Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
18 Май 2022, 22:20

Ҡ Ы Ң Ғ Ы Р А У Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ

Ғүмерҙәрҙең һәр бер мәлен Биҙәп торһон еҙ ҡыңғырау.

Ҡ Ы Ң Ғ Ы Р А У               Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ
Ҡ Ы Ң Ғ Ы Р А У Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ

Хәйерле көндәр,именлек һеҙгә, дуҫтарым!
Май айында мәктәптәрҙә иң матур,тантаналы,шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа "Һуңғы ҡыңғырау"саралары үтә.

Ҡ Ы Ң Ғ Ы Р А У
Яҙҙың һуңғы көндәрендә
Бик тә таныш моң яңғырай:
Өҙөп нескә күңелдәрҙе
Саф сылтырай еҙ ҡыңғырау.

Мәктәп ҡала һағышланып
Осорғанда ҡошсоҡтарын.
Ә киләсәк көтә алда
Нурландырып офоҡтарын.

Бошонмағыҙ,һуңғы түгел -
Булыр яңы сыңғырлауҙар,
Һеҙҙе ғүмер юлдарында
Көтә тағы ҡыңғырауҙар.

Сағыу моңо хәбәр итер
Ике йөрәк ҡушылыуын,
Ике йәрҙең киләсәккә
Уртаҡ юлы һуҙылыуын.

Көмөш туйҙа ҡыңғырауҙың
Көмөш моңо шат яңғырар.
Алтын төҫлө еҙ ҡыңғырау
Алтын туйҙы ҡотлап сыңлар.

Бәхет бирһен ошо сыңдар,
Ысынбарлыҡ булһын юрау.
Ғүмерҙәрҙең һәр бер мәлен
Биҙәп торһон еҙ ҡыңғырау.

ФӘРҒӘТ ҠОТЛОБАЕВ.

Ҡырмыҫҡалы районы. 

Автор:
Читайте нас: