Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Апрель 2021, 14:44

Хоҙай һине, ахыры...

Хоҙай һине, ахыры, һине шулайһоҡландырыр өсөн яратҡан.Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп,һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.Хәтеремдә:

Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
һоҡландырыр өсөн яратҡан.
Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп,
һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.

Хәтеремдә: мин йәш егет инем,
Һин еткән ҡыҙ инең ул саҡта,
Һиңә күҙем төшөп йөрөй ине.
Тик үҙеңә генә ул хаҡта
әйтә алманым. Түҙҙем. Тыйылдым.
Буйым етмәҫ кеүек тойолдоң.

Инде хәҙер ир уртаһы булған
һине күҙләп йөргән егеттәр.
Ә һин һаман шул уҡ, һаман шул уҡ,
шул - ут күҙҙәр,
шул - уҡ керпектәр.
Тылсымлылар һаман...
Һине күргәс,
мин тағы ла һиңә уҡталам,
Ялҡын эргәһендә туҡталғандай,
барып етә алмай, туҡталам.

Мөмкин түгел яҡын бармауы ла,
барыуыла хәтәр, бик хәтәр...
Инде хәҙер һине күҙләп йөрөй
миңә ҡусты тейеш егеттәр.

Минең инде йәшем үткән кеүек.
Үтер кеүек шулай күп йылдар,
һиңә һаман һоҡланырҙар кеүек,
һиңә һаман ғашиҡ булырҙар.

Хоҙай һине, ахыры, һине шулай
һоҡланһындар өсөн яратҡан,
Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп,
һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
Читайте нас: