Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Август 2021, 19:05

Өҙә баҫа "Байыҡ"тар!

Үҙҙәренең оҫталығын күрһәтергә теләүселәр бихисап ине.

Өҙә баҫа "Байыҡ"тар!
Өҙә баҫа "Байыҡ"тар!

Өфөлә 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында “Байыҡ” республика телевизион фестиваленең Гала-концерты ойошторолдо. Коронавирус менән бәйле,  конкурстың һайлау туры онлайн-форматта үтте. Ә финалға сығыусылар баш ҡалабыҙға йыйылды.

– Бәйгелә ҡатнашыусылар Учалы ҡалаһынан Өфөгә хәтлем, улай ғына ла түгел, Өфө ҡалаһынан Сургутҡа тиклем ине, – тине “Байыҡ” республика телевизион фестивале проекты авторы Рита Өмөтбаева. – Балалар конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә. Бына 14 йыл инде был конкурс Башҡортостан төбәктәренән, хатта унан ситтә лә бейеү ярышында ҡатнашыусыларҙан күпләп заявкалар ҡабул итә. Фестиваль халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: