Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Март 2022, 09:10

Сит илдә олтан булаһың ул... (хикәйә)

Йолаға ярашлы, килен кеше бирнә алып килергә тейеш икән. Был уға ниндәйҙер кимәлдә азатлыҡ, иркенлек бирә. Ә мин бер нәмәһеҙ барып ингәс, ул йортта хеҙмәтсе урынында булдым. Бары тик ауырға ҡалып, һуңғы айҙарым етә башлағас ҡына эштән бушатылдым. Иремә малай табып, документ юллай башлағас, Үткерҙең законлы рәүештә минән айырылғанын белдем. “Совет законы буйынса мин тик бер генә ҡатын менән никахымды теркәй алам. Ә Зөлмира миңә тик ЗАГС менән генә кейәүгә сығырға ризалашты”, – тип аңлатты ул был аҙымын. Ысынлап та, ирем ярты йылдан күрше ауылдың хәлле генә сауҙагәренең ҡыҙына өйләнде. Бирнәгә мал һәм йыһаз килтергән килен – хужабикәгә, мин ҡолға әүерелдем.  

Сит илдә олтан булаһың ул...  (хикәйә)
Сит илдә олтан булаһың ул... (хикәйә)

Урам аша йәшәгән Сәлиха инәй мәрхүмә булды. Кеше менән аралашып бармаған, йомоҡ холоҡло әбейҙең үлеменә бер кем дә артыҡ ҡайғырманы. “Йәне йәннәттә булһын...” – тиеште лә, бер урамда йәшәүселәр һуңғы юлға оҙатты. Район үҙәгендә йәшәгән ике ҡустыһы менән килендәре аят уҡытып, әбейҙең иҫән саҡта үҙе әҙерләп ҡуйған хәйерлеген таратты, күрше-күләндән йорт-йыһазын ҡарап торорға үтенде. Етемһерәп ултырған кескәй йортто күргән һайын, хужабикәһенең тарихы ҡат-ҡат иҫкә төштө.

Миңә Сәлиха инәй менән аралашырға тура килмәне. Бары тик бер генә тапҡыр үҙе саҡырып алып, тормошон бәйән итте. “Һине, китап яҙа, тиҙәр ине. Ғибрәт итеп үҙ тормошомдо һөйләргә булдым. Үҙем яңылыштым, бәлки, башҡалар минең хатаны ҡабатламаҫ...” Йән әрнеүҙәрен үҙе менән гүргә алып китһә лә, йәшәйеше ниндәй ғазаптарға һуғарылғанын яҡшы беләм.
– Телевизорҙы асһаң да, гәзит уҡыһаң да, сит илгә кейәүгә сығып, матур йәшәгән ҡыҙҙарҙы күрһәтәләр йә яҙалар. Башҡорттар кәмей, тип яр һалалар, ә үҙҙәре аҫтыртын реклама яһай. Нисек аңларға икән шуны? – тип башланы инәй ул саҡта хәбәрен. – Элек, ярай, СССР-ҙа, бөйөк дәүләттә, бөтә халыҡ та татыу йәшәй, тип беҙҙе ышандырҙылар. Ә хәҙер ул туғанлыҡтан нимә ҡалғанын күреп торабыҙ, ишетеп беләбеҙ. Әкиәткә, матур тормошҡа алданып, әрәм була ҡыҙҙар. Ай, яңылышалар... Үҙем дә шулар иҫә­бендәмен. Ете балалы ғаиләлә иң бәләкәсе инем. Атай-әсәйем колхозда бил бөктө, ә үҙҙәренә бер баш һыйырҙан артыҡ мал тоторға яраманы. Өс апайымдың бәләкәсәйгән кейемдәрен кейеп, йәй буйы ыумас йәки итһеҙ бәрәңге ашын ашап үҫтем. Башҡа ғаиләләрҙең дә хәле шул сама инде, тик бәләкәй булғас, мине һанға һуҡманылар. Мәктәпкә барыр ваҡыт етһә, иң тәүҙә ҙур балаларға кәрәк-яраҡ, кейем алына. Аҡса ҡалыуына ҡарап, сират уртансыларға етә. Йылдың-йылы мин генә өлөшһөҙ ҡалам. Йырларға ярата торғайным, тик иҫке күлдәгемдән оялып, күпме өгөтләһәләр ҙә, сәхнәгә сыҡманым. Ә күршелә йәшәгән Мөнирә класташым яңы кейем кейгән һайын сеңләп илауым һаман да иҫтә. Оло бала булғас, гел генә яңы кейем уға тейә ине шул.
Бер-бер артлы буй еткергән апай-ағайҙарыма туй үткәреп, башҡа сығарырға мал йә өй алып, атай-әсәйем барыбер мандый алманы. Шуға күрә, 8-се класты тамамлағас, колхозда ҡалмаҫ өсөн уҡырға китергә булдым. Тик белем яғы самалы, русса белмәйем, аҡса ла юҡ. Өфө йәки Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаға барырға батырсылыҡ итмәнем. Район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына барып, ашнаҡсылар әҙерләү бүлегенә уҡырға индем. Ике йылдан практика үтеү өсөн бер төркөм ҡыҙҙы төҙөлөш ойошмаһының ашханаһына ебәрҙеләр. Шунда яҙмышым ҡырҡа боролош алды ла инде.
Район үҙәгендәге ҙур комплексты төҙөргә Үзбәкстандан бер төркөм ир-егет килгәйне. Уларҙы хеҙмәтләндергән ашханала иртәнән кискә тиклем һауыт-һаба йыуыу, бәрәңге әрсеү, һыу ташыу, ит турау кеүек ваҡ-төйәк эштәрҙе атҡарыу беҙгә, йәш ҡыҙҙарға, йөкмәтелде. Тәүҙә артыҡ аралашмаһаҡ та, тора-бара йәш егеттәр беҙгә һүҙ ҡуша башланы. Кискеһен ятаҡ янына килеп, беҙҙе саҡырып сығаралар, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырабыҙ. Үткер исемле егет тәү ҡараштан оҡшаны. Тора-бара ул да миңә айырым иғтибар күрһәтә башланы. Төҫкә матур ине, ә ихтирамлы, кеселекле булыуын әйтеп тә тораһы түгел. Ашаған ваҡыттарында һыулы биҙрә күтәргәнемде күрһә, йүгереп килеп ярҙам итә. Эштән һуң оҙатып ҡуя. Тыуған яғынан посылка килһә, мине өрөк, йөҙөм кеүек тәмлекәстәр менән һыйлай. Ә үткән быуаттың 70-се йылдарында улар хан һыйына тиң ине. Иң мөһиме, ул миңә баштан-аяҡ кейенерлек бүләктәр ташыны: күтәрмәле туфли, күлдәк, сарафан, көҙгө куртка, йылы халат һәм башҡалар. Дефицит осорҙа уларҙы ҡайҙан тапҡандыр – һаман сер булып ҡала.
Төҙөлөш тамамланғас, уларҙың ҡайтыр ваҡыты етте. Минән тыш, тағы ла өс ҡыҙ үзбәк егеттәре менән дуҫлаша ине, ләкин береһе лә кейәүгә сыҡманы. Ә мин, туғандарымдың ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Үткер менән ЗАГС-ҡа барып, ғариза тапшырҙыҡ. Иремде ҡыйыр­һытыусыларҙы милләтселектә ғәйеп­ләнем, ә атай-әсәйемә хыял иткән мул, етеш тормош тураһында һөйләнем. Ысынлап та, ирем миңә ҙур йортта йәшәүҙәрен, емеш-еләктең йыл әйләнәһенә өйөлөп ятыуын, былау, манты кеүек ризыҡтарҙың көн дә әҙерләнеүен гел һөйләй ине. Күлдәк тектереү өсөн тауар ҙа арзан һәм күп икән. Ҡыҫҡаһы, Үзбәкстандағы тормош миңә әкиәттәге хан һарайы кеүек күренде, ике лә уйлап тормайынса ирем менән бергә шул яҡтарға күсергә ризалыҡ бирҙем.
Ысынлап та, тәүге көндәрҙә тормошобоҙ әкиәттәге кеүек булды. Күп һанлы ҡунаҡ саҡырып, туй үткәрҙек. Әллә күпме бүләк бирҙеләр, ҙур ғына суммала аҡса ла төштө. Өй беренсә тиерлек йөрөп ҡунаҡ булдыҡ. Емеш-еләк, йәшелсә, ҡауындың ниндәй генә төрөн тәмләп ҡараманыҡ икән. Тик бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, ундағы тормоштоң ысынбарлығы башланды. Таң һарыһынан тороп эшкә егеләһең: һыу менән оло проблема, шуға ла иң тәүге эш – өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡоҙоҡтан көйәнтәләп һыу ташыу. Мунса яҡҡан көн булһа, елкә сейләнеп ҡата. Ярты биҙрә һыу менән тотошлай йыуынып сығырға шунда өйрәндем. Ашарға әҙерләү ҙә минең өсөн проблемаға әйләнде: беҙҙең яҡ ризыҡтары улар өсөн ят, бешерә башлаһаң, йә бер нәмәһе юҡ, йә икенсеһе. Ә үзбәктәр яратып ашаған былау, самса, нан тәмле килеп сыҡмай. Ҡыш миҙгеле бигерәк үҙәккә үтә. Тышта 15 градус һыуыҡ күрһәтә, ә даланың әсе еле арҡаһында беҙҙәге 30-ҙан кәм түгел кеүек. Яғырға утын юҡ, мамыҡ көпшәһе лә тиреҫ. Улары ла самалы, аҙ-аҙлап ҡына яғыла. Тәүге йылда һалҡын алдырҙым, ауырыуҙан башым сыҡманы.
Ҡәйнәм тол ҡалған апаһы менән бергә көн-төн тигәндәй әрләй, ҡайнымдың да бер ҡасан да йөҙө асылып йөрөгәнен күрмәнем. Ә мине ҡулында йөрөтөр кеүек күренгән ирем үҙ илендә ҡырыҫ һәм ҡаты кешегә әйләнде. Башҡорт, татар, рус ҡыҙҙары унда матурҙар иҫәбендә йөрөй, урамға сыҡһаң, ҡайһы бер ир-егет һүҙ ҡушып ҡалырға тырыша. Ундайҙарға ирем бер һүҙ өндәшмәй, ә өйгә ҡайтҡас, миңә ҡул күтәрә йә келәткә бикләп ҡуя. Совет осоронда ла ул яҡтарҙа дин көслө ине, ә мин ул йәһәттән бөтөнләй наҙанмын. “Көфөр, харам хатин!” – тип әрләүҙәр йышайҙы. Бер көндө бикәсем миңә иремдең шәриғәт закондары буйынса икенсегә, саф мосолман ҡатынға, өйләнергә теләүен әйтте. Ауылда ундай ғаиләләр барлығын белһәм дә, миңә ҡағылыр тип уйламай инем.
Йолаға ярашлы, килен кеше бирнә алып килергә тейеш икән. Был уға ниндәйҙер кимәлдә азатлыҡ, иркенлек бирә. Ә мин бер нәмәһеҙ барып ингәс, ул йортта хеҙмәтсе урынында булдым. Бары тик ауырға ҡалып, һуңғы айҙарым етә башлағас ҡына эштән бушатылдым. Иремә малай табып, документ юллай башлағас, Үткерҙең законлы рәүештә минән айырылғанын белдем. “Совет законы буйынса мин тик бер генә ҡатын менән никахымды теркәй алам. Ә Зөлмира миңә тик ЗАГС менән генә кейәүгә сығырға ризалашты”, – тип аңлатты ул был аҙымын. Ысынлап та, ирем ярты йылдан күрше ауылдың хәлле генә сауҙагәренең ҡыҙына өйләнде. Бирнәгә мал һәм йыһаз килтергән килен – хужабикәгә, мин ҡолға әүерелдем. Ҡайтырға аҡсам юҡ, етмәһә, тимер юл станцияһына нисек барырға белмәйем. Әсәйемә хәлемде аңлатып, юлға аҡса һорап, хат яҙҙым. Тик уларҙың ебәргәнен ирем алып, үҙ кеҫәһенә һалды. Ир балалар унда әсәһе менән аралашмай, шуға улым минән бөтөнләй ситләште. Алты йәше тулыуға ҡаршы өндәшә, мыҫҡыллап көлә башланы. Мәктәпкә алып барған саҡта уҡытыусының беҙҙең яҡ кешеһе икәнен белеп ҡалдым. Ара-тирә һүҙ ҡушып, һөйләшеп алабыҙ. Гөлкәй юллама менән эшкә килеп, был ауылда төпләнгән. Хәле миңә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ: уҡытыусыларға ихтирам ҙур, етмәһә, эш хаҡы алып эшләп йөрөй. Ауыл советы уның йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып тора икән. Бер барғанымда уға ҡасып ҡайтырға теләүемде әйтеп, кәңәш һәм ярҙам һораным.
– Ғаилә араһына ҡыҫылып, ғәйепле булғым килмәй. Һин ҡасырһың, ә миңә бында артабан йәшәргә кәрәк, – тип баш тартты. Бер нисә айҙан баҡсалағы виноград ағасын ваҡытында тәрбиәләмәй, сәскәһе ҡойолғаны өсөн ирем ҡамсы менән туҡманы. Ике көн түшәктән тора алманым, ҡан ҡатыш кесе ярау итеп йөрөнөм. Улымды мәктәпкә йөрөтә башлағанымда ла йөҙөмдән күк китмәгәйне. Гөлкәй йәлләне шикелле:
– Берәй сәбәп менән документтарыңды ҡулыңа төшөр. Юлға аҡса бирермен, ирем станцияға алып барыр. Тик шартым бар, улың Хажиморат бында ҡала. Улын алып китһәң, ирең ҡыуып барып булһа ла кире ҡайтарасаҡ. Ә беҙҙең ярҙам иткәнде белһә, бөтә ауылды миңә, ғаиләмә ҡаршы ҡотортор.
Бик оҙаҡ уйландым, ниндәй ҡарар ҡабул итергә белмәнем. Шулай ҙа ризалаштым. Туғандарым менән килеп, милиция аша булһа ла улымды үҙемә алырмын, тип ышандым. Күрше ауылға табипҡа барам, тигән һылтау менән документтарымды алып сығып киттем дә, ҡастым. Мең бәлә менән тыуған ауылыма, атай йортона, ҡайтып йығылдым. Атайым мәрхүм булған, әсәйем дә ҡартайған. Минең хәлде белеп, ауырыуға һабышты. Улымды алып ҡайтырмын, тигән ниәтем дә килеп сыҡманы: Союз тарҡалып, сиктәр ябылды. Яңы паспортыма улым яҙылманы, ә уның документтарын алырға башыма ла килмәгән. Хәйер, кем бирһен инде уны миңә?! Ҡыҫҡаһы, улыма бер ниндәй ҙә хоҡуғым булмай сыҡты. Гөлкәй менән тәүге осорҙа хат алыша инек, шуның аша ғына хәлен белеп торҙом. Аҙаҡ ул да яҙыуҙан туҡтаны. Ә иремә һәм улым Хажиморатҡа яҙған хаттарым яуапһыҙ ҡалды. Үзбәкстандағы хәлдәрҙе белеп торабыҙ бит инде, шуға бер нисә тапҡыр почта аша аҡса ебәрҙем. Барып еттеме, юҡмы, улым алдымы әллә икенсе кешеме – белмәйем.
Барлыҡ тормошом хата булды. Юҡлыҡтан арыным тип, байлыҡҡа алданып, ҡол хәлендә йәшәнем. Унан ҡасып, баламдан айырылдым. Хажиморатты төштәремдә күреп уянам да төндәр буйы илап, уйланып, йоҡлай алмай сығам. Шуға сит милләткә, сит илгә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға васыят итеп әйткем килә: алданмағыҙ, хаталанмағыҙ! Сит илдә солтан булып булмай ул. Барыбер сит бауыр булып ҡалаһың...
Сәлиха инәйҙең һөйләгәндәренән һуң, элекке СССР буйлап таралышҡан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн әсендем. Бәхет эҙләп, бәхетһеҙлеккә дусар булыусы яҡташ­тарыбыҙ байтаҡ булған бит...
 
 
Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: