Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
18 Апрель 2022, 21:38

Яңы йыр

ҺИНҺЕҘ ҒҮМЕРКӘЙЕМ ЙӘЛ   Рәзилә Ырыҫҡужина һүҙҙәре, Зөһрә Фәйзуллина көйө. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин аранжировкаһы. Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов башҡара.

Яңы йыр
Яңы йыр

ҺИНҺЕҘ ҒҮМЕРКӘЙЕМ ЙӘЛ
Рәзилә Ырыҫҡужина һүҙҙәре, Зөһрә Фәйзуллина көйө. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин аранжировкаһы. Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов башҡара.

Тәҙрә төбөндәге гөлдәремдең
Сәскә атҡандары хуш еҫле.
Ҡояш нурын эҙләп үрелгәне -
Күҙҙәремә баҡҡан һин төҫлө.

Йөрәгемдә талғын моң ағыла,
Тулған айҙа һының сағыла.
Әйҙә, иркәм, парлап әйләнәйек,
Көнләшһендәр, күреп барһы ла.

Яндарыңда үткән һәр сәғәтем,
Күҙем асып йомған мәл генә.
Быға тиклем оҙон юлдар үткән
Һинһеҙ ғүмеркәйем йәл генә...

Етәкләшеп йәшәр көндәребеҙ
Бәхет һандығында һаҡлана.
Тәҙрә төбөндәге гөлдәремә
Һөйөү сәскәләрем һоҡлана.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: