Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Апрель 2021, 13:25

Себер еле. Хисмәтулла Юлдашев.

Себер еле иҫә генә,Иҫә генә,Киҫә генә.Йөрө, тине, иҫән генә,Йәнкиҫәгем — бисәм генә...

СЕБЕР ЕЛЕ
Иҫә генә,
Киҫә генә...
Иҫкә алдым кисә генә:
Кем ҡәберҙә,
Кем Себерҙә,
Кем һыйынған бисәһенә,
Кем — башҡалар иҫәбенә...
Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә.
Йөрө, тине, иҫән генә,
Йәнкиҫәгем — бисәм генә.
Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә.
Йөрәкәйен киҫеп йөрөр,
Йөрәкәйен киҫеп бирер
Минең кеүек иҫәр генә.
ҠЫРЫҪ ЯҠТА
Башҡорт һарҡындыһы
менән тулған Себер.
Р. Түләк
Тыуған ерҙә тарып йөрөгәнсе
Хәйерселек тигән йәбергә,
Аяҡ тартмаҫ борон ҡәбергә —
Сығып китә ирҙәр Себергә.
Ағастар гел ылыҫ, ҡырыҫ яҡта
Милләтемдең аҫыл ирҙәре
Туңған ерҙә уңа, тыуған ерҙә
Килешмәгән ҡайһы ерҙәре.
Ер яралған дәүер ҡатламдарын,
Уятҡандар Себер киңлеген
Уйламайҙыр тик үҙҙәрен генә,
Уйлайҙарҙыр илдең көрлөгөн.
Һынай заман кемдең кемлеген.
Тыштан ғына һалҡын күренә ул,
Себер ере — эстән ут-ялҡын.
Һаҙлыҡтарға батып, туңып-ҡатып
Йөрөһәң дә, Себер — үҙ, яҡын.
Тыуған ерҙә арып йөрөгәндә
Тамаҡ ялына ла эш тапмай,
Атайлығын ирҙең, ирлеген дә
Себерҙәрҙә түккән тир һаҡлай,
Себерҙәрҙә түккән тир яҡлай.
Читайте нас: