Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
3 Май 2022, 21:01

Шағирә Сулпан Миңлебаева ижады менән танышайыҡ

Ҡыҙылымдың ҡыҙыл ярҙарынаҺәр йылда ла, күкрәп, яҙ тыуғас,Ҡыйылып ҡына осоп, килеп ҡунаҠыйғас ҡына ҡанат ҡарлуғас.Ишкенәһе менән оя ҡора -Ыҡсым ғына балсыҡ ояһы.Һылап ҡына, наҙлап ҡына ҡорғас,һоҡландырғыс була донъяһы.

Шағирә Сулпан Миңлебаева ижады менән танышайыҡ
Шағирә Сулпан Миңлебаева ижады менән танышайыҡ

ҠАРЛУҒАС

Ҡыҙылымдың ҡыҙыл ярҙарына
Һәр йылда ла, күкрәп, яҙ тыуғас,
Ҡыйылып ҡына осоп, килеп ҡуна
Ҡыйғас ҡына ҡанат ҡарлуғас.

Ишкенәһе менән оя ҡора -
Ыҡсым ғына балсыҡ ояһы.
Һылап ҡына, наҙлап ҡына ҡорғас,
һоҡландырғыс була донъяһы.

Һөйөп кенә һис тә туя алмай
ҡарлуғасҡай үҙенең йән-йәрен.
Мәле еткәс,сыға ҡошсоҡтары,
Йән һөйөнә күргәс үҙҙәрен.

Ҡыҙылымдың ҡыҙыл ярҙарына
быйыл да бит,күкрәп, яҙ тыуғас,
ҡыйылып ҡына осоп,килеп ҡуныр
пары менән таныш ҡарлуғас.

Эй,һағынған ошо ҡошҡайҙарҙы
тыуып ҡына үҫкән ерҙәре,
яр тирәләп үҫкән күк тирәктәр,
мөлдөрәп кенә ятҡан күлдәре.

Ҡайтһын ғына,ҡайтһын ҡошҡайҙарым,
йән өрһөндәр Ҡыҙыл буйына.
Мең төрлө гөл,мең төҫтәрҙә балҡып,
әҙерләнер ҡоштар туйына.

 

Бошонма һис...

Бошонма һис - сүп кенә ул
кеше әре, һүҙҙәре.
Шундайыраҡ һүҙҙәрҙе бер
ишетерҙәр үҙҙәре.
Кәмһетергә тырышырҙар,
мыҫҡыл итеп көлөрҙәр.
Әммә Һиңә күрһәткәнде
үҙҙәре лә күрерҙәр.
Саф йәнеңде ҡарайтырға
маташып та ҡарарҙар.
Саф алтынға бысраҡ йоҡмаҫ!
Һөйләп - һөйләп арырҙар.
Эт һөсләтеп, телләшергә
теләүселәр бихисап.
Бәлки улар миллиондыр -
Алып барма һин хисап!
Башҡаларҙың ҡулы менән
туҡмарға ла теләрҙәр.
Әммә Аллаһ барын күрә -
Шуны белмәй йүләрҙәр.
Нахаҡ һөйләп ышандырыр
күп әҙәмде ялғансы.
Әммә уның һүҙҙәренә
ышанмайым бер тамсы.
Ҡаҡлығып та кире ҡайтыр
яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ.
Яуыз йәнгә - яуызлығы,
шаҡшылыҡҡа - шаҡшылыҡ.
Яуызлыҡты кем күп ҡылған -
йөрәктәре ҡанһырар.
Был тормошта ҡылғаныбыҙ
Ҡайтауаздай яңғырар.

 

ЙӘШӘҮ - ҮҘЕ БӘХЕТ БИТ УЛ...

Кеше һәр саҡ бәхетле ул — шуны белмәй.
Ғүмер баҡый әллә ҡайҙан бәхет эҙләй.
Бәхет эҙләп, илдәр гиҙә, күктәр иңләй,
Тик бәхеттең ни икәнен аныҡ белмәй.

Аңлағанға — һәр атҡан таң йыуаныстыр,
Һәр бер күргән әйбер үҙе ҡыуаныстыр.
Йәшәү — үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Уның өсөн кәрәк түгел таж һәм тәхет.

Нимәгәлер өлгәшеүҙә түгел бәхет,
Уның өсөн кәрәкмәй ҙә дан һәм шөһрәт.
Ташламаһын һәр әҙәмде тик һаулығы,
Һаулыҡ булһа килер уға көс һәм ҡөҙрәт.

Йәшәү үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Ошо хаҡта аңлау фарыз. Тик шул ғына!
Яҙғандарым — бәхет эҙләп йонсоғанға
Бәхеткә юл табыр бер ым, ысул ғына.

 

*  *   *

Исем өсөн ҡарҙар яуып,
Берсә иреп,берсә туңып,
Саҡ-саҡ килде быйылғы ҡыш,
Бөткәс кенә көтөк булып.
Алмас тәңкә-ялтыр Ҡояш
Бик йыш ҡына кәртәләнә.
Ҡалҡмаҫ борон Ай алҡаһы-
Көн йөҙөндә күҙ бәйләнә.
Ҡара төндә яҡты биҙәк-
Әлдә баҙлай йондоҙҙары!
Саҡырғандай үҙ янына
Тимерҡаҙыҡ,Ҡош юлдары.
Яумаһа ла ҡарҙар бурап,
Булһа ла ер ала-ҡола,
Һулағанғамы ҡыш һауаһын,
Юҡтан ғына күңел була,
Юҡтан ғына күңел тула.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: