Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Июль 2020, 12:15

Исемен онотҡан кеше

– Берәү бар. Ул исемен онотҡан. Әллә юрый ҡылана. Мин уға нисек өндәшергә лә белмәйем.

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА
Нисек кенә һаҡлап тотонма, аҡса усҡа йомған һыу менән бер бит инде ул, «һә» тигәнсе ағып та бөтә. Ярай әле, ауылдан әсәһе ебәргән ите-майы, картуф-маҙары бар. Юғиһә бик ауырға тура килер ине. Фатир өсөн түләй торған ун биш меңен алыҫҡараҡ йыйып ҡуй­ғайны, бер нисә уҡталды ҡыҙ шуның эсенән бер аҙ ашарға тотонорға, тик һуңғы минутта тыйылып ҡалды. Тотона башлауың ғына көс, артабан уныһы кәрәк, быныһы... Интернет аша эш эҙләй башланы. Баҡтиһәң, уның юғары белеме һуҡыр бер тингә лә тормай икән. Һатыусыға, йыйыштырыусыға, һауыт-һаба йыуыусыға ул ҡыҙыл диплом нимәгә кәрәк? Ә һөнәре буйынса эш юҡ. Шунда барып юлыҡты ла инде ул геронтология үҙәгенең иғланда­рына. Ябайыраҡ итеп әйтһәк, ҡарттар йорто була инде. Бик күп эшсе кәрәк ине унда, шул иҫәптән китапханасы менән һәр төрлө сара ойоштороусы ла. Зәйнәп, әлбиттә, әллә күпме һөнәр араһынан ошо икәүгә иҫәп тотто. Эш хаҡы фатирға түләргә етә, йәнә өс мең артып ҡала әле. Ул өс мең һумға ҡала ерендә нисек йәшәүен әлегә уйламай торорға булды. Урынлашһын әле тәүҙә, унан күҙ күрер. Төнгө ҡарауылсы булып ултырырға ла мөмкин.
Китапханасы кәрәкмәй булып сыҡты. Зәйнәп бында килер көндө генә әлеге эш урынын ҡыҫҡартып, булған ғына китаптарҙы шкафтары-ние менән коридорға сығарып ҡуйғайнылар инде. Ә ойоштороусы итеп ҡыҙҙы алманылар, сөнки бығаса ул клубта ла, театрҙа ла эшләмәгән, махсус белеме лә юҡ, имеш.
– Сирлеләрҙе ҡарағанығыҙ бармы? – тип һораны кадрҙар бүлегендә ултырыусы ханым.
– Юҡсы, – тине Зәйнәп аптырай биреберәк. – Мин балалар баҡсаһында эшләнем. Һөнәрем буйынса...
– Бәлки, туған-тыумасаларығыҙ ара­һында түшәктә ятҡандар бул­ғандыр, тиеүем.
– Юҡ-юҡ, шөкөр, бөтәһе лә иҫән-һауҙар.
– Эш еңел түгел. Сирле йәки оло кеше сабый менән бер. Уларҙы ҡарау сабырлыҡ һәм көс талап итә. Ба­раһығыҙмы? Аҡсаһы бүтән урында­ғынан юғарыраҡ.
Зәйнәп һис бер икеләнеүһеҙ риза булды. Нишләйһең, йәшәргә кәрәк бит. Ә ашхана тирәһендә эш хаҡы ун ике- ун өс меңдән дә артмай.
Ҡарттар йортонда йәштәрҙе лә күреп, бер аҙ ғәжәпләнде. Ни өсөн «Геронтология үҙәге» тип атағандар­ҙыр. Элекке исеме есеменә яҡыныраҡ та булған бит: «Өлкән йәштәгеләр һәм ғәриптәр йорто». Йәштәрҙең күбеһе арбала, бүтән төрлө зәғифлектәре булғандар ҙа байтаҡ. Хатта Чечня ғәрәсәтенән ҡаты яраланып ҡайтҡан бер нисә яугир бар. Улар ни өсөн бында йәшәй икән? Ғаиләләре юҡмы? Мең төрлө һорау борсоно ҡыҙҙың күңелен. Айырыуса ғәриптәр арбаһында ултырыусы бер егет аптыратты. Ул Зәйнәп ҡарамағындағы бер бүлмәлә йәшәй икән. Ҡыҙ уның исемен һорағас, тегеһе:
– Белмәйем. Исемемде онотҡанмын, – тип яуапланы.
– Ә мин һеҙгә ни тип өндәшермен һуң?
– Эй-й, тип әйтһәгеҙ ҙә була. Аңлармын.
Асыҡ зәңгәр күҙле, һарғылт сәсле был егеттең милләтен билдәләүе лә ҡыйын. Урыҫҡа ла оҡшамаған, етмәһә, рус телендә бик ауыр һөйләшә, кәрәк­ле һүҙҙе иҫенә төшөрә алмағандай, оҙаҡ ҡына уйланып ултыра. Йортта йәшәү­селәрҙең дә, эшләүселәрҙең дә күпселеге урыҫ милләтенән, буғай, аралашыу ҙа тик шул телдә бара.
Зәйнәп егеттең исемен оҙаҡ йылдар ошонда эшләүсе ҡатындан һорап ҡараны.
– Әлләсе. Беҙ уға исемһеҙ генә өндәшәбеҙ. Бер һантыйыраҡ нәмә инде шунда. Тәүҙә әллә ниҙәр һөй­ләнеп, нервыларҙы ҡоротто, бер ни аң­ламайбыҙ. Хәҙер әҙ-мәҙ русса һупалай башланы шикелле, – тип һөйләп алып китте ҡатын.
Нисек инде? Ҡайһылайтып йәшәмәк кәрәк? Хатта эт-бесәйҙең дә ҡушаматы була, ә ул бит кеше! Әсә-атаһы бул­ғандыр. Шундай сибәр улдарына матур исем һайлап ҡушҡандарҙыр. Зәйнәп директорға китте. Уңайһыҙ­ланып ҡына өндәште:
– Ә нимә ҡыҙыҡһындыра һуң? Һеҙгә улар тураһында артығын белеү нимәгә? Ашатаһығыҙ, өҫ-баштарын, яҫтыҡ-түшәктәрен алмаштыраһығыҙ, бүл­мәләрен таҙа йыйыштыраһығыҙ...
– Берәү бар. Ул исемен онотҡан. Әллә юрый ҡылана. Мин уға нисек өндәшергә лә белмәйем.
– Ә һеҙ өндәшмәгеҙ, эшегеҙ менән булығыҙ.
– Улай булмай ҙа инде. Уға аралашыу кәрәк, ул да бит кеше.
Директор ҡыҙға текәлеберәк ҡараны. Ҡарашында нимә күберәк ине – аптыраумы, асыумы – Зәйнәп аңламаны.
– Роджер ул. Роджер Петерстон. Ләкин был исемгә ул тауыш бирмәй. Оҡшамай уға исеме, аңлайһығыҙмы? Берәй күңелһеҙ хәлдәр уятамы...
– Сит ил кешеһеме ни?! Ул нисек... бында?! – Ҡыҙ ғәжәпләнеүҙән артыҡ хис-тойғо менән, ҡысҡырып бирҙе һорауын.
– Етте! Бар, эшегеҙ менән булығыҙ! Минең ваҡытым юҡ! – Директор дорфа ғына өндәшһә лә, Зәйнәптең иҫе китмәне, исемде онотоп ҡуймайым, тип, эстән генә ҡабатлай-ҡабатлай сығып йүгерҙе. Шунда уҡ «исемһеҙ» егет йәшәгән бүлмәгә барып инде. Егет коляскаһын тәҙрә яғына ҡаратып ҡуйған да ниҙер күҙәтәме, әллә уйға батҡанмы...
– Роджер! – тип өндәште ҡыҙыҡай, ниңәлер тауышы ҡалтыранып китте. – Роджер!
Егет ҡапыл коляскаһы-ние менән ишеккә ҡарай боролдо. Уның кинәт йәнләнеп киткән йөҙөн, ҡыуаныстан балҡыған күҙҙәрен күреп өлгөрҙө Зәйнәп. Ләкин шундуҡ Роджерҙың ҡарашы йәмрәйҙе, йөҙө ҡараңғы­ланды.
– Өндәшмә миңә улай тип!
– Ниңә? Һинең исемең шулай бит! Петерстон Роджер. Нисек матур яңғырай! Ә һинең... милләтең кем һуң?
– Юҡ минең милләтем! Мин – кеше!
– Милләтһеҙ кеше булмай инде ул. Ә мин – башҡорт.
– Ә ниңә русса һөйләшәһең?
– Русса һөйләшмәһәм, мине бында берәү ҙә аңламаҫ ине.
– Ниңә аңламайҙар? Был һинең илең түгелме ни? Бөтәһе лә һинең телеңде белергә тейеш.
– Ә бына һин ни эшләп белмәйһең минең телемде? Русса ла йүнләп белмәйһең. Кем һуң һин, Роджер?!
– Мин арыным. Күп һөйләйһең...
Ҡыҙҙың хәтере ҡалды. Бөгөн икенсе кеше уны, бызылдауы менән теңкә ҡоротҡос себенде ҡыуғандай, үҙенән ҡыуа...
Эш менән әүрәп йөрөп, Зәйнәп көн үткәнен дә һиҙмәгән, имеш. Ҡайтып китер алдынан Роджерҙың бүлмәһенә инде.
– Эй-й, – тине егеткә. – Минең сменам бөттө. Иртәгәгә тиклем һау бул!
– Ә ниңә «эй-й»?
– Һеҙ бит исемегеҙҙе яратмайһығыҙ.
– Миңә иң ғәзиз ике кешем шулай өндәшә ине. Исемемде ишетеүе ауыр...
– Бәлки, уртаҡлашырһың минең менән?
– Бәлки... Хәҙер түгел.
Зәйнәпте юл буйына тәрән уйҙар ҡалдырманы. Шулай ҙа ул йөҙөнән ҡараңғы күләгә китмәгән егеттең бер аҙ асыла төшөүенә шат ине.
Роджер иһә хәтирәләр донъяһына сумды. Хәтеренә һәр саҡ йылмайып ҡына һөйләшкән мөләйем әсәһе, талапсан, әммә ғәҙел атаһы килде. Уны ғаиләлә бик яраталар ине. Берҙән-бер бала булғанғамы, әллә аяғы сит-ят тарафтарға алып китеп, бөтөнләй башҡа төрлө мөхиттә йәшәргә мәжбүр ителгән етем баланы йәлләү тойғоһо шулай көслө инеме? Ҡалай ҙа, Роджер дүрт йәшкә тиклем бәхетленең дә бәхетлеһе, иркәнең дә иркәһе булып, рәхәт тормошта йәшәгән икән. Хәҙер генә ауыр яҙмыш һынауҙарына дусар булғас аңланы ул быны. Элек иһә барыһын да шулай тейеш тип ҡабул иткән, дөрөҫөрәге, ни хаҡындалыр етди уйлағаны ла булманы шикелле Роджерҙың. Күрәһең, бәхетле кеше үҙенең бәхете хаҡында ете ятып бер төшөнә лә индермәйҙер.
Үҫмер ун дүртен тултырғас, ирле-ҡатынлы Петерстондар улдарына ғаилә серен асырға булды. Йәнәһе, шулай дөрөҫөрәк булыр. Малайҙың тормошо алдаҡҡа ҡоролорға тейеш түгел.
– Һин барыбер беҙҙеке, – тигәйне әсәһе, һөйөклө улын күкрәгенә ҡыҫып. – Шулай ҙа тамырҙарыңды белергә тейешһең. Һинең Ватаның – Баш­ҡортостан. Ул Рәсәйҙә урынлашҡан. Беҙ һине Өфө балалар йортонан өс йәшлек кенә сағыңда алып ҡайттыҡ. Әсәйең, һиңә йәшәү бүләк иткән әсәйең, иҫән-һау, һаман да Өфө тигән ҡалала йәшәп ята.
– Мине һеҙ унан алып ҡайттығыҙмы? – үҫмер «балалар йорто» тигән төшөнсәне аңлап етмәне, шулай тип һораны, һулышы ҡыҫылып – Ни өсөн?! Ул бит бик ҡайғырғандыр. Ни өсөн?!
Яңғыҙ улдары өсөн ҡан ҡалтырап, өлтөрәп торған атай менән әсәй шаңҡып ҡалды. Ир, күҙ йәштәрен тыя алмаған хәләленә ҡарап: «Әйттем мин һиңә, бөтәһе лә әүәлгесә ҡалһын, тип. Нимәгә кәрәк ине һиңә был дөрөҫлөк?! Роджер беҙҙән ситләшһен өсөнмө?» – тине әсенеп. Унан ҡулын ғына һелтәне лә бүлмәнән үк сығып китте. Үҙең эште боҙҙоң, үҙең төҙәт, йәнәһе.
Әсәһенең ҡапыл күҙ алдында олоғайып киткән йөҙөнә текләп ултырған үҫмерҙә уны йәлләү тойғоһо уянды.
– Әсәй, кисер...
– Беләһеңме, улыҡайым, тормош бик ҡатмарлы бит ул. Әле һин бала ғына, бөтәһен дә аңлап та етмәйһеңдер. Әсәйең һин донъяға килгәндә бик тә йәш булған, мәктәптә уҡып ҡына йөрөгән. Һине үҫтерерлек шарттар ҙа булмағандыр. Ул һине бала табыу йортонда ҡалдырған. Унан балалар йортона эләккәнһең. Ә атайың менән мин Рәсәйҙән бәпес алып ҡайтырға булғас, беҙгә әллә күпме сабыйҙы күрһәттеләр. Иҫ-аҡылыбыҙ китте: күпме етем бала үҫә ата-әсә наҙынан мәхрүм булып. Әммә беҙ уларҙың барыһын да бәхетле итә алмайбыҙ. Һис юғы бер сабыйға ғаилә йылыһы, һөйөүебеҙҙе, хәстәрлегебеҙҙе бирә алһаҡ... Шулай ҙа һине күргәс кенә миндә әсәлек хисе уянды. Үҙең дә бигерәк илгәҙәк инең. Эргәбеҙгә йүгереп килдең, үҙ телеңдә әллә ниҙәр тәтелдәй-тәтелдәй, атайыңдың аяҡтарынан барып ҡосаҡланың. Атайың түҙмәне, һине күтәреп алды ла күкрәгенә ҡыҫты. Ошо минутта тормошобоҙ түңәрәкләнде, ысын бәхеттең ниндәй икәнлеге асылды... Һин – беҙҙеке, Роджер. Беҙ һине бик яратабыҙ.
Үҫмер иһә күңел тыныслығын юғалтты. Бөгөндән, бына хәҙер, ошо сәғәттән тыуған иленә ҡайтып киткеһе, ситтән генә булһа ла, уға ғүмер биргән үҙ әсәһенә күҙ һалғыһы, «Ниңә һин мине ташлап киттең?» – тип һорағыһы килде. Юҡ, ул, әлбиттә, үҙен йәндәй күргән кешеләрҙе бер ваҡытта ла онотмаясаҡ, ләкин ниндәй икән уның тыуған ере, Башҡортостан, тип аталған алыҫ ил? Кемдәр йәшәй икән унда?
Улдарының күҙгә күренеп үҙгәреүен, бығаса шат, асыҡ холоҡ-фиғелленең йомола барыуын, күҙҙәрендәге бөткөһөҙ һағышты күреп, ата-әсә хафаға ҡалды. Серҙе сисеп, яңылышты, ахыры, улар. Нимәгә, кемгә кәрәк булды һуң ул хәҡиҡәт?! Көндәрҙән бер көн Роджеҙың үҙ бүлмәһендә һыра һемереп ултырғанын күреп, әсәһенең йөрәге ярыла яҙҙы.
– Балам, – тине ул күҙ йәштәре аша, – атайың менән бер ҡарарға килдек әле. Һине илеңә алып ҡайтып йөрөп килергә хәл иттек. Оҙаҡламай юлға сығырбыҙ, тип уйлайым. Тик һин ҡабат ауыҙыңа алма был әшәке эсемлекте, балам.
– Ысынмы?! Әсәй, әсәйем, ысынлап әйтәһеңме?! – Роджер һикереп тороп, әсәһен ҡосаҡлап алды. – Рәхмәт, әсәй...
... Аһ, ул ҡәһәрле көн!... Лондон аэропортынан һауаға күтәрелгән авиалайнер Мәскәүҙә Шереметьевоға һәйбәт кенә килеп төштө. Рәсәйҙең баш ҡалаһынан Өфөгә тиклем юл да уңышлы ғына булды. «Рәсәй» ҡунаҡханаһына барып етергә күп тә ҡалмағайны. Тайғаҡ юлда такси кәйелеп китеп, автобус аҫтына барып инде. Ул арала икенсе бер автобус еңел машинаға төкөлөп, такси әллә ҡайҙа осоп китте...
Табиптар малайҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн оҙаҡ көрәште. Ғүмерен һаҡлап алып ҡалдылар, әммә Роджер аяҡтарын юғалтты. Ҡапыл гөлтләп ҡабынған таксиҙан уны ғына сығарып өлгөргәйнеләр...
Бер юлы әсәһен дә, атаһын да шулай юғалтты үҫмер. Исемлек аша уның сит илдәге туғандарын эҙләп ҡаранылар – берәү ҙә табылманы. Русса бер һүҙ ҙә белмәгән үҫмергә өр-яңынан, бөтөнләй ят мөхиттә, ят кешеләр араһында йәшәргә өйрәнергә тура килде. Бер аҙ нығына төшкәс, уны Өфөләге ғәриптәр йортона урынлаштырҙылар. «Яҡындарымдың һәләк булыуында мин генә ғәйепле! Мин генә! Ҡасандыр үҙемдән баш тартҡан ҡатынды эҙләү нимәгә кәрәк ине?! Уның ниндәй кеше икәнлеген дә белмәйем, ул мине иҫенә лә төшөрмәйҙер. Бына хәҙер мин, ысынлап та, үкһеҙ етем. Иң-иң ғәзиз кешеләремде юғалттым!» – тип ғазапланды Роджер. «Именлек» тип аталған был йортта ул берәүгә лә яҡынайып китә алманы. Кем менәндер аралашыу өсөн телде белергә кәрәк. Бында инглиз телен белгән кеше юҡ, ә ул русса бер ни аңламай, үҙенә өндәшһәләр, нисек яуап ҡайтарырға ла белмәй. Тамырынан йолҡоп алынған ағас ише тоя үҙен. Тамырһыҙ бер генә үҫемлек тә, үлән, сәскә лә, ағас-ҡыуаҡ та йәшәй алмай, ҡорой. Ә уның тамырҙары ҡайҙа ине һуң? Ошонда, Башҡортостанда, түгелме ни? Юҡ, тамыры һәләк булған ата-әсәһе менән бергә ҡороно. Бәлки, тыуа-тыуғандан бында йәшәһә, уға күпкә еңелерәк булыр ине. Хәҙер унда үҙен донъяға килтергән ҡатынды күреү теләге лә юҡ. Сөнки яҡындарының үлемендә Роджер үҙен генә түгел, уға йән биргән әлеге ҡатынды ла ғәйепләй. Һәм уны «әсәй» тип атағыһы ла килмәй.
Тора-бара ул әҙ-мәҙ рус телен аңлай башланы, вата-емерә булһа ла һөйләшергә өйрәнде. Йыш ҡына кеҫәһенән бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге ала ла оҙаҡ текләп ултыра. Оло юлға сығырҙан алда атаһы уның куртка кеҫәһенә ошо адресты һалғайны. Ни өсән Роджерға ҡалдырҙы икән ул теге ҡатын йәшәгән урам, йорт яҙылған ҡағыҙ киҫәген? Әллә күңеле һиҙендеме икән? Фажиғәнән һуң алты йыл самаһы ғүмер уҙҙы, оҙон, сикһеҙ оҙон алты йыл. Был осорҙо ул йәшәп түгел, ә өн менән төш араһында үткәргән кеүек. Икһеҙ-сикһеҙ алты йылға һуҙылған йән ғазаптары, тән һыҙланыуҙары төшөндәге бер ҡурҡыныс һаташыу ғына булһасы! Уяныр ҙа артабан ата-әсәһе янында рәхәт ғүмер кисереп алыр ҙа китер ине. Ниндәй оло маҡсаттар менән йәшәй ине бит ул Лондонда! Дуҫтары ла күп ине. Уның тирәләй тормош һәр саҡ гөрләп торҙо. Үҙе төшөргән документаль фильм менән Роджер хатта инглиз королеваһы ойошторған конкурста еңеп сыҡты. Ә йорттары ни хәлдә икән? Ундағы китаптары, бүтән әйберҙәре? Эйе, ул Бөйөк Британия гражданы, бәлиғ булыу менән, моғайын, уны Лондонға кире ҡайтарып ебәрерҙәр. Унда егетте нимә көтә һуң? Һауһаҡ булһа, уйлап та бирмәҫ ине, ә бит кеше көнлө. Үҙ-үҙен ҡарай алырмы? Еңмешләнеп, ошо яҡҡа ашҡынмаһа ине лә бит, тик терһәкте тешләп булмай.
Кеҫәһенән йәнә теге ҡағыҙ киҫәген алды. Гөлсөм Фәтиховна... Кем, ниндәй кеше икән ул? Егерме йыл буйына үҙ балаһын тик бер күреү теләге уянғанмы икән ул ҡатында?!
Бөгөн уны ҡараған ҡыҙыҡай исеме менән өндәшкәс, тертләне Роджер. Әйтерһең, әсәһе һәләк булмаған, уны эҙләп тапҡан да исеме менән өндәшә. Йән әрнеүҙәрен ҡуҙғатмаҫ өсөн ул исеменән дә баш тартып ҡараны. Тәүҙәрәк, ошо йортҡа килеп төпләнгәс тә, һораһалар әйтә ине лә, тик кемдер ышанмай, кемеһелер шарҡылдап көлөргә тотона, үҫмерҙең телмәре үҫешмәгәнгә һанай. Хәҙер уға бөтәһе лә, эй-й, тип ҡысҡыра. Исемһеҙ кеше. Ә Зәйнәп тигән ҡыҙыҡай уның онотолоп бөткән исемен ҡайҙандыр ҡаҙып сығарҙы. Атаһы уның өс йәшкә тиклемгеһен дә әйткәйне, Роджерға оҡшаш ине шикелле ул. Онотолған.
Унда башынан үткәндәрҙе Зәйнәпкә һөйләп, эсен бушатыу теләге тыуҙы. Тик нисек? Бөтә булған кисерештәрен, йәнен өйкәп торған уй-хистәрен белдереү өсөн телде һәйбәт белеү кәрәк, ә ул яңы саҡ, ҡыҙыҡай менән аралашҡаны бирле генә, русса бер аҙ һупалай башланы. Алты йылға һуҙылған «телһеҙ» тормошона саҡ йән инде. Ул белә, Зәйнәп аңлаясаҡ бөтәһен дә. Ҡарашы уйсан, етди. Башҡортмон, ти. Ә бит әсәһе лә Роджерға, һин башҡорт, тигәйне. Тимәк, улар бер милләт, яҡын ҡәрҙәштәр. Тик Зәйнәптең сәстәре лә, күҙҙәре лә сөм-ҡара. Матур ҡыҙыҡай. Хәйер, инглиздәр араһында ла төрлө ҡиәфәтле кешеләр бихисап, уға нимәгә аптырарға?
– Зәйнәп, әгәр эшең тамамланһа, минең эргәгә сәй эсергә киләһеңме? – тип һораны бер көндө Роджер. – Кәңәшләшергә кәрәк ине. Һинән башҡа кәңәшсем дә, серҙәшем дә юҡ бит, беләһең.
Улар оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. Роджир башынан үткәндәрҙе бәйән итте, үҙенең Британия гражданы булыуын әйтте. Ҡыҙыҡай хайран ҡалды.
– Туғандарың юҡмы ни унда? Ниңә килмәйҙәр ? – тип һораны.
– Беҙгә туғандарҙың килеп йөрөгәнен, нишләптер, хәтерләмәйем. Иҫ белгәне бирле өсәү генә йәшәнек. Әсәй менән атайҙың берҙән-бер балаһы мин инем. Ниңәлер, уларҙан туғандар тураһында ла һорашмағанмын. Хәҙер үкенәм. Мине дауахананан бында күсергәнсе эҙләп ҡаранылар... – Шунан тәрән итеп тын алды ла әйтә һалды. Ә бит мин дә башҡорт малайы.
– Нисек?! Һин – башҡорт?! – Зәйнәп үҙе лә һиҙмәҫтән Роджеҙың сәстәренә күтәрелеп ҡараны.
– Ниңә, һары сәсле башҡортто күргәнең юҡмы ни?!
Күргәне бар ине Зәйнәптең һары сәслеһен дә, ерәнен дә, тик, ғәҙәттә, ниндәй ҙә булһа йөҙ һыҙаты милләтте «һатып» тора. Ә бында бөтөнләй башҡа хәл, белмәгән кеше Роджерҙа ул милли һыҙатты бер нисек тә танымаясаҡ.
– Минең әсәйем иҫән. Һәр хәлдә бынан алты йыл элек иҫән ине. Хәҙер белмәйем.
– Ул ҡайҙа һуң?
– Ошонда. Өфөлә.
– Беләме һуң һинең бында икәнеңде? Ниңә күренмәй?
– Бер ни ҙә белмәй. Шулай уйлайым. Беҙ уға төбәп килә ятҡанда автоһәләкәткә осраныҡ. Бәлки, ул мине бөтөнләй онотҡандыр.
– Уф! – Зәйнәп ҡулдары менән сикәләрен ҡапланы. Ниндәй яҙмыш! Ә мин әллә ниҙәр уйлап бөттөм. Ә һин ана ниндәй фажиғәләр кисергәнһең!..
Ҡыҙҙың сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен Роджер бармаҡ остары менән һыпырҙы.
– Һин шундай... Шундай һәйбәт ҡыҙ, Зәйнәп. Һинһеҙ мин нишләр инем?!
Ҡыҙ күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы улар ҡулға-ҡул тотоношоп. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Берсә иланылар, берсә көлдөләр. Егет телмәре өсөн оялыуын да онотто.
– Әйҙә, әсәйеңде эҙләп табайыҡ, – тине ҡыҙ. – Ул бит һинең үҙ әсәйең. Бәлки, туғандарың да барҙыр әле.
– Әллә... Ниңәлер, ҡурҡам. Ул бер тапҡыр минән баш тартҡан бит инде. Тағы ла мине танымаһа... ҡалайтырмын?
– Һинме? Танымаһа? Шундай һәйбәт улын?! Ә исемеңде беләме һуң?
– Бөгөнгөһөн – юҡ. Минең сит илгә сығып киткәнде лә белмәй, сөнки уны сер итеп тоталар, әйтмәйҙәр. Ә бала табыу йотонда минән баш тартҡанда ул исем ҡушҡан, Роджерға оҡшағаныраҡ. Өс йәшкә тиклем мине шулай атап йөрөткәндәр. Атайым әйткәйне лә, оноттом инде. Хәтерләй алмайым.
– Исем ҡушҡас, ул һуңынан һине үҙенә алырға теләгәндер. Юғиһә ниңә исем атай ул?
– Кем белә инде хәҙер. Ә һин уны минһеҙ генә барып күрә алмаҫһыңмы икән? Һуңынан бергәләп барыр инек. Әллә ниңә ҡурҡыта.
– Әлбиттә, барам. – Ҡыҙҙың башына ла шундайыраҡ уй килгәйне. – Иртәгәгә тиклем!
Зәйнәп ишек тотҡаһына ғына үрелгәйне, егет уны туҡтатты:
– Ә башҡортса мин уға нисек өндәшермен икән?
– Ә-сәй... Ап-анһат: әсәй.
– Әсәй, – тип ҡабатланы Роджерҙың ирендәре. – Әсәй...
Адрес буйынса ҡыҙға байтаҡ ҡаңғырырға тура килде. Иҫке Өфө бик ныҡ үҙгәргән булып сыҡты. Элекке ағас йорттарҙың күбеһе юҡ. Шулай ҙа Гөлсөм Фәтихова йәшәгән йорт урынында ине. Зәйнәп иркен һулап ҡуйҙы.
– Кем унда?! – тигән тупаҫыраҡ тауыш яңғыраны эстән.
– Мин һеҙгә һөйөнөслө хәбәр алып килдем, асығыҙ, зинһар.
– Йөрөмә бында! Ниндәй һөйөнөс ти ул?! Был донъяла берәй һөйөнөс ҡалғанмы икән?
– Гөлсөм апай, һеҙҙе улығыҙ көтә. Ул иҫән!
Ҡапыл шар асылған ишек Зәйнәпте саҡ бәреп йыҡманы, ҡыҙ янтайып өлгөрҙө.
– Улым?! Ниндәй улым?! Ҡайһыһы?!
Ҡыҙ аптырауҙан ҡаушап ҡалды. Үҙен саҡ ҡулға алып:
– Ә һеҙҙең улдарығыҙ нисәү һуң? – тип һорарға мәжбүр булды.
– Өсәү! Өсәү улар минең! Улыҡайҙарым! Бәләкәстәрем! Бөтәһен дә тартып алдылар ҡәһәр һуҡҡырҙары! Ҡайҙа ғына йөрөйҙәрҙер инде бәләкәстәрем?! – Ҡатын һыңҡылдап иларға маташты, тик күҙҙәренән бер тамсы йәш тә сыҡманы. Ҡыҙ уның лаяҡыл иҫерек икәнен аңлап алғайны инде.
– Эй, бисә! – Өй эсенән уҫал ир тауышы яңғыраны. – Һин ҡайҙа юғалдың?!
– Туҡта әле, бәйнәт! Мин мында мирауай мәсьәлә хәл итәм. Әйҙә, ин әле өйгә, ипләп аңлат, ҡайһы улым ебәрҙе һине мында? Фәдис, Фәнис, Рәмис? Ҡайһыһы?
Зәйнәп ҡурҡа-ерәнә өй эсенә атланы. Баш тыҡҡыһыҙ хәшәрәтлектән, тын алғыһыҙ һаҫыҡ еҫтән күңеле болғанды, шулай ҙа кире боролманы, түргәрәк үтте.
– Ултыр әле, ултыр, ултыр. Йә, һөйлә! – Ғәжәп, әммә биш минут элек кенә иҫерек булған бисә айныҡ тауыш менән өндәште.
– Нимә һөйләйем? Ул һеҙҙең оло улығыҙ булырға тейеш, һеҙ уны ун алты йәштә генә тапҡанһығыҙ.
– Ә-ә-ә... Рәжәпте әйтәһеңме ни... Уны кемдер уллыҡҡа алған, тигәйнеләр ҙә. Ҡайҙа инде ул хәҙер? Эшләйме? – Әсә булған кешенең тауышында өлкән улына ҡарата йылы хис-тойғо тойолманы. – Ишетәһеңме, күҙле бүккән, Рәжәп табылған! Ул бит һинең улың, Рәжәпте әйтәм!
Зәйәп шешә һәм ризыҡ ҡалдығы тулы өҫтәл артында күҙҙәрен алартып ултырған иргә күтәрелеп ҡараны. Ҡара, ысынлап та, Роджерға оҡшаған был иҫерек ир йораты. Бары тик матурлыҡ менән һөмһөҙлөк бер-береһенән нисек айырыла – бында ла шул айырма. Ә оҡшашлыҡ иҫ киткес! Шул уҡ һары сәстәр, тик иҫерек ирҙең башы майланып, сәстәре кергә уҡмашҡан. Роджерҙың асыҡ зәңгәр күҙҙәре урынына был ирҙә көмөшкәнән тонған, үҙен уратҡан донъяға, кешеләргә асыу һәм хаяһыҙ мәкер менән ҡараған оятһыҙ күҙҙәр...
«Бынан тиҙерәк сығып тайырға кәрәк!» – тип уйланы ҡыҙ, үҙенең уны-быны уйламай йортҡа уҡ килеп инеүенә үкенеп.
– Рәжәп иҫән! Үәт, ә! Был яғына ҡайҙан аҡса табабыҙ, тип хитланаһы түгел, бәлиғ булған, әйҙә, аҫраһын әсәһе менән атаһын! Мин уны ни өсөн тапҡан? – Шулай һөйләнде бисә.
– Туҡта! Теймә минең улыма! Ул һиңә ҡол түгел! Үҙеңдең өс тыумаң бар, әйҙә, улар ашатһын беҙҙе! – Ир өҫтәл һуҡты.
Улар үҙ-ара ғауғалашҡан арала Зәйнәп сығып һыҙҙы.
– Таба алдыңмы уны? – тип һораны Роджер-Рәжәп икенсе көнә. Үҙе йәшләнгән ҡарашын йәшерҙе. Ауыр ине Зәйнәпкә. «Эйе, таптым», – тиһә, Роджер бер нигә лә ҡарамай улар эргәһенә ашҡынасаҡ. Әммә әсәһенә лә, атаһына ла кәрәкмәгән егетте яҡындары эргәһендә нимә көтә?
Шулай уҡ упҡын, эскелек ҡоллоғо. Ниндәй генә булһалар ҙа, Роджер уларҙан баш тарта алмаясаҡ. Юҡ, яҡын күргән кешеһенең киләсәген юҡҡа сығара алмай ул.
Хатта ул Англияға ҡайтып китһә лә, башҡаса уны бер ҡасан да күрмәһә лә...
– Ниңә өндәшмәйһең, Зәйнәп?!
– Һин тыныслан, Роджер, – тине Зәйнәп, үҙе ҡарашын түбән ҡаҙаны. – Әсәйең... былтыр ғына үлеп ҡалған. Уның ҡарауы өс ҡустың бар. Ҡайҙалыр балалар йортонда...
Егеттең ауыр итеп ыңғырашыуы Зәйнәптең йөрәген телеп үтте. «Мин алдашам, тере әсәйең, тере! Хатта атайың да!» – тип ҡысҡырғыһы килде ҡыҙҙың, ләкин ирендәрен ҡанатҡансы тешләп, тын ҡалды.
– Их! – Егет йоҙроҡтары менән тубыҡтарына һуҡты. – Их! Белгән булһам... Алдараҡ белгән булһам... Әсәйҙе күреп ҡалыр инем! Ә хәҙер... һуң... һуң... Миңә туғандарымды табырға кәрәк. Һин ярҙам итә алмаҫһыңмы миңә, Зәйнәп? Һинән башҡа кемем бар хәҙер минең?!
– Ярҙам итәм. Ә минән башҡа һинең өс ҡустың бар, Роджи. Ишетәһеңме, өсәү!...
Читайте нас: