МӨХӘББӘТ
Мөхәббәт ул барыбер берәү була!
Берәү генә була Һөйөү йыры.
Ҡалғандары - кәкүк һағыштары,
Янып, яңғыҙ ҡалған аҡҡош зары.
Ҡалғандары - уттан ҡалған көл ул,
Һөрөм генә бит ул тән ҡаралар.
Ямау ғына улар,
Йөрәктәге
Һулҡылдап та торған сей яралар...
Ҡалғандары - иш тә, ҡуш та түгел,
Ҡот та түгел. Ҡыуыҡ. Буп-буш ҡыуыҡ.
Төштә күрҙем: һин, торомбаш тотоп,
Йүгереп йөрөй инең...
Төтөн ҡыуып...
Мөхәббәт ул барыбер берәү була!
Берәү генә була һиңә насип.
Үҙең булып йәшәй. Йәндә йәшәй.
Йән - һинеке. Булмай унан ҡасып.
15.06.20.
Ғәлиә Кәлимуллина
-4 °С
Ҡар