Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Июнь 2020, 20:30

Уртаҡ

Кәрәк сағында эт менән эҙләп таба алмаҫ инең, милиция кейемендәге әзмәүерҙәй өс егет, әллә ҡайҙан килеп сыҡтылар ҙа, бисара ҡартты ҡаптырып та алдылар.

Ғәли Ғатауллин
Солтан һуңғы йылдарҙа йыш ауырыны. Район врачтары уны төрлөсә әүеш-тәүеш килтереп ҡаранылар ҙа, бер ни ҙә булдыра алмағас, больницаға үҙ аяғы менән килгән ҡартты, таяҡҡа таяндырып, ҡала табибтарына ебәрҙеләр. Һуғышта ярты Европаны йәйәүләп ауылына ҡайтып тернәкләнгән Солтандың тыуған төбәген ташлап йыраҡҡа һәм оҙаҡҡа бик сыҡҡаны юҡ ине, теләһәң теләмәһәң дә ҡуҙғалырға кәрәк хәҙер.
Сәфәр башы — Табанлы станцияһы. Солтан ҡарт бәхетенә, поезға ултырғас, тыныс, ипле юлдаштар тап булды: береһе, кепкаһы ҡашына тиклем батырып кейгән ир заты әллә йоҡлай, әллә йоҡлағанға һабышҡан, уның күршеһе, урта йәштәрҙәге ҡатын, ишелеп төшөп, бәйләм бәйләй. Тағы ла ҡыҙыл-мыҙыл һөртөп ялтыратылған, иҙеүе кендегенә ҡәҙәр йырыҡ йәш кенә ханым, вагон тәҙерәһенән күренеп-күренеп ҡалған телеграф бағаналарын һанағандай, булмыш иғтибарын шунда йүнәлткән. Ҡиәфәте бик бойоҡ, ә сибәрлеге, ус төбөнә ултыртып өф итһәң дә ҡара сәстәрен елферҙәтеп елгә осорға торған күбәләктәй ханымдарға бойоғоу, һис килешмәй. Ни һыҙа, ни ҡыра гүзәлкәйҙең күңелен? Солтан түҙмәне:
— Бигерәктәр бойоҡһоң, ни булды, ҡыҙым? — тип һораны.
Яуап теүәл һәм ҡыҫҡа булды.
— Какое ваше дело!
Ай-һай, сәскә ауыҙҙан да дорфа һүҙ сыға икән. Ләкин кешене төрлө халәтендә күрергә күнеккән Солтандың иҫе китмәне.
— Кәнишне, беҙҙеке. Шатлыҡты үҙең генә лә күтәреп була, ә ҡайғыла кеше кәрәк. Бүлешһәң — еңеләйә. Баштан кискән хәлкәйҙәр.
Эйе, Башҡортостандың көньяғындағы Үҙән ауылында ғүмер кисереүе “Уртаҡ Солтанға” — “Уртаҡ” мулла ҡушҡан исеме түгел, ауылдаштарыныҡы — үҙ ғүмерендә күпте кисерергә тура килде, кеше хәлен еңеләйтәм, тип, үҙе лә ярты танаулы булып ҡалды. Көлһәң — көл, илаһаң — ила.
Эш былай булды. Көндәрҙең береһендә Уртаҡ Солтан урамда замандашын осратҡан ине. Теге ни үле, ни тере — үлтереп башы ауырта икән. Таныш хәл, бындай саҡта кешегә нисек ярҙам итмәйһең инде — Уртаҡ замандашын өйҙәренә алып китте. Һәм нимә кәрәк — барын өҫтәлгә ҡуйып, табын хәстәрлекләне. Эсенә бер ике “ҡырлы” кергәс, сәрхүш, сикһеҙ рәхмәтен белдереп, Уртаҡты ҡосағына йомарланы һәм уның танауынан үбеп, ахыр сиктә, шаҡтай өлөшөн тешләп алды...
Уртаҡ Солтан, танауының өҙөлгән өлөшөн кеҫәһенә һалып, больницаға барған ине лә: “Инде һуң, урынына тегеп булмай”, — тинеләр. Баҡһаң, теге сәрхүш, төшөрөп алһа, кешенең йә танауын, йә ҡолағын тешләп алырға ымһына икән. Нисә йыл бергә йәшәп, Уртаҡ шуны ла белмәгән.
Купелағы сибәркәй ике тишеге шыр асыҡ ярым-йорто танауға ҡат-ҡат ҡарап алды һәм ерәнеп башын ситкә борҙо. Ауылдың ауыр тормошонда таушалып кәкшәйгән ҡарт уның күңеленә хуш килмәне, ахыры. Уртаҡ Солтан зыянлы түгел, юғиһә. Элегерәк, һуғыштан һуң, алып-биреп социализм төҙөгән таҡы-тоҡо заманда, ауылдарында ярлы ғына япа-яңғыҙ Хисаметдин йәшәй торған ине. (Ауыр тупрағы еңел булһын!). Көндәрҙең береһендә шул Хисаметдин, салбар урынына ҡырыҡ ямаулы, теткәләнеп беткән бер сәләмә кейеп, урамдан үтеп бара ине.
Бал ҡорттарының гөжләп осҡан, Уртаҡтың кәрәҙҙән генә ҡойолған әсе балы ҡымырҙаған мәл ине был. Солтан, көнө буйы алйыған тәненә ял биреп, ҡапҡа төбөндә тәмәке быҫҡытып ултыра. Сүмес менән генә һемереп эскән бал уны шаҡтай мәлйерәткән, күңелдең күтәренке, кәйефтең шәп сағы. Шул мәлдә Хисаметдин күренде.
— Ә-ә, Хисаметдин бабай! Иҫәнмеһегеҙ! Әйҙә, ултырып китегеҙ!
Уртаҡ Солтан, урынынан шыуышып, аҡ һаҡаллы бабайға эскәмйәнән урын бирҙе.
Хисаметдинның сәләм бирә, сәләм ала торған ғәҙәте юҡ. Әле лә: “Зыян итмәҫ”, — тип мығырҙанып ҡына Уртаҡ ҡырына яйлаштырҙы. Ситтән генә күҙгә ташланмаған икән, бабайҙың буй-буй аҡ һыҙыҡтар һыҙылған ҡыҙыл ыштаны теткеләнеп бөткән ләбаһа! Инде ямау һалырлығы ла ҡалмаған, иләккә әйләнгән, арыҡ тәне күренеп тора. Заманында бик тә ғәйрәтле, мәсет манараларын ауҙарып коммунизм төҙөп йөрөгән, байҙарҙан тартып алынған ҙур ғына өйҙә япа-яңғыҙы йәшәп ятыусы Хисмәйҙең (ауылдаштары уны шулай атай) ҡиәфәте бик тә, бик тә ҡыҙғаныс ине. Уртаҡ уны йәләп бөтә алманы, ҡартҡа нисек тә булһа ярҙам итәһе, күңелен күтәрәһе килде.
— Ыштаның бик туҙған икән, Хисаметдин бабай. Мә, булмаһа, минекен кейеп ҡара! Һиңә ярарға тейеш, — тине Уртаҡ, салбар ҡайышын ысҡындыра-ысҡындыра.
Солтандың салбары ныҡ ине әле, кейәрлеге бар ине. Хисмәйгә үлсәп теккән кеүек, тап-таман булып сыҡты үҙе. Бабайға ярҙам итә алған өсөн Уртаҡ һөйөнөп бөтә алманы. Тик ҡарттың ғына бик иҫе китмәне: “Ярар, яраған”, — тип мығырҙанды ла, рәхмәтен әйтергә лә онотоп, ҡыштыр-ҡыштыр китер барҙы. Эске аҡ ыштанына көлөн ҡоя-ҡоя тағы бер махра быҫҡытҡас, Солтан, ихатаһына кереп, лапас аҫтындағы арбаһына түшәлгән йәшел бесән өҫтөнә һуҙылып ятты. Йәйге ятағы шул уның, ожмахың да кәрәкмәй, танауҙы ҡытыҡлаған үлән еҫе, ат бышҡырыуы, һыйырҙың иренеп кенә көйшәүе, еңелсә генә тиреҫ һәм мал еҫе, һәндерәлә сысҡандарҙың ҡыштырҙап алыуы — барыһы ла йәнгә тыныслыҡ бирә, иҙрәтә, күҙҙе йомдора.
Бигерәк тә эсендә бал балы семерҙәп торһа.
Ләкин бер рәхәттең бер ҡыйыны була — иртән ҡатыны, Хәнифә, Солтанды эттән алып эткә һалды — баҡһаң, йорт хужаһының алмаш салбары юҡ икән, Хисмәйгә һуңғыһын һалып биргән. Ҡояш менән бергә тороп йөрөргә күнеккән төҙөүселәр бригадиры Солтан, беренсе тапҡыр, ул көндө эшкә һуңланы, Хәнифәһе иҫке бер салбарҙы кейәрлек хәлгә килтергәнсе шаҡтай ваҡыт үтте. Ауыртҡан башҡа ла дауам эләкмәне.
Хәмер менән шаярырға әүәҫ ине шул Уртаҡ ул замандарҙа. Колхоздың төҙөү материалдары уның ҡулында булды. Кемгә нимә кәрәк — бер кемде лә кире борманы Уртаҡ — яйын тапты. Ауылда уның оҫта ҡулы тимәгән ҡаралты ҡура ла юҡтыр. Эш хаҡы, билдәле, хәмерләтә — Уртаҡҡа йыш ҡына өйөнә “һалып” ҡайтырға тура килде. Хәнифәһе асыулана ине: “Һаҫыған көмөшкәгә һатылғансы аҡсалата алырға инең”, — ти. “Эсеп туйыр башың бармы һинең, сусҡа”, — ти. Ҡылған изгелегең өсөн ауылдаштарыңдан нисек инде аҡса алаһың?! Был уныңса — Уртаҡса түгел. Ә инде эштән һуң хужа һый хәстәрлекләһә — быныһы икенсе хәл. Ултыраһың бергә-бергә, күңелдәр булғансы һөйләшәһең, көлөшәһең. Булғаны уртаҡ. Бына быныһы дөрөҫ. Мәжлес ахырында әлеге лә баяғы бер йырын һуҙыптармы һуҙҙы:
— Аҡрын кәрәк. Ипләп кәрәк,
Ишетергә һандуғас һайрауҙарын...
Ҡалған юлдарын, һүҙҙәрен белмәй ҙә ине, хәйер, белһә лә артабан йырларға хәле лә, тыны ла ҡалмай ине, ахыры.
Йырланды инде, ләкин ауыл өҫтөндә йөҙ ҡыҙартырлыҡ бер генә ғәмәл дә ҡылынманы. Хужалар ҙа бик асыуланып барманы, сөнки кистән һалмыш Солтандың төн эсендә колхоз өсөн урмандан ағас ҡайтарып ауҙара торған ғәҙәте лә бар ине. Урланғанмы ул, рөхсәт менәнме — бының менән ҡыҙыҡһыныусы булманы. Тик бер йылды ғына шундай төнгө ағастарҙан Аҡ әбейҙең өйөн сипләп биргәс, колхоз рәйесе әрләргә уйлаған ине лә Солтан:
— Ағасты урман ҡарауылсыһынан бер яртыға һатып алдым да, ике яртыға һаттым. Файҙа ғына булды, — тигәс, хужа кеше, ни әйтергә белмәй, шаҡтай ваҡыт өнһөҙ торҙо.
Ундай “файҙалы эштәр”, һанай китһәң бихисап булғандыр, кем уны иҫәпкә иҫкә алған. Уртаҡтың инанғаны бер таш менән атҡанда аш менән ат! Булғанды — бүлеш. Быны балаларҙың ҡолағына ла ҡат-ҡат киртләп ҡуйҙы. Улар инде нишләр. Өлкәне әсәләренә тартҡан, ҡыҫмыр, ә төпсөгө һораһаң — бирә, һорамаһаң — бирмәй. Бирһәң — ала, бирмәһәң — алмай. Нисектер битараф ул. Был донъянан ваз кисеп, бер ҡайғыһыҙ йоҡлап барыусы юлдаш ир затына оҡшаған ул. Уртаҡ, юлға тип, өйөнән алған тауыҡтың бер ботон биргән ине, шуны тәмләп ашаны ла, “Спасибо”һын әйтеп, йәнә күҙен йомдо. Бошмаҫ. Ә вагон тәҙерәһенән бағана һанап барыусы тәтәй ханым, Уртаҡтың ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, ҡарттың инде ағармаҫ ҡыршылған ҡулдарынан ерәнеп, купенан сығып уҡ китте. Ярай әле бәйләмле ҡатын ҡыҫтауға килде — икәүләшеп өҫтәлдәге ризыҡтарҙы матур ғына ялтыратып ҡуйҙылар.
Һөйләшеп, һыйлашып барғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне. Поезд ни арала Шишмәһен, Димен үтеп, Ағиҙел күперенә дөбөрҙәп барып керҙе. Өфөгә еткәнбеҙ ләбаһа. Солтан ҡарт, инде был донъяла иң кәрәкле терәккә әүерелгән таяғына таянып, ишек яғына туҡылдатты.
Вокзал буйында кешенең күплеге: барыусылар, ҡайтыусылар. Ауыл ғәҙәте буйынса, Уртаҡ һәр береһе менән иҫәнләшеп сыға, тик уға ҡайтарып яуап биреүсе генә юҡ, киреһенсә, артынан ғәжәпһенеп ҡалалар, ҡайһы береһе бармағы менән сикәһенә төртөп күрһәтә — иҫәр, йәнәһе. Уртаҡ быны һиҙмәй. Уның үҙ ҡайғыһы ҡайһы — ошо тиклем ығы-зығы араһында ул бер мәл юғалып ҡалды. Бында береһенең дә туҡталып торорға ваҡыты юҡ икән, бында барыһы ла урыҫ икән. Ярай арала бер иманлыһы килеп сыҡты, ул вокзалдан нисек сығырға икәнлеген, ҡалаға күтәрелеүсе трамвайҙарҙың ҡайҙа туҡтағанлығын әсә телендә аңлатып бирҙе. Уртаҡ та бурыслы ҡалманы, тегенең көрәктәй ҡуш усына майҙа ҡыҙҙырылған көнбағыш тултырҙы.
Трамвай яҡында ғына, вокзал ҡаршыһында ғына туҡтай икән. Солтанға ҡала үҙәгенә барырға кәрәк. Ана, Аллаға шөкөр, “етенсе” күренде, халыҡ өйөрө алға ынтылып, болғанып алды. Бергә килгән, Уртаҡты бик үк өнәп бөтмәгән ханым да бында икән, алда ғына, арҡаһын биреп баҫып тора. Әйберҙәре лә күп күренә. Солтандың йәш сағы түгел шул, ханымды, әйбере-ние менән бергә генә күтәреп трамвайға ултыртыр ине лә бит. Ҡартайтылған. Дәрт булһа ла дарман юҡ. Шулай ҙа бер сумканы күтәрерлек кенә хуты бар.
Уртаҡ:
— Йөгеңде еңеләйтәйем әле, ҡыҙым, — тип ханымдың нәфис аяҡтары ҡырында торған ҙур ғына сумканы ҡулына алды Ҡатын ялт итеп артына боролоп ҡараны һәм кирза итекле, ҡат-ҡат йыуылып үтекләнгән, инде үҙ төҫөн юғалтҡан пиджәк кейгән ярым-йорто танаулы теге шөкәтһеҙ ҡартты күреп аҡырып ебәрҙе:
— Грабя-ят!
Кәрәк сағында эт менән эҙләп таба алмаҫ инең, милиция кейемендәге әзмәүерҙәй өс егет, әллә ҡайҙан килеп сыҡтылар ҙа, бисара ҡартты ҡаптырып та алдылар. Уртаҡ Солтан ҡаушап ҡойолоп төштө. Бер аҙ һушын йыйғас, хәлде аңлатырға теләгән ине лә, ләкин тегеләр ҡолаҡ та һалманы, Солтанды типкеләп, төрткөләп рәшәткәле “УАЗ”ға ултырттылар ҙа, китеп барҙылар. Таяғы туҡталышта аунап ҡалды.
...Ул көндө лә, икенсе көндө лә Уртаҡ Солтан үҙе төбәп килгән больница тирәһендә күренмәне. Ғүмер кисергән ауылына, бер киҫәк икмәкте лә бүлешеп ашаған замандаштары янына ла ҡайтманы. Һыуға төшкән таш кеүек юҡҡа сыҡты ул.
Читайте нас: