Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
16 Сентябрь 2020, 20:30

Донъя тулы дошман!.. (Ҡайһы бер шиғырҙарҙы уҡығас)

Уй, хәҙер кеше яуыз бит ул.

Етте! Башҡаса йыр, сихри моң, алтын-көмөш, гәүһәр, нур сәскә, йөрәк, йондоҙ, монар, шәфәҡ, ләззәт, гөлләмә, ҡайылған, селтәр, көмбәҙ, лөғәт, алиһә, аҫыл, рауза, ғәййәр, гәрәбә, шөңгөр, өлкәр, аҫаба, гөлсәскә, һөйөү, үлеп яратам, нағыш, һинһеҙ йәшәй алмайым кеүегерәк һүҙҙәр менән шиғыр яҙырлыҡ тәҡәтем ҡалманы. Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек талант әһелдәре шиғриәт кешенең күңеленә матурлыҡ орлоғо сәсергә, ул сикһеҙ яратыуҙан, һоҡланыуҙан тыуырға тейеш тиһә лә, гел генә улай булмай икән.
Тормош бит, төрлөһө була. Шиғыр яҙып, йондоҙ булып әҙерәк кеше күҙенә күренә башланыңмы, башлана тирә-яҡтан дошмандарҙың һөжүме. Имеш, теге лә был, фәлән-төгән-фәсмәтән. Мәкерлек, яуызлыҡ, хөсөтлөк, ике йөҙлөлөк менән тулған был заманда нисек инде шундай шиғыр яҙып ултырмаҡ кәрәк? Шундай иблестәргә ҡарата нисек инде был донъя һөттәй аҡ , сабый сафлығы кеүек саф, шишмә йыры һымаҡ тип шиғыр ижад итәһең. Берәүҙәре һине тиҙерәк ҡәбергә оҙатырға теләп, сынаяҡ менән ағыу һона, икенселәре йылан булып юлға сығып ыҫылдай. Шыма һөйләп, ҡатыға ултыртыусылар менән донъя тулған. Һәр кем битлектә йөрөй. Кемеһелер ғүмер буйы әхирәт булып йөрөһә лә, эсе тулы нәжес. Уртым тулы ҡара ҡан йыйылды хәҙер. Ҡәбәхәт, бәдбәхет улар.
Шиғыр – күңел кисереше, тиҙәр. Тимәк, ошо кисерештәр аҡ ҡағыҙға шиғыр булып теҙелергә, кемдәрҙеңдер йөрәгенә хәйнәр булып барып ҡаҙалырға тейеш.
Бөгөн генә әллә нисә шиғыр һыҙмаҡланым. Бының өсөн тема бөтәһе түгел. Күптән түгел йәш сағымда мөхәббәтемде тиңһенмәй ташлап киткән бер әҙәмде осраттым. Өйгә ҡайтҡас, күңелдә шунда уҡ нәфрәт тулы шиғри хистәр бөрөләнде.
Шул кәрәк уға.
Ана, тегенең ялтыр-йолтор менән донъяһы тулған. Ә үҙенең балаһы ла юҡ, шул кеше үҙен нисек бәхетлемен тип әйтһен. Уға ҡарата ла моронлаған шиғырымды теркәп һалайым. Аҙаҡ онотола торған. “Анау берәү, балаһы ла юҡ”… Тәк, тәк, артабан нимә тип яҙырға… Ярай, аҙаҡ тамамлап ҡуйырмын әле. Моғайын, йәлсемәгер, күҙ көйөгө, ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә тора тигән һүҙҙәрҙе лә өҫтәрмен.
Уй, хәҙер кеше яуыз бит ул. Бәғзеләренең уң ҡулы күрешергә һуҙылһа, һулында – беләк буйы бысаҡ. Йә, шуларға нисек инде матур һүҙле шиғырҙар яҙаһың? Үҙенән-үҙе “Бәдбәхет” тигән шиғри юлдар теҙмәһе барлыҡҡа килде.
Эргә тулы дошман!.. Нимәгә аптырайһығыҙ? Дошман тигәс тә һеҙ теге мылтыҡ, пуля яуҙырған кеше дошман була тиһегеҙме? Юҡ шул! Беҙҙе уратып алған, дуҫ булып йөрөгән дошмандар уларҙан да яманыраҡ, уларҙан да ҡурҡынысыраҡ. Ысын!
Көнләшеүҙән ни эшләргә белмәйҙәр. Хәлдәренән килһә, ошо минутта ботарлап ташларҙар ине, хәттәренән килмәй. Ана бит, сәй урынына кәсә менән ағыу һоноп маташалар. Юҡ, мине әле генә теге донъяға оҙата алмаҫһығыҙ. Ләғнәт уҡыйым. Һеҙ бәдбәхет. Ошо шиғырым тап һеҙгә арнала.
“Мин һуғышсы, мин әҙермен
Ҡанлы-данлы алышҡа.
Яуыздарҙы ҡан күлендә батырам.
Ҡырам һеҙҙе дошмандарым,
Ҡасһағыҙ ҙа алыҫҡа”.
Таш йөрәк минең матурлығымдан, бер тигән донъямдан көнләшә. Ана, өсөнсөһө бығаса артымдан тотам ҡалмай йөрөнө лә, хәҙер минең турала ғәйбәт уты сәсә. Уныһына “Ғәйбәтсе” тигән шиғырым бар. Мине сәйнәгәнсе аяҡ-ҡулыңды сәйнә, йөҙө ҡара Ғәйнәсә. Үҙе уҡыһа, әйҙә, шартларҙай булып, йөҙө ҡара янып йөрөһөн!..
Читайте нас: