Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
14 Февраль 2021, 22:25

Ғашиҡтар байрам итте

Кемдәр еңеүсе булды һуң?

Бөгөн Өфөнөң "Динамо" стадионында Ғашиҡтар көнөнә арналған оло байрам - "Яратам FEST" уҙҙы. Уны «Башҡортостан республикаһы 24» телеканалы ойошторҙо.
Байрам «SPLASH» шоу-барабансылар сығышы менән башланды. «Башҡортостан 24» телеканалының алып барыусы өс пары, бер-берһен алыштырып, конкурстар үткәрҙе, приздар уйнатты. «Яратам FEST»ның беренсе еңеүселәре Марина менән Ринат Сакаевтар ғаиләһе булды. Улар 17 йыл бер ғаилә булып йәшәй, ике бала үҫтерәләр.
Ғашиҡтар байрамын хедлайнер «Зәйнетдин» этно-шоу төркөмө лә биҙәне. Ә «Яратам FEST»ның төп приздары Карина Латипова, Анастасия Йосопова, Лира Жамаловаға бирелде. Тамашала ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Читайте нас: