Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Май 2021, 21:10

Йөрәгенән моң урғыла

Ул һәр ерҙә үҙен сағыу таланты, һәләте менән балҡыған шәхес, йырсы, музыкант, композитор, шағир һәм уҡытыусы итеп танытты.

Һоҡланыуым күкрәгемә һыймай
Йөрәгемдән моңдар урғыла, - тип яҙа Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, районыбыҙҙың Почетлы гражданы, композитор, 230 популяр йыр, 10 китап, 100-ҙән ашыу аудиокассета, компакт-дискылар, видеояҙмалар, иҫәпһеҙ-һанһыҙ шиғырҙар авторы Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимранов бер шиғырында. Эйе, уның ижады төрлө яҡлы. Тау аҫтынан урғылып сығып, йырлай-йырлай үҙ юлын ярып аҡҡан саф һыулы йылға кеүек.
Үзбәк ауылында йыр-моңға ғашиҡ Асия Лотфулла ҡыҙы менән Мөхәмәтхәй Рәхим улы ғаиләһендә тыуып үҫкән малай, башҡа тиңдәштәре кеүек бәләкәйҙән эшләп үҫә. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, төрлө эштәр башҡара. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ шиғырҙар ижад итә, бер нисә шиғыры “Йондоҙ” район гәзитендә баҫылып та сыға. Әрме хеҙмәтенән һуң ауыл-да бер аҙ клуб мөдире булып эшләй, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәни-ағартыу училищеһының режиссура бүлеген тамамлай. Байтаҡ йылдар ҡала мәктәптәрендә балалар уҡыта, мәҙәниәт йортонда эшләй.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында башта Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайына урынлаштым. СМП-185 төҙөлөш ойошмаһында кино күрһәттем, бер үк ваҡытта уйындар, концерттар ойоштороп йөрөнөм. Ошо осорҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни, әҙәби тормошо гөрләп торҙо, әҙәби әҫәрҙәргә ныҡлап тотоноп китеүемә лә ошондай ижади мөхит йоғонто яһамай ҡалмағандыр, тим. Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайында “Аулаҡ өй” кисәләре уҙғара инек. Шул осорҙа бик күп шәхестәр менән яҡындан аралашырға, ҡайһы берҙәре менән айырылғыһыҙ дуҫ булырға насип булды. Стәрлетамаҡ яҙыусылар берлегендә Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин, Зөбәржәт Йәнбирҙина, Кәбир Аҡбашев, Кәрим Булат, Асия Басирова, Рәшиҙә Шәмсетдинова кеүек шағирҙар, яҙыусылар менән аралашып йәшәнем, улар менән бергә ижад иттем, шиғырҙарына йырҙар яҙҙым. Кәбир Аҡбашев ул осорҙа Стәрлетамаҡ радиоһында эшләй ине, тәүге йырҙарым уның ярҙамы менән радио аша халыҡҡа еткерелде. Кәбир Аҡбашев миңә “Ғимрани” ҡушаматы таҡты ла инде. Һуңынан йыр китаптары сығарғанда исем-шәрифемде ул ҡушҡанса “Рәмил Ғимрани” тип яҙа башланым. Йырҙарымды йырсыларға тәҡдим итеп йөрөгәнем булманы. Бөгөн алтмышлаған профессиональ йырсы уларҙы яратып башҡара. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыла, ошо байрамдар алдынан халыҡ һорауы буйынса ауылдарға арнап йырҙар яҙа башланым. Тәүгеһе Сәйетбаба ауылына арналһа, һуңынан Юлыҡ, ғөмүмән, 40-лап ауылға арнап йырҙар яҙҙым. 10 китап авторымын. Кескәйҙәргә арналған “Хәрефтәр һөйләшә” исемле китабым З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 2020 йылда баҫылып сыҡты. “Төйәгемдә таң” исемле шиғырҙар йыйынтығым шулай уҡ китап булып баҫылырға сират көтә. Шиғыр, хикәйәләрҙән тыш сәхнә әҫәрҙәре лә яҙам. “Ҡайтырмын, әсәйем!” исемле драмамды Ғафури халыҡ театры сәхнәгә сығармаҡсы, - тип үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра Рәмил Ғимрани.
Ул һәр ерҙә үҙен сағыу таланты, һәләте менән балҡыған шәхес, йырсы, музыкант, композитор, шағир һәм уҡытыусы итеп танытты.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир һәм композитор Рәмил Ғимрани былтыр пандемия арҡаһында үткәрелмәй ҡалған юбилей кисәһен ошо көндәрҙә Ғафури район мәҙәниәт һарайында ижадташ дуҫтарын, яратҡан тамашасыларын бергә йыйып үткәрҙе.
Читайте нас: