Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Июнь 2020, 11:35

Алма

Үҙем, мине күрмәйҙәрме икән, тип, эргә-тирәләге әбейҙәргә ҡарайым.

Эшкә килгәндә лә, ҡайтҡанда ла баҙар аша үтәм. Юл буйында алма һатып ултырған әбейҙәрҙе күргән һайын малай саҡтағы бер хәтирә иҫкә төшә.
Беҙ ауыл балалары алма тиһәң, үлеп барабыҙ. Әммә шәрбәт, һутлы алма һирәк тәтей. Кеше әллә ни үҫтереп бармай. Булғандары ла бәләкәс кенә, йә әллә ниндәй әсе, тәмһеҙ. Булмағас ни, шуныһын да кеҫәгә тултырып алабыҙ ҙа сейле-бешле килеш ҡырт-ҡырт кимереп йөрөгән булабыҙ. Беҙҙең был ҡылығыбыҙ Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтҡан күрше малайҙарына ҡыҙыҡ тойола. Улар рәхәтләнеп көлә:
– Беҙҙә алма урам буйҙарында үҫеп ултыра, теләгәнсә ашарға була, – тип һөйләгәндәрен ауыҙ асып тыңлайбыҙ. Их, шул ҡыш булмаған яҡҡа барсак, алма ашап тик йөрөр инек. Ҙур үҫкәс, барыбер шул яҡҡа барырбыҙ әле тип хыялланабыҙ. Тик ҡасан мәктәпте бөтәбеҙ әле. Әле бишенсе класта ғына уҡыйым.
Магазинға һирәкләп булһа ла алма килә. Әсәйҙәр тоҡсай тултырып икмәк, сохари фәлән алып ҡайтһа ла, нишләптер алма кеүек емеш-еләкте ала һалып бармай. Юҡ нәмәгә ҡараған кеүек ҡарайҙар. Үҙебеҙ ҙә, шуны ашағым килә, быны алайыҡ тип мыжымайбыҙ.
Бер көндө әсәйем ҡулыма аҡса тотторҙо ла:
– Улым шәкәр бөтөп киткән икән, лавкаға ғына барып кил әле, – тигәс, ҡыуанымысмдың сиге булманы.
Ваҡ-төйәккә әсәйем гелән мине ебәрә. Магазинға йөрөргә үҙем дә бик яратам. Әҙ-мәҙ аҡса артып ҡала торған булһа, өрөкмө, йөҙөммө алып ашайым.
Магазинда халыҡ шығырым тулы ине. Кискә ҡарай булғанлыҡтан, кемдер әле генә ферманан, икенселәрҙең сөгөлдөр баҫыуынан ҡайтып килеше.
Мин сиратҡа баҫтым. Оло әбейҙәр, апайҙар араһынан күренмәйем дә тиерлек. Магазин эсе нишләптер бәләкәсәйеп, ҡараңғыланып киткән һымаҡ. Шул саҡ эргәмдә ҡат-ҡат йәшниктәр, тағы әллә ниндәй тоҡтар теҙелеп ҡуйылғанын күрҙем. Йәшниктең эсенә һонолоп ҡарап ҡуйҙым. Нимә бар икән? Унда ҡып-ҡыҙыл, эре алмаларҙы күргәс, ауыҙымдан һыуҙар килгәндәй булды. Ике лә уйлап тормай нәҙек кенә ҡулдарымды тығып ебәрҙем дә йоҙроҡ дәүмәлек алманы килтереп сығарҙым. Үҙем, мине күрмәйҙәрме икән, тип, эргә-тирәләге әбейҙәргә ҡарайым. Уларҙа минең ҡайғы юҡ шикелле. Сутырлашалар ғына. Еңел һулап ҡуйҙым да тағы ҡулымды һондом. Шулайтып, тоҡсайыма биш-алты алманы һалып та ҡуйҙым.
Тоҡсайымдағы алмалар минең бөтә түҙемлегемде алды, көс-хәлгә сиратымды еткерә алдым. Магазиндан сығыу менән алманы кетерләтеп ауыҙыма ҡаптым. Унан икенсеһен ашай башланым. Ух, тәмлегеге? Бындай алманы ғүмерҙә ашағаным булмағандыр. Үҙе шәрбәт, үҙе баллы. Ауыҙҙа үҙенән-үҙе ирегән кеүек.
Их, ошо алмалар менән әсәйемде, туғанымды ла һыйлағанда, ҡайһылай шәп булыр. Ә әсәйем, ҡайҙан алдың, тип төпсөнә башлаһа?! Унан, ниңә урлашаһың тип ҡайышҡа тотонһа? Ҡалған алмаларҙы тышҡы соландағы биҙрә эсенә йәшереп ҡуйҙым. Аҙаҡ рәхәтләнеп ашармын әле.
Кискә ҡарай әсәйемдең:
– Атаҡ, был алмалар ҡайҙан килеп сыҡҡан? – тигән тауышын
ишетеүгә терт итеп ҡалдым да тышҡа атылдым. Телевизорға ҡаҙалып ултырып мин уны онотоп ташлағанмын шул. Ни күрәм: кәзә ингән дә биҙрәне түңкәреп, тәгәрәтеп йөрөтөп алмаларҙы кимерә. Берәүһе яртылаш ашалған килеш ята. Күҙҙәремдән йәштәр атылып килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әлегә ваҡытта минән дә бәхетһеҙ кеше юҡ кеүек тойҙом үҙемде. Үҙем берсә әсәйемә, берсә мине тәмле алманан мәхрүм иткән оңҡот кәзәгә ҡарайым. Нишләп алыҫҡараҡ тыҡманым икән?
– Улым, был ниндәй алмалар ул?
Миңә дөрөҫөн һөйләп биреүҙән башҡа әмәл ҡалманы. Әсәйем ултырыр урын тапманы.
– Балам, ҡалай насар эш ҡылғанһың, – тине ул йөҙөнә борсолоу билдәләре сығарып. – Магазин тигәс тә, унда ла артыҡ нәмә юҡ. Һәр әйбер иҫәптә, хәҙер һатыусы апайыңдың өҫтөнә сыҡһа. Үҙең мәктәптә өлгөлө уҡыусылар рәтендә йөрөйһөң, стенала кәртечкәң тора. Йә, алдынғы уҡыусының эше шул буламы ни инде. Берйәһе һинең шулайтып йөрөүеңде белеп ҡалһа, ғәрлеге ни тора! Аслыҡ заманы барҙыр шул. Беҙ ниндәй һуғыш йылдарында ла кеше әйберенә теймәнек.
Миңә бик ҡыйын ине. Нимә тип әйтергә лә белмәй тик торам. Ҡолағым шаулай, ике сикәм ауырығандағы һымаҡ уттай яна. Әсәйем, бәлки, һалып-һалып осорһа, был тиклем ҡыйын да булмаҫ ине. Унан бер аҙ һыуына төштө шикелле.
– Эй, балам, балам, урлашыу иң насар ғәҙәт. Боронғолар «харам мал үҙеңә яҙмаҫ» тип бик дөрөҫ әйткән. Ана, күрҙеңме, һин был алмаларҙы урлағанға күрә лә үҙең ашай алманың.
Башҡаса улай ҡыланма, йәме, – тине.
– Ярар, – тинем мин ишетелер-ишетелмәҫ.
Ул ваҡыттарҙан бирле апаруҡ ғүмер үтте. Әммә алыҫ бала саҡтағы алма менән булған ваҡиға бер ҡасан да иҫемдән сыҡҡаны юҡ. Ул мине һәр саҡ төрлө ҡырын эштәрҙән һағалап торған кеүек. Әле лә уғрылыҡ һүҙен ишетһәм, тамағыма алма килеп тығылғандай була.
Читайте нас: