Атай һәр саҡ ғорур булды,
Үкенмәне үткәнгә.
Изгелекле, ярҙамсыл да,
Хеҙмәт һөйөп үҫкәнгә.
Миңә бер мәл һөйләгәйне
Мәкерле дошман яуын.
Сталинград янында –
Яуыз генерал Паулюстың
Ҡеүәтле ҙур армияһын
Беҙҙең ғәскәр ҡамауын.
“1943 йыл.
Февраль айы иртәһендә
Баштан ҡаты яраландым.
Ҡара ҡан һарҡып аға.
Әллә ниңә, күҙ алдымда
Һөйгән йәрем – балаларым.
Гүйә, улар ялбарыулы
«Үлмә, үлмә!» – тип баға.
Мин окопта иҫ юғалттым,
Госпиталгә килтергәндәр.
Уяндым. Аңға килдем.
Әжәл менән көрәшкәндә
(Беҙ мәңгелек түгел икән),
Йәшәү ҡәҙерен белдем.
1943 йыл.
Һандуғастар сут-сут һайрай,
Кәкүктәр ҙә саҡыра,
Июль айы кисендә.
Ҡайынлыҡта ял иткән саҡ
Әле һаман иҫемдә.
Утыҙ кило пулеметты
Йөкмәп йөрөп арылған.
Полкташтарым тын да алмай,
Серем итә бары ла.
Көтмәгәндә таңға ҡарай
Сем иткәнгә аяҡты,
Тертләп ҡапыл уяндым да,
Байҡайым тирә – яҡты.
Беҙҙекеләр тауыш – ниһеҙ,
Ҡуҙғалмай ята һаман
Тау буйында – ҡайынлыҡта,
Ышыҡ урын – үҙәктә.
Был ҡәһәрле һуғыш беҙҙең
Елек майҙарын һурып,
Йөрәктәргә ҡан һауҙырып,
Үтте инде үҙәккә.
Күҙ менән ҡаш араһында
Шартланы алда бомба.
Хоҙай мине араланы,
Яраландым. Аяҡ һыҙлай,
Полк командиры Ильяс –
Яҡташым мине күрҙе лә,
Ҡалмаҫҡа ҡушты бында.
Яҡындағы госпиталгә
Барырға ине ниәт.
Йәнде ҡурып һыҙлай яра,
Сатнаған икән һөйәк.
Сатанлап атлап киләмен
Һыңар аяҡта көскә.
Шыуышам яйлап – алға.
Тәҡәтһеҙ яра һыҙлауҙан,
Бер аҙ ғына хәл алам, тип
Туҡтаған инем ялға,
Шул саҡ ҡолаҡҡа салынды,
(Әллә өнөм, әллә төшөм)
Тауышы – ат арбаһы.
Күп тә тормай пәйҙә булды,
Ҡупшы карандас еккән
Сал сәсле ир арҙағы.
Ул туҡтамай үтер ине,
Һикереп тороп дилбегәһен
Ҡулыма эләктерҙем.
Күпте күргән был юлаусы
Эске әрнеүҙәр менән
Үткәнен һөйләп бирҙе.
Тәүге Герман һуғышында
Аяҡһыҙ ҡалған икән.
Күп михнәттәр татыған ир
Был тормоштоң ыҙанына
Тир–көсөн һалған икән.
Аҡһаҡалдан фәһем алдым,
Рәхмәт әйтеп төшөп ҡалдым
Ҙур госпиталь янында.
Тән яраһы тиҙ уңалды,
Полкташтарҙы ҡыуып етеп,
Утҡа индем тағын да.
Ҡурғаш ямғыр яуа өҫкә,
Волга үкһей – туҡтамай.
Баш ҡалҡытыр әмәл дә юҡ,
Дошман һиҙгер – йоҡламай.
Сталинград ҡалды инде
Утлы дуға – ҡамауҙа.
Һәр бер квартал, урам өсөн
Алыш барҙы был яуҙа.
Ауылдашым Зәйнетдин дә
Ҙур батырлыҡ күрһәтте.
Волга аша сыҡҡан саҡта
Элемтәне өҙмәйенсә,
Тоташтырҙы “үҙәкте”.
Дошман тылынан ҡиммәтле
Мөһим мәғлүмәт алды.
Элемтәнең серен белә,
Полкта ул хөрмәт алды.
Дуҫтың тиңһеҙ батырлығын
Һөйләй ине түшендәге
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
Нисә тапҡыр ут эсендә
Ҡалһа ҡалды – һынатманы
Теҙ сүкмәҫ батыр һыны.
Беҙгә ҡаты бойороҡ булды –
Дөмөктөрөү дошманды.
Ватан өсөн йән аямай
Беҙ үтәнек ҡушҡанды.
Сталинградта Паулюсты
Теҙ сүктерҙек күп тапҡыр.
Илбаҫарға аяу юҡтыр,
Халыҡ хөкөмө ҡаты.
Табын егете Кәлмәтов
Йән бирҙе күҙ алдымда.
Эх, йәл дә, ҡыҙғаныс та ул
Дуҫтарыңды юғалтыуы
Ут эсендә ҡалғанда.
Волга менән Дон араһы
Мәңгегә ҡалған иҫтә.
“Тигр” танкыһына ҡаршы
Күкрәктәрҙе ҡалҡан итеп,
Ҡан-дошманды тар-мар иттек
Йәйге матур бер кистә.
Яҙмышымда ҙур боролош
Уйнаны Волга кисе.
Сыныҡтырҙы. Батыр итте
Ватанға һөйөү хисе.
Сталинград миллиондарға
Юйылмаҫ эҙен һалды.
Йәшлегемдең гүзәл мәле
Яу ҡырҙарында ҡалды”, –
Тиеп атай һөйләгәне
Хәтерҙә ҡалған инде.
Яу яраһы уңалһа ла,
Йән яраһы ғүмерлеккә
Сир булып ҡалған инде,
Уй-хисен алған инде...