Һеҙ бәләкәй саҡта әкиәт яраттығыҙмы? Әлбиттә, бындай сихри донъяны үҙ итмәгән кеше юҡтыр ул ерҙә! Мин дә әкиәтте үлеп яраттым. Әгәр саҡ ҡына тыңлашмаһам, “бөгөн һиңә әкиәт тыңлатмайбыҙ” тип апайым ҡурҡыта ине. Беләм, һәр кис әсәйем матур итеп төрлө әкиәттәр һөйләй. Кем үҙен насар яҡтан күрһәтә, ана шул кеше был тамашанан мәхрүм була. Шуға әллә ни ҡоторорға, шундай “яза” алырға тырышмайһың.
Эх, шул матур көндәрҙе иҫкә төшөрһәм, күңел елкенеп китә! Булған бит тормошомда сағыу көндәр... Әсәйгә бәйле ул хәсрәтһеҙ мәлдәр. Күпме донъяла әкиәт барҙыр – уныһын белмәйем. Ә бына әсәйҙең “һандығында” улар икһеҙ-сикһеҙ. Шуға кис еттеме, унан әкиәт теләнселәй башлайбыҙ. Карауатын йән-яҡтан уратып алабыҙ ҙа, нимә һөйләр икән тип йотлоғоп тыңлайбыҙ.
- Булғандарын һөйләп бөттөм бит инде, - тип аҡлана әсәй. – Йоҡларға кәрәк.
Белеп торабыҙ, ул бөгөн арыған. Шуға ла “әкиәттәр бөттө” тип ҡотолмаҡсы итә. Ә беҙ ай-вайына ҡуймай, үҙебеҙҙекен тылҡыйбыҙ. Быларҙан еңел генә ҡотолоп булмаҫтыр тип инде, әсәй әкиәт йомғағын тағатырға тотона. Шул тиклем тәмләп тороп һөйләй. Әйтерһең дә үҙең шул батшалыҡта йөрөйһөң, үҙең яуыз дейеҙәр менән алышаһың, үҙең бахыр төлкөнө ҡотҡарышаһың...
Тик әсәй бер әкиәтен һойләп бөтһә, шундуҡ ятырға ашыҡмайбыҙ.
- Тағы берәй әкиәт һөйлә инде , - тиеп аптыратабыҙ.
- Юҡ, балаларым, хәҙер әкиәт тә йоҡлай. – тип йыуата ул.
- Нисек инде йоҡлаһын, әле күптәрҙең уты һүнмәгән. Ана, күрше Юниргә лә әсәһе әле һөйләйҙер...
Ахырҙа, әсәй тағы берәй ҡыҫҡараҡ әкиәтте һөйләй. Беҙ тағы ауыҙ асып, һәр һүҙен йотоп тыңлайбыҙ. Тик уныһы бөтөү менән, әсәй яратҡан һүҙен әйиә һала:
- Бөгөнгә етеп торор. Әкиәткә лә ял кәрәк. Әгәр уны күп һөйләһәң, ҡыш оҙон буласаҡ...
Шул әкиәтле көндәрҙән генә торһа ине тормош... Әсәйебеҙ беҙҙең аранан киткәндән һуң, әкиәт тыңлағаным булманы. Ныҡ һағындыра шул ул мәлдәр.
... Детдомда минең менән бергә үҫкән дуҫтарымдың яҙмышы һеҙҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Тормош ныҡ үҙгәртте шул уларҙы. Кемдәрелер бәхет тауына күтәрелде, бәғзеләре тормош упҡынына тәгәрәне.
Мәүлиҙә Нурғәлиевна… балалар йортонла ул хәҙер эшләмәй. Бының сәбәбе лә бар. Йәйге ял мәлендә директор, ғәҙәттәгесә, элек тәрбиәләнеп сыҡҡан бер “башлыҡты” лагерға вожатый итеп ебәргән. Уныһы Өфөлә ташсыға уҡып йөрөгән икән. Вожатый балаларҙы көн дә ыҙалатҡан, бүтәндәр алдында мыҫҡыл иткән. Көндәрҙең береһендә йоҡлар алдынан бер малайға уның өсөн йырларға ҡушҡан. Тик малай йырҙы матур итеп башҡара алмаған. Бының өсөн “тәрбиәсе” бахырҙы туҡмап ташлаған. Кемдер вожатыйҙың шул ҡылығын видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған. Китте шау-шоу… Телевизорҙан да, радионан да көнө буйы шул турала һөйләнеләр. Детдомда тикшеренеүҙәр башлана, директорға һәм ҡул күтәргән егеткә ҡарата енәйәт эше асыла. Бик күп етешһеҙлектәр асыҡланғас, Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны эшенән ебәрҙеләр.
Әмилә… Класташым менән һәр саҡ ғорурландым. Уның һәр ваҡыт үҙ һүҙе, үҙ маҡсаты булды. Кемгәлер оҡшарға тырышып, ялағайланып йөрөмәне. Әгәр ниндәйҙер ғәйебебеҙ табылһа, яуаплылыҡты бергә күтәрҙек. Туғыҙынсы кластан һуң уны училищеға тегенсегә урынлаштырғайнылар. Уны яҡшы уҡып бөттө, әммә туҡталып ҡалманы. Үҙ теләге менән университетҡа уҡырға инде. Хәҙер Әмилә
Өфөлә йәшәй, аралашып торабыҙ. Матур ғаилә ҡорҙо. “Мин күргән михнәттәрҙе балам күрмәһен. Шуға тырышам” – тигәйне ул бер осрашҡанда.
Нил… Ҡасандыр уның менән гаражға тимер-томор урларға йөрөгәйнек. Шунда тотолғас, бүтән бер ҡасан да урлашмайым үҙемә һүҙ бирҙем. Ә Нилгә был шөғөл оҡшап ҡалған, күрәһең. Ҡалала уҡып йөрөгән саҡта бигерәк әүәҫләнеп киткән тиҙәр. Көндәрҙең береһендә магазинға төшкән, кассанан арыу ғына аҡса сәлдергән. Бының өсөн, әлбиттә, башынан һыйпап ҡуйманылар. Төрмәгә яптылар…
Дим… Хәтерләйһегеҙҙер, Даян менән икәүләп атайымдан ҡалған ҡайышты тартып алғайнылар. Кем генә яңылышмай инде? Ул да шул Даяндың ҡотҡоһона бирелеп, уның ыңғайына йөрөнө. Димде лә детдомдан һуң училищеға уҡырға индерҙеләр. Былай тәртипле генә уҡып йөрөнө. Етемдәргә тиеп бирелгән пенсия уларҙың махсус иҫәбенә йыйылып ята. Балалар йортонан сығып, уға 18 йәш тулһа ғына, шуны ҡулына ала. Димдең дә иҫәбенә арыу ғына йыйылған булған. Алдан барып тикшертһә, 200 меңдән ашыу аҡсаһы ята! “Тиҙҙән байығам! Киләһе айҙа 18 йәшем тула, шунда ҡулыма 200 мең һум аласаҡмын!” – тип ятаҡта бөтәһенә лә һөйләп йөрөгән. Һуңғы тапҡыр уны банкка китеп барғанда күргәндәр. Ете йыл үтһә лә, уны бүтән осратыусы булманы. Хәбәрһеҙ юғалғас, эҙләп йөрөүсе туғаны ла табылманы.
Динар… Йәйге лагерҙа “бурҙы” эҙләп табыусы ине шул. Тормош уның менән дә әпәүләп торманы. Ҡалала уҡып йөрөгәндә дуҫы менән бер иргә инеп байрам иткәндәр. Ныҡ иҫереп алғас, фатир хужаһы менән талашып киткәндәр. Ике егет хужаны үлтергәнсе туҡмаған. Шунан мәйет ятҡан фатирҙы бикләп, сығып ҡасҡандар…
Динар һәм уның әшнәһен 15-әр йылға иркенән мәхрүм иттеләр.
Әлиә, Алһыу, Зөлфирә… Бөтә туғандарым менән дә аралашып торабыҙ. Уларҙың өсөһө лә ҡалала йәшәй, һәр кеменең үҙ донъяһы
бар. Әлиә апайым – өс балаға әсә, Зөлфирә һеңлем ул үҫтерә. Һәр хәлдә уларҙың бөгөнгөһө өсөн шатланам. Ғаиләбеҙҙә һәр кем тормошта үҙ урынын тапты.
Бер түбә аҫтында йәшәп, бер иш кейем кейеп, берүк ризыҡ ашап үҫтек. Тик беҙҙе яҙмыш ниңә төрлө яҡҡа борҙо һуң?
Беҙҙең төркөмдө генә алайыҡ. Егермегә яҡын бала инек. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт үтте. Шул арала дүртәүһе яҡты донъянан китеп барҙы. Ә һигеҙе – тимер рәшәткә артына эләкте…
Уларҙы уйлаһам күңел һыҡрай, тамаҡҡа төйөр тығыла. Ниңә тормош шундай мәрхәмәтһеҙ булды һуң уларға? Былай ҙа ауырлыҡта үҫкән дуҫ-иштәремдең яҙмыштары ниңә шулай ҡыйралды икән? Ниңә?! Бәлки, бәләкәй саҡта әкиәт тыңлап үҫмәгәнгәлер?..