләнмәгән үҫмер, тәүҙәрәк аптырап ҡала: 200-ләп кеше имтихан бирергә килгән. Ә урындар 24 кенә. Һәр эшкә сәмләнеп тотоноп өйрәнгән ауыл малайы уңайһыҙланыуҙарын ситкә ҡуйып, имтихандарға етди әҙерләнә. Сәхнәләрҙән йырлап, халыҡ алдында ла үҙен тейешенсә тотоп өйрәнгән бит инде ул. Тауышының да һынатмаҫлыҡ булыуын белә.
24 ҡабул ителеүсе араһында Вәхит менән бергә әле исемдәре республика тамашасыларына билдәле сәнғәт әһелдәре Йәмил Әбделмәнов, Джон Мусин, Харис Шәрипов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева, Зөлфиә Шакировалар ҙа була.
Читайте нас: